Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
17 Апрель 2018, 14:11

Баҫыуға сығыр алдынан һуңғы әҙерлек

Сәсеүҙе, артабан мал аҙығы әҙерләү һәм урып-йыйыу эштәрен сифатлы һәм ваҡытында башҡарыу өсөн барлыҡ ауыл хужалығы техникаһын алдан һәм ентекле әҙерләргә кәрәк. «Правда» агрофирмаһы» йәмғиәте механизаторҙары быны яҡшы белә һәм барыһын да ентекле үтәй. Ауыл хужалығы машиналарын һәм агрегаттарҙы ремонтлау эштәре ҡыш буйына дауам итте, ошо көндәрҙә лә МТМ территорияһында эш ҡайнай - бында һәр кем үҙ эше менән мәшғүл.

Ремонт талап иткән машина һәм тракторҙарҙы йүнәтеп, уларҙың барыһы ла техник тикшереү үткән. Водителдәр һәм тракторсылар үҙҙәренә беркетелгән техниканы үҙ аллы йүнәткән. МТМла белгестәр ҙә бар, улар иптәштәренә механизмдарҙы һәм агрегаттарҙы ҡарашырға ярҙам итә. Улар араһында - тимерсе Наил Дилмөхәмәтов, слесарь Алик Ғәфиев, электрогазосварщик Ильяс Баһауетдинов ( һүрәттә). Ильяс Сөнәғәт улы һуңғы аҙналарҙа ауыр эш - арба кузовын ҙурайтыу менән мәшғүл, ул киләсәктә ашлыҡ ташығанда ҡулланыласаҡ. Илдар Хисмәтуллин техниканы әҙерләүҙең бөтә нескәлектәрен яҡшы белә. Уға беркетелгән К-700 тракторы күптән эшкә әҙер, әлеге мәлдә Илдар Хөснулла улы сәскес һәм культиваторҙарҙы ремонтлау менән мәшғүл.

Хужалыҡ баҫыуҙарында яңы техника ла эшләйәсәк. Ағымдағы йылда машина-трактор паркы Рәсәйҙә етештерелгән «КамАЗ» һәм АТМ-5280 тракторҙары менән тулыланасаҡ. Шуларҙың береһендә тәжрибәле механизатор Виктор Аверин эшләйәсәк, ә икенсеһенә әлегә кеше тәғәйенләнмәгән. Бынан тыш, ике культиватор һәм бер катоклау агрегаты һатып алынған. Сәсеү эштәре мәлендә һигеҙ берәмек ауыр техника эшләйәсәк.

Хужалыҡ механизаторҙарына ниндәй эш күләме башҡарырға кәрәк?

- Сәсеү майҙаны структураһы уҙған йыл кимәлендә ҡала - 4300 гектар. Ужым культуралары 610 гектар биләй, - тип һөйләй хужалыҡтың баш агрономы Альберт Мөхәмәтов. - Өҫтәүенә, быйыл 100 гектарға борсаҡ сәсергә планлаштырабыҙ. Бөртөклө культуралар өсөн орлоҡ етерлек, улар кондицияланған, тикшереүҙе уңышлы үтте. Күп йыллыҡ үлән орлоҡтарын (кәзә үләне, люцерна) өҫтәмә һатып алдыҡ.

Ошо көндәрҙә ашхана ла эшләй башланы. Ашнаҡсылар Кәримә Дауытова менән Эльмира Баһауетдинова, элекке йылдарҙағы кеүек үк, хеҙмәтсәндәрҙе тәмле һәм ҡайнар аш менән тәьмин итәсәк.

«Правда» агрорфирмаһы» йәмғиәте етәкселегенә, белгестәренә, хеҙмәтсәндәренә сәсеү эштәрен уңышлы тамамлауҙарын һәм, иң мөһиме, көндәрҙең матур тороуын теләйһе генә ҡала.

Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: