Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сара ғәҙәттәгесә үҙешмәкәр артистарҙың сығыштарынан түгел, ә тотош илде, һәр ҡайһыбыҙҙы тетрәндергән Кемероволағы ҡот осҡос фажиғә ҡорбандарын бер минут тын тороп иҫкә алыуҙан башланды. Аллаһы Тәғәлә яҡындарын юғалтҡандарға түҙемлек һәм көс бирһен...
Агроконференцияны асып Фәрит Вәкил улы йыйылыусыларҙы көн тәртибе менән таныштырҙы. Район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итеп, ауыл хужалығына ҡағылышлы ҡайһы бер һандарға, субсидиялау, ашлыҡҡа хаҡ кеүек башҡа темаларға ҡыҫҡаса туҡталып үтте.
- Ауыл хужалығы министрлығы рекордлы уңыш алыуҙы, складтар һәм элеваторҙарҙы ашлыҡ менән тултырыуҙы төп бурыс итеп ҡуймай. Әлеге баҙар мөнәсәбәттәрендә иҡтисади йәһәттән күберәк табыш алыу өҫтөндә эшләргә кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ашлыҡҡа хаҡ үҙгәреү, анығыраҡ әйткәндә, арзанайыу сәбәпле, байтаҡ тауар етештереүселәр ҙур юғалтыуҙар кисерҙе. Шуға ҡарамаҫтан, туҡталып ҡалырға ярамай. Бөгөнгө көндә беҙҙең төп йүнәлеш - табышлы культуралар, атап әйткәндә, майлы культуралар - рапс, шипкән, етен үҫтереү, - тип аныҡланы ул.
БР Ауыл хужалығы министрлығының механикалаштырыу, электрлаштырыу һәм хеҙмәтте һаҡлау бүлеге начальнигы Филүс Хантимеров (һүрәттә) субсидиялар төрөндә дәүләт ярҙамы саралары тураһында ентекле һөйләне. Мәҫәлән, «Машина-трактор паркын яңыртыу» программаһы даирәһендә, техника һатып алғанда сығымдарҙың 55% тиклеме субсидиялана. Артабан Филүс Фәйрүз улы субсидияланған ауыл хужалығы техникаһы исемлеге менән таныштырҙы. Был исемлектә 30ға яҡын атама. Ағымдағы йылда уға һөт, ит, ашлыҡ, йәшелсә, бал етештереү буйынса ҡоролма, шулай уҡ газ-моторлы яғыулыҡта (метанда) эшләүсе йөк автомобилдәрен өҫтәмә рәүештә индерергә планлаштыралар. Республиканың махсус ремонт предприятиеларында техниканы модернизациялаған өсөн дә ауыл хужалығы тауар етештереүселәре дәүләттән финанс ярҙам аласаҡ.
Федоровка ауылы метеостанцияһы начальнигы Степан Силяев йыйылыусыларға киләһе миҙгелдә һауа торошоноң нисек тороуын фаразланы. Атап әйткәндә, ул тупраҡта дым запасы норманан түбән булыуын билдәләне. Республикала был күрһәткес - 40-50%. Ерҙең туңыуы 45 сантиметрҙан 140 сантиметрға тиклем тәшкил итә. Һауа торошон алдан күҙаллау ошондай: яҙ оҙаҡҡа һуҙыласаҡ, хатта апрель айында ла ҡар яуыуы ихтимал, май айында һауа торошо 14 градусҡа тиклем йылынасаҡ. Йәйен һауа температураһы норма тирәһендә буласаҡ, яуым-төшөм буйынса ла фараздар шундай. Сентябрь айында температура 8 градустан төшмәйәсәк һәм 12 градустан күтәрелмәйәсәк, яуым-төшөм аҙыраҡ буласаҡ. Һауа торошо игенселәрҙең эшенә ҡамасауламаҫ, йылы һәм шифалы ямғырҙар менән уларҙы һөйөндөрөр тип ышанғы килә.
Район АПК бүлегенең баш агрономы Наил Ибраһимов сығышында ағымдағы йылда яҙғы-баҫыу эштәрен үткәреү үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Һуңғы йылдарҙа хужалыҡтар ашлыҡ баҙарында һорау менән файҙаланған яңы культураларҙы үҙләштерә башланы, тип билдәләне ул. Мәҫәлән, «Заря», «ТОЛПАР» йәмғиәттәре, «Нур» агрофирмаһы», Аветисян Э.Б. крәҫтиән-фермер хужалығы ноҡот үҫтерә. «Бикташева А.М.» хужалығы етен һәм шипкән үҫтереп һатты. Ағымдағы йылда Бикташевтар ошо культуралар майҙанын киңәйтергә ниәтләй. Наил Барый улы ужым культуралары торошона алдан прогноз бирҙе. Баш агроном минераль ашламалар тураһында алдан хәстәрлек күреп, ваҡытында һәм кәрәкле күләмдә уларҙы тупраҡҡа индерергә, дым ҡаплатыу буйынса эштәрҙе башҡарырға тәҡдим итте.
Район АПК бүлегенең баш инженеры Рауил Туҡбаев ошо миҙгелгә техниканы әҙерләү буйынса сығыш яһаны. Тәүҙә ул ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында барлығы күпме ауыл хужалығы техникаһы булыуы, баҫыу эштәре мәлендә уларҙың күпмеһе эшкә йәлеп ителәсәге тураһында мәғлүмәт бирҙе. Рауил Мөхәмәтгәрәй улы баҫыу эштәре мәлендә бәхетһеҙлек осраҡтарына һәм йәрәхәтләнеүҙәргә юл ҡуймаҫ өсөн үткәрелгән саралар комплексы тураһында һөйләне. «БашагроИнновация» МИП йәмғиәте вәкиле Эдуард Дмитриев No till технологияһы буйынса ауыл хужалығы культураһын эшкәртеү, ерҙе эшкәртмәйенсә сәсеү системаһы өҫтөнлөктәре һәм үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.
- СССР заманында ярайһы уҡ ҙур майҙанда үҫтерелгән традицион булмаған культураларға иғтибар бирмәй башланыҡ, - тип билдәләне «Россельхознадзор»ҙың агрономия бүлеге начальнигы Зинфир Әйүпов.
Ул етен, рапс, эт ҡуҙағы, ноҡот, яҙғы һәм ужым культураларын эшкәртеү технологияһы тураһында ентекле һөйләне, тәҡдимдәр бирҙе. Профессор юғарыла атап үтелгән барлыҡ культураларҙы «перспективалы» тип атаны, сөнки йылдан-йыл улар һорау менән файҙалана.
Сара аҙағында төбәк дилерҙары - ауыл хужалығы техникаһы һәм агрегаттар менән тәьмин итеүселәр, сүп үләндәре һәм ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшеү буйынса хеҙмәттәр күрһәткән компания вәкиле сығыш яһаны. Потенциаль клиенттар менән эшлекле әңгәмәне улар конференция башында уҡ, продукциялары күргәҙмәһендә (һүрәттә) үткәрҙе.
Быйыл ҡыш тотороҡло булманы. Хәҙер ҙә шулай дауам итә. Тиҙҙән беренсе апрель булыуға ҡарамаҫтан, яҙ үҙ хоҡуҡтарына инергә ашыҡмай. Һауа торошо көнөнә ун тапҡыр алмашына: иртән ямғыр яуыуы, кисен буран сығыуы ихтимал... Дөйөм алғанда, аграрийҙарға төрлө хәлдәргә әҙер булырға кәрәк. Әммә, прогноз ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, сәсеү эштәрен ваҡытында башҡарырға кәрәк. Хәҙер яғыулыҡ-майлау материалдары алырға, техника, орлоҡ һәм ашлыҡты әҙерләргә ваҡыт.
«Барлыҡ хужалыҡтарҙа хәүефһеҙлек техникаһы һәм хеҙмәтте һаҡлау буйынса инженерҙар йәки яуаплы кешеләр булырға, уларҙы ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе тәғәйенләргә тейеш. Бөтә хеҙмәткәрҙәр сәләмәтлек торошон билдәләү һәм һөнәри сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн медицина тикшереүе үтергә бурыслы. Улар махсус кейем һәм шәхси һаҡлыҡ саралары менән тәьмин ителергә тейеш». (Р.М.Туҡбаев сығышынан.)
«Байтаҡ йылдар дауамында Ленин исемендәге хужалыҡ хеҙмәтсәндәре үҫемлекселек буйынса иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтә. Һуңғы ике-өс йылда «Заря» йәмғиәте, шулай уҡ «Урожай», «Альянс», «Озон», «Нур» агрофирмаһы» йәмғиәттәре лә үҙ позицияларын ныҡлы яҡшыртты.
Фермер хужалыҡтары араһында ла лидерҙар бар. Уҙған йылда Кинйәбуҙов В.И., Бикташева А.М., Насретдинов Р.М., Ғиләжев Б.Т., Тюмин В.Е., Булатов М.М. крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәйбәт күрһәткестәргә иреште». (Н.Б.Ибраһимов докладынан).
Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотолары.