Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
26 Февраль 2018, 11:24

Яңы ысул малсылыҡ тармағы өсөн бик мөһим

Күптән түгел «Урожай» йәмғиәтенең Тәтербаш фермаһында быҙауҙарҙы ашлыҡ менән генә туҡландырып, һалҡында үҫтереү буйынса ҡулланыла башлаған яңы технология күптәрҙе ҡыҙыҡһындырҙы. 20 февралдә үткән семинаркәңәшмә тап ошо темаға бағышланды. Семинарҙа район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров , АПК һәм иҡтисад мәсьәләләре буйынса уның урынбаҫары Ф.В.Исмәғилев, «Яңы технологиялар» йәмғиәтенең БР буйынса филиалы етәксеһе И.Т.Вәлиев, район АПК бүлегенең баш белгестәре, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, белгестәре, крәҫтиән - фермер хужалыҡтары башлыҡтары һ.б. ҡатнашты.

Сараның практик өлөшө ашлыҡ фуражы етештерелгән бинаны ҡарауҙан башланды. Артабан семинарҙа ҡатнашыусылар малсылыҡ биналарын ҡарап сыҡты. Беренсе туҡталыш - 180 баш һауын һыйыры аҫралған аҙбары булды. Бында яҡын арала һөт үткәргес ҡуйырға планлаштыралар. Бында дүрт һауынсы һәм ике мал ҡараусы эшләй. Хеҙмәткәрҙәрҙең уңайлығы өсөн ял бүлмәһе булдырылған. Ветеринар айырым бүлмә биләй. Барлыҡ кәрәкле препараттар һәм дарыуҙар бар, быға хатта Айболит та көнләшер ине. Йыйылыусылар быҙауҙар өсөн махсус ситлектәрҙе ҡарағанда оҙағыраҡ тотҡарланды. - Илгиз Тимерхан улы быҙауҙарҙы үҫтереү һәм ашатыу буйынса яңы ысулға күсергә тәҡдим иткәс, әйтергә кәрәк, ниндәйҙер шикләнеү булды, әлбиттә, - ти Илдар Рим улы. - Әммә ваҡыт үтеү менән һөҙөмтәләрҙе күргәс, ҡабул иткән ҡарарҙың дөрөҫлөгөнә инандыҡ. Артабан шул яңы технология тураһында Илгиз Вәлиев (һүрәттә) ентекле һөйләне. Уның һүҙҙәре буйынса, был ысул малсылыҡ тармағы ысын «бомба». Тәүҙә бында айырым 80 ситлек эшләйҙәр, тыуғандың алтынсы көнөнә быҙауҙарҙы ошо ситлеккә күсерәләр. Йәнәшәлә алтаҡтаға быҙауҙың ауырлығы, тыуған көнө, төҫө һ.б. мәғлүмәт яҙылып ҡуйылған. Уларҙың аҫтына тик арпа һаламы ғына түшәйҙәр. Һәр ситлек эргәһендә - икешәр биҙрә. Береһендә һыуыҡ һыу йәки һөт. Уларҙы бер нисә сәғәт айырма менән айырым бирәләр. Уларҙы бер ваҡытта ла ҡушмайҙар. Икенсе һауытта - ашлыҡарпа, һоло һәм быҙауҙар өсөн грануллы ҡатнаш аҙыҡ. Һәм бер ниндәй ҙә бесән юҡ! Уны өс айлыҡ булғас ҡына бирәләр. Ошондай махсус ситлектәрҙә быҙауҙарҙы 70 көн аҫрайҙар, артабан уларҙы икенсе секцияға күсерәләр. Туҡланыу рационы был этапта бер аҙ үҙгәрә, малдар яйлап ҡына ҡаты аҙыҡҡа күсә. Был технологияларҙың

ыңғай яғы - тәү сиратта, быҙауҙарҙы һаҡлап ҡалыу, икенсенән, тотороҡло артым. Бөгөнгө көндә уртаса тәүлеклек артым 800-900 грамм тәшкил итә, бер йыл эсендә йәш мал 360 һәм күберәк килограмға етә. Өсөнсөнән, малдарҙың тигеҙ үҫеше тәьмин ителә. Урындағы ауыл клубында үткән семинар-кәңәшмәнең теоретик өлөшөндә Илдар Ғәскәров йыйылыусыларҙы «Урожай» йәмғиәте эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Ул һауымдың һәм һөт һатыуҙың артыуын билдәләне. Үҫемлекселектә лә һәйбәт һөҙөмтәләргә ирешелгән. Уҙған миҙгелдә бөртөклөләрҙең гектарынан 26 центнер һәйбәт уңышы йыйып алынған. Пландар ҙа бар. Уларҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн берҙәм команда менән эшләргә әҙерҙәр. Ошо предприятие етәкселегенең тырышлығын һ ә м б е л г е с т ә р ҙ е ң бурыстарына намыҫлы ҡарауын Илгиз Вәлиев та билдәләп үтте. Ул шулай уҡ башҡа мөһим факторҙарға ла, атап әйткәндә, ҡыҫыр һыйырҙарҙы ашатыу һәм аҫрауға, малдарҙы көндөҙгө сәғәттәрҙә тышта йөрөтөүгә һ.б. иғтибарын йүнәлтте. Район ветеринар станцияһы начальнигы Азат Әхмәров республикала эпизоотик хәл-торош, 2017 йылда районда ниндәй ветеринарпрофилактик саралар үткәрелеүе, ағымдағы йылда ниндәй саралар үткәрергә планлаштырылыуы тураһында һөйләне. Азат Рәхимйән улы район территорияһына малдарҙы индереү һәм сығарыу ҡағиҙәләре тураһында тағы бер тапҡыр иҫкәртте. Семинар-кәңәшмәгә йомғаҡ яһап, Фәнүр Зөфәр улы үҙгәрештәрҙән, яңы ысулдарҙан, яңы технологиялар индереүҙән ҡурҡырға кәрәкмәй, тип билдәләне. Миҫал итеп, «Урожай» йәмғиәтен килтерҙе. Хужалыҡтарға йәш кадрҙар, яңы белгестәр йәлеп итеү өҫтөндә ныҡлы эшләргә, улар өсөн һәйбәт шарттар булдырырға, яҡшы хеҙмәт хаҡы түләргә кәрәклеген әйтте. Бынан тыш, үгеҙҙәр һимертеүгә, йыл әйләнәһенә малдарҙы аҙбарҙа аҫрау ысулына иғтибарҙы йүнәлтергә кәрәк. Дөйөм алғанда, уйланырға урын һәм башҡараһы эштәр бар. Ҡатнашыусылар хужалыҡ етәксеһенә ошондай файҙалы сара үткәргәндәре, хеҙмәттәштәре менән аралашып, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.

Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.


Читайте нас: