Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
23 Март 2018, 12:10

Һөҙөмтәлелекте арттырыу өҫтөндә эшләйҙәр

Матросов исемендәге хужалыҡ ярайһы уҡ эре хужалыҡ. Башҡа күп кенә ауыл хужалығы предприятиелары кеүек үк, был хужалыҡ та төрлө саҡтар кисерә. Үҫемлекселектә йылдан-йыл һәйбәт һөҙөмтәләргә ирешһә, ә бына малсылыҡ тармағы, йомшаҡ итеп әйткәндә, «аҡһай». Һөт һауыу буйынса хужалыҡ һуңғы йылдарҙа алдынғы позициялар биләмәй. Ауыл хужалығында күп йыллыҡ эш тәжрибәһенә эйә булған яңы етәксе Илвер Хәлитов етәкселегендә хужалыҡ малсылары хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртергә ныҡлы ниәтләй.

Әмир фермаһы территорияһында беҙҙе 2-се бригада бригадиры Амур Хәлитов һәм ферма мөдире Наил Рәхимов ҡаршыланы. Уларҙың икеһе лә хужалыҡта күптән эшләй, ә яңы вазифаларға ике ай тирәһе элек тәғәйенләнгәндәр.

- Тәү сиратта, сәләмәт үрсем алыу өсөн йәш малға һәйбәт шарттар булдырыу зарур. Ошо ай башынан 35 быҙау алдыҡ. Улар һыйырҙарҙы быҙаулатыу бүлегендә, 3-4 быҙау бергә махсус ситлектәрҙә ҡарала, - тип һөйләй Наил Хәсән улы.

- Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күреү яҡшы, - тип ситләтеп әйтәм мин.

- Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ, үҙегеҙ барыһын да күрерһегеҙ.

Шарттар, ысынлап та, һәйбәт. Бында йылы һәм ҡоро. Йылы һыу даими бар, ул 100 литрлы һыу йылытҡыстан килә. Яңы тыуған быҙауҙар бында оҙаҡ тормай - егерме көн тирәһе. Ошо ваҡыт эсендә уларҙы Фәриҙә Зәлилова ҡарай. Һуңынан, нығынған быҙауҙарҙы күрше бинаға күсереп, Сергей Лебедев һәм Әхтәм Шабаевҡа (һүрәттә) тапшыралар. Әхтәм Шабаевты беҙ эш урынында тап иттек. Ул ниндәйҙер махсус яйланма менән быҙауҙарға һөт эсереп булыша ине. Беҙҙә, әлбиттә, был ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

- Каркасы металдан эшләнгән булһа ла конструкция бик еңел. Дүңгәләктәргә һөт һалынған биш биҙрә ҡуйып, ырғаҡҡа эленә. Бер нисә быҙау бер юлы, бер-береһенә ҡамасауламай, тыныс ҡына һөт эсә ала, - тип һөйләй Ә.Шабаев үҙе уйлап сығарған яйланма тураһында. - Кем әйтмешләй, ябайлыҡта - бөйөклөк.

Туҡ һәм көр быҙауҙарға уйнаҡларға, хәрәкәтләнергә урын бар. Уртаса тәүлек артымы 530 грамм тәшкил итә. Һуңғы айҙарҙа йәш малдың үлеү осраҡтары булмаған, был быҙауҙарҙы һәйбәт ҡарауҙары тураһында һөйләй.

Һауын һыйырҙарға килгәндә, тоҡомсолоҡ эшен яҡшыртып ҡына уның һөҙөмтәлелеген арттырырға мөмкин, тип иҫәпләй белгестәр. Был йүнәлештә эшләй башлағандар ҙа инде. Ошо көндәрҙә мал һаны симменталь тоҡомло өс үгеҙ менән тулыланасаҡ. Ә йыл аҙағында һөтлө тоҡомло таналар һатып алырға планлаштыралар. Дөйөм алғанда, һауын һыйырҙар көтөүлеген яңыртыу менән етди шөғөлләнеү зарурлығы бар. Ә әлегә һәр һыйырҙан уртаса тәүлеклек һауым 6,1 кг тәшкил итә. Уҙған йыл менән сағыштырғанда был бер аҙ күберәк. Ике ферманан (Әмир һәм Хәлекәй) тәүлек әйләнәһенә уртаса 1230 кг һөт алалар. Күреүегеҙсә, был күп түгел.

Шуға ҡарамаҫтан, хужалыҡ белгестәре һәм хеҙмәткәрҙәре өмөттәрен өҙмәй. Матросов исемендәге хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең ферманы реконструкциялау буйынса пландары ҙур: һыйыр аҙбарҙарында һөт үткәргес ҡуйырға кәрәк, был һөт сифатын, тиңдәшле рәүештә, уны һатып алыу хаҡын да ярайһы уҡ арттырасаҡ. Ҡул эше лә кәмейәсәк. Малсылар киләсәктә ферманы тулыһынса механикалаштырылған итеп күрә. Әлегә мал аҙығын ат менән тараталар. Техника кеше хеҙмәтен еңеләйтер ине, әлбиттә.

Илвер Хәлитов командаһына ышана һәм был хәлде нисек үҙгәртергә, яҡшыртырға, тип даими уйлана.

- Барыһы ла аҡсаға барып тоташа, - ти Илвер Ғәлим улы. - Әле оҙайлы ваҡытҡа кредит алыу өсөн банктарҙың береһе менән һөйләшеү алып барыла. Өҫтәмә финанс һалмайынса бер нимә лә эшләп булмай. Малсылыҡ тармағы ғына яңыртыу талап итмәй, техник парк та бик иҫкергән.

Әңгәмәселәрем әйтеүенсә, иң мөһиме, фермала хеҙмәткәрҙәргә бәйле проблема юҡ.

- Яуапһыҙ һәм эшкә һуңлап йөрөгән кеше беҙҙә юҡ, - ти Амур Хәлитов кадрҙар темаһын дауам итеп. - Коллектив эшкә һәләтле, егәрле. Барыһы ла үҙебеҙҙән тора, бурыстарыбыҙға нисек ҡарайбыҙ, һөҙөмтә лә шулай буласаҡ.

Рима Хәкетдинова, Ирина Рәхимова, Елена Савина, Люциә Мөхәмәтғәлиева, Ләйсән Шәйәхмәтова машина менән һыйыр һауыу операторҙары булып эшләй. Алмаш һауынсылар ҙа бар. Мал ҡараусылар араһында бында Венер Савин, Фидан Сәйфетдиновты (әйткәндәй, йәйен ул комбайнда эшләй, ҡышын һыйырҙарҙы ҡарай) билдәләнеләр. Илдус Хәкетдинов, Александр Романов, Рәнис Шиһабетдиновтар ҙа бурыстарына яуаплы ҡарай.

Әмир һөтсөлөк фермаһында булғандан һуң, фермала хәл бик насар түгел, тигән фекергә килдек. Йылы биналар бар, мал ҡаралған, туҡ. Ә проблемалар бар һәм буласаҡ. Әйткәндәй, һәр ауыл хужалығы предприятиеһының проблемалары бер үк тиһәң дә була. Һәм уларҙың һәр ҡайһыһы хәлде яҡшыртырға тырыша, әммә был күп көс, ваҡыт һәм аҡса талап итә. Һөт етештереүҙе үҫтереү буйынса ҡуйылған маҡсаттарға ирешеп булыр, тип ышанғы килә. Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: