Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
2 Март 2018, 11:49

Еңел булмаған фермер эше

Уҙған шишәмбе көндө Йәшергән ауыл биләмәһенә, уны икенсе төрлө беҙҙең район фермерҙарының «баш ҡалаһы» тип атарға ла мөмкин, крәҫтиән-фермер хужалыҡ эштәре һәм мәшәҡәттәре тураһында һөйләшеү өсөн республиканың 14 районынан вәкилдәр йыйылды. Бында хеҙмәтләндереүсе компаниялар вәкилдәре лә килде. Осрашыуҙы республиканың Ауыл хужалығы министрлығы ойошторҙо. Йәшергәндәр, үҙ сиратында, семинарҙа ҡатнашыусыларҙы ихлас һәм йылы ҡаршыланы.

Ыңғай үҫеш динамикаһы күҙәтелә

Семинар, ғәҙәттәгесә, практик өлөштән түгел, ә пленар өлөштән башланды. Уны БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары И.И.Сураков асты. Ирек Искәндәр улы республикала крәҫтиән-фермер хужалыҡтары үҫешенең перспективалы йүнәлештәре тураһында һөйләне. Һүҙҙәрен дәлилләп, ҡайһы бер һандар ҙа килтерҙе. Мәҫәлән, әгәр 2010 йылда фермер хужалыҡтары 3622 булһа, ете йыл эсендә улар ике тапҡыр артҡан. Тиңдәшле рәүештә, фермерҙар етештергән тулайым продукция өлөшө артҡан. Бөгөн улар 2010 йылдағы кеүек 486 мең гектар түгел, ә миллион гектар тирәһе ер эшкәртә. И. Сураков шулай уҡ крәҫтиән-фермер хужалыҡтары үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен һанап үтте: малсылыҡтың һөт һәм ит етештереү тармаҡтары, йәшелсә, бәшмәк үҫтереү һ.б. Фермерҙар етештерергә өйрәнде, хәҙер продукцияны һатыу проблемаһын хәл итергә ҡалды, тип билдәләне ул. Кооператив хәрәкәтен үҫтереү баҙарға сығып, продукцияны һатып алыусыларҙың аудиторияһын киңәйтеү ул, ти Ирек Искәндәр улы.

Район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров йыйылыусыларҙы ҡыҫҡаса беҙҙең район менән таныштырҙы. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары район иҡтисадында мөһимерәк урын биләй бара, тип билдәләне. Ул ныҡлы һәм тотороҡло фермер хужалыҡтары күбәйә. Күптәр крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына ярҙам буйынса дәүләт программаларында ҡатнаша. Һуңғы биш йылда 22 фермер хужалыҡ төрлө йүнәлештәр буйынса грант алды.

Семинар эшендә шулай уҡ районға эш сәфәре менән килгән РФ Дәүләт Думаһы депутаты З.З.Байғусҡаров та ҡатнашты. Зариф Закир улы сығыш яһағандан һуң, уға һорауҙар «яуҙы». Ҡайһы берҙәренә ул ошондай уҡ яуап бирҙе, ә икенсе мәсьәләләрҙе асыҡларға вәғәҙә итте.

Баҫыуҙа ла өлгөрөргә, банкта ла...

Депутатҡа бирелгән һорауҙарға ҡарағанда, фермерҙар дизель яғыулығына хаҡтарҙың артыуына борсола, сөнки яғыулыҡ булмаһа улар сәсә лә, һөрә лә алмаясаҡ. Был - беренсенән. Икенсенән, ауыл хужалығы продукцияһына хаҡтың түбән булыуы. Уҙған йылда һәйбәт кенә уңыш йыйылды - шатланып йәшәргә, эшләргә лә бит, әммә һатып алыу хаҡы түбән булыу сәбәпле, улар етештергән продукцияны һата алмай. Түбән хаҡҡа һатыуҙың файҙаһы юҡ.

Бөгөн фермер баҫыуҙа ғына эшләмәй, уның бурыстарына бихисап ҡағыҙ мәшәҡәттәре лә инә. Ваҡытында отчет бирмәһәләр, улар, мәҫәлән, субсидия ала алмай. Кредит алыр өсөн үҙеңдең түләүгә һәләтле булыуыңды дәлилләп, бер ҡосаҡ документтар тапшырып, банк тупһаһын тапарға кәрәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, бында ла барыһы ла еңел түгел. Шуға ҡарамаҫтан, был кешеләр эшләп, үҫешеүҙәрен дауам итә. Ярай әле дәүләт йылдың-йылында хужалыҡ итеүҙең кесе формаһына ярҙам механизмдарын шымарта. Шулай итеп, республика фермерҙарына эшләү өсөн шарттар бар.

Өс һарығы була тороп, өс КамАЗ һорай

БР Ауыл хужалығы министрлығының кесе хужалыҡ итеү формалары һәм кооперациялар бүлеге начальнигы Р.Р.Мөфтәхетдинов крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары ниндәй дәүләт ярҙамына иҫәп тота алыуҙары тураһында ентекле һөйләне.

- Гранттарҙы хужалығын үҫтереүгә етди тотонған намыҫлы эшләүсе һәм перспективалы крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ала. Әгәр фермер мал һатып алыу өсөн Грант алыуға ғариза тапшырып, уларҙы аҫрау өсөн бинаһы юҡ икән, был осраҡта уға, әлбиттә, Грант бирелмәйәсәк, - тип аңлата Рәил Рим улы. - Субсидиялар һалым буйынса бурыстар булмаған осраҡта ғына бирелә. Ваҡытында отчет бирергә өйрәнергә ваҡыт, тип мөрәжәғәт итте ул йыйылыусыларға.

Артабан Рәил Рим улы дәүләт ярҙамы, субсидияларҙың һ.б. һәр ҡайһыһына ентекле туҡталды. Республиканың ауыл хужалығы тауар етештереүселәре союзының башҡарма директоры Б.В.Рафиҡов ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса фермер берләшмәһен ойоштороу темаһына ҡағылып үтте, Союздың маҡсаттары һәм бурыстары тураһында һөйләне.

Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам үҙәгенең баш белгесе Р.М.Ғәлиев эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса БР Дәүләт комитеты линияһы буйынса фермерҙарға матди ярҙам төрҙәре тураһында һөйләне.

РФ «Россельхозбанк» акционерҙар йәмғиәтенең Стәрлебаш ауылындағы өҫтәмә офисы етәксеһе Д.Ә.Ғарифуллина йыйылыусыларға банктан кредит продукттары, кредит биреү шарттары тураһында мәғлүмәт бирҙе.

Дүрт сәғәттән ашыу барған пленар өлөш барышында лизинг компаниялары, Ветеринария идаралығы, «Башплемсервис» вәкилдәре сығыш яһаны. Ул бүләкләү тантанаһы менән тамамланды. «Алтын көҙ-2017» Бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашыусылар һәм еңеүселәр Зөлфиә Бикташева (Түбәнге Аллағыуат ауылы) һәм Людмила Егорова (Стәрлетамаҡ районы) министр урынбаҫары ҡулынан Диплом һәм миҙалдар алды.

Барыһы ла үҙеңдең ҡулыңда

Бөгөнгө көндә Йәшергән ауыл биләмәһе территорияһында 12 ныҡлы крәҫтиән-фермер хужалығы эшләй. Һис шикһеҙ, йәшергәндәрҙән үрнәк алыр урын бар. Практик өлөштә семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Вадим Ғимазов, Биктимер Ғиләжев, Венера Шәйхулова, Илнур Сабирйәнов, Рәфис Насретдиновтарҙың фермер хужалыҡтарында булды. Ҡунаҡтарға улар үҙҙәренең эшмәкәрлеге, ниндәй һөҙөмтәләргә ирешеүҙәре, башҡараһы эштәр тураһында һөйләне.

Билдәле булыуынса, фермерҙар әүҙем, ҡыйыу, ныҡышмалы халыҡ. Ошондай сифаттарға эйә булмаһаң, фермер эшен башларға ла түгел. Әммә эшкә тотонһаң, артҡа сигенергә түгел, ә баш көллө сумып, тырышып эшләргә кәрәк. Хатта тотош династиялар барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, Биктимер Ғиләжевтың Стәрлетамаҡ районында йәшәгән улы һәм кейәүе лә ит етештереү менән шөғөлләнә, әммә уларҙың производствоһы киңерәк йәйелдерелгән. Улар мал-тыуар үҫтереп кенә ҡалмай, итте эшкәртеү менән дә шөғөлләнә. «Афарин» тиеүҙән башҡа һүҙ юҡ.

Фаягөл ЙОСОПОВА.

А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: