Шуның менән генә Илнур Рауил улының бурыстары тамамланмай. Уға техниканы һәйбәт белгәнгә күрә һөт үткәргестең вакуум системаһын хеҙмәтләндереү бурысы ышанып тапшырылған. Сөнки көн һайын механизмды майларға, һыу өҫтәргә кәрәк, юғиһә, системаның ватылыуы, эштән сығыуы ихтимал.
И.Хәйбраханов бер аҙ ваҡыт ҡалала йәшәй. Ҡала-ара һәм ҡала маршруттарында пассажир автобусы водителе булып эшләгән. Ун йыл элек ғаиләһе менән Тәтер-Арыҫлан ауылына ҡайта. Эшкә урынлашып, өй һала. Хәйбрахмановтар «Ауылды социаль үҫтереү» программаһында ҡатнашып, дәүләттән финанс ярҙамы алыуға ирешә. Балалары теләгәнсә, ике ҡатлы ҙур өй төҙөй, ә Ольга Вячеславовна менән Илнур Рауил улының балалары бишәү! Өлкән улдары эшләп йөрөй, күптән түгел үҙ ғаиләһен ҡорған. Кескәйҙәре мәктәптә уҡый, балалар баҡсаһына йөрөй.
- Илнур Хәйбрахманов – намыҫлы, яуаплы хеҙмәткәр. Эштә бер ҡасан да водитель ғәйебе буйынса тотҡарлыҡтар булғаны юҡ. Ул – ышаныслы кадрҙарҙың береһе, Илнур Рауил улына ҡасан булһа ла таянырға мөмкин һәм эшен еренә еткереп башҡарасағында шик юҡ, - тиҙәр уның тураһында хужалыҡта.
Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.