Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
6 Апрель 2018, 11:23

Алда - сәсеү эштәре

Бына яҙ етеп, гөрләүектәр ҙә аҡты... Көндән-көн яҙғы-баҫыу эштәре яҡынлаша. Ауыл халҡы сәсеү кампанияһына әҙерләнеп, ағымдағы ауыл хужалығы йылына пландар билдәләй: майҙан структураларын тикшерә, ауыл хужалығы машиналары һәм тағылмалы агрегаттарҙы ремонтлауҙы тамамлай, ашлама, яғыулыҡ, орлоҡ һатып ала. Дөйөм алғанда, сәсеү эштәрен сифатлы һәм ваҡытында башҡарыу өсөн барыһы ла эшләнә.

Билдәле булыуынса, һәйбәт орлоҡ материалы булыу - уңышлы сәсеү капманияһы нигеҙе булып тора. Район АПК бүлегенең баш агрономы Н.Б.Ибраһимов һүҙҙәре буйынса, район хужалыҡтары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында кондициялы орлоҡ етерлек күләмдә. Бынан тыш, ауыл хужалығы предприятиеларында сорттарҙы яңыртыу буйынса эш алып барыла. Матросов исемендәге хужалыҡта көнбағыш һәм яҙғы бойҙайҙың элиталы орлоғон һатып алырға планлаштыралар. Быйыл Матросов исемендәге хужалыҡ 60 гектар борсаҡ, 300 гектар - сенажға ҡуҙаҡлы культуралар сәсергә ниәтләй. Ленин исемендәге хужалыҡ 20 тонна «Архат» сортлы яңы супер элиталы бойҙайын алған да инде.

Минераль ашламалар ҡулланыу элеккесә түбән кимәлдә ҡала. Ленин исемендәге хужалыҡ сәсеүлектәр өсөн ашлама менән тулы күләмдә тәьмин ителгән. Бөгөнгө көндә 160 тонна карбомид, 60 тонна NPK бар, «Заря» йәмғиәте 90 тонна аммиак селитраһы һатып алған.

Район хужалыҡтарына бөртөклө һәм техник культураларҙы сәсеү, тәрбиәләү өсөн дөйөм алғанда 670 тонна яғыулыҡ-майлау материалы талап ителәсәк. Ленин исемендәге, «Күндерәк» хужалыҡтарында, «Заря» йәмғиәтендә кәрәкле яғыулыҡ бар. Башҡа хужалыҡтарҙа ла запас әлегә етерлек түгел. Дизель яғыулыҡҡа хаҡ тоннаһына уртаса 43 мең 700 һум тәшкил итә. Аграрийҙар ышаныслы, һыналған яғыулыҡ тәьмин итеүселәр менән эшләргә тырыша.

«Альянс» йәмғиәтендә баҫыу эштәрендә яңы техника - ХТЗ-150 К09 тәгәрмәсле трактор эшләйәсәк.

Яҙғы-баҫыу эштәренә әҙерлек һәм уны үткәреү етди финанс сығымдар талап итә. Шуға ла, ҡайһы бер хужалыҡтарға банкка мөрәжәғәт итеп, кредит рәсмиләштерергә, башҡа хәл итеү юлдары табырға тура килә.

Үҙ хәбәрсебеҙ.
Читайте нас: