Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
27 Март 2018, 12:38

Иғтибар ауыл хужалығы машинаһына

Районда ауыл хужалығы машиналарының яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлеген тикшереү башланды.- «Правда» агрофирмаһы», «Озон», «Урожай» йәмғиәттәре механизаторҙары техниканы ремонтлауға ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай, - ти райондың дәүләт техник тикшереү инспекцияһы мөдире Минияр Насиров.Яҙғы баҫыу миҙгеленә «Урожай» йәмғиәте механизаторҙары һәм инженерлыҡ хеҙмәте «тимер ат»тарын ентекле әҙерләүенә беҙ күптән түгел әлеге хужалыҡта үткән техник тикшереүҙә ҡатнашып, шәхсән инандыҡ.

Машина йортона килеп ингәс тә беҙ рәттәргә теҙелгән техниканы күрҙек. Был көндө һыуыҡ ҡына ине. Механизаторҙар тракторҙары эргәһендә булыша, барыһы ла тәртиптә булыу-булмауын тикшерә. Барлығы ете берәмек трактор техник тикшереү үтергә тейеш ине, әммә уларҙың береһе - Т-150 тракторын әҙерләп өлгөрмәгәндәр.

- Уға капиталь ремонт талап ителә, - тип аңлата хужалыҡтың баш инженеры Тәлғәт Сәғҙәтгәрәев. - Әлеге мәлдә Анатолий Тимофеев ремонтланған двигателде ҡуйыу менән шөғөлләнә. Тракторҙың техник торошо бер аҙ һуңыраҡ баһаланасаҡ.

Минияр Рафаэль улы тикшереүҙе 2013 йылғы тейәгесле МТЗ-82 тракторынан башланы. Был техника һөтсөлөк фермаһында йыл әйләнәһенә эшләй. Шуға ҡарамаҫтан, механизатор Зиннур Фәсхетдинов уны техник тикшереүгә тейешенсә әҙерләп өлгөргән. Иҫкәртмәләр булманы тиерлек.

Йәш механизатор Айнур Ғәскәров та эшенә яуаплы ҡарай. Уға ышанып тапшырылған МТЗ-80 тракторы унан 16 йәшкә олораҡ! Айнурҙың документтары тәртиптә. Ә тракторға килгәндә, ниндәйҙер етешһеҙлектәр булды, уларҙы шунда уҡ бөтөрөргә тәҡдим ителде. Тракторҙарҙың барыһы ла ут һүндергес, аптечка, авария билдәләре һ.б. менән йыһазландырылған. Был көндө ҡуйылған ауыл хужалығы предприятиеһының барлыҡ техникаһы тулыһынса техника тикшереүе үтеп, яҙғы баҫыу һәм башҡа ауыл хужалығы эштәренә рөхсәт алды.

Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: