Күптән түгел республика Хөкүмәтендә кооперациялар булдырыу тураһында күберәк һөйләй башланылар. Бының өсөн махсус проекттарға ярҙам программаһы эшләнә. Республиканың Ауыл хужалығы консультация үҙәге белгестәре фермерҙар кооперациялары айышын тулыраҡ асыҡлау, кооперативтар булдырыу нескәлектәрен аңлатыу, ошо проекттарҙың өҫтөнлөктәренә иғтибар йүнәлтеү өсөн йыш район аграрийҙары менән осраша. Шаршамбы көндө район мәғлүмәт-консультация үҙәге тарафынан ойошторолған ошондай осрашыу беҙҙә лә булды.
Программала ҡатнашыу өсөн инициатив төркөмдө булдырыу өсөн беренсел йыйылыш Иҫке Ҡалҡаш ауыл мәҙәниәт йортонда үтте, унда район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров, район мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Р.М. Исакова ҡатнашты, ауыл биләмәләре һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары башлыҡтары саҡырылды. Сараны Фәнүр Зөфәр улы асты, ул был программа кесе бизнесҡа ярҙам итеүгә һәм үҙең тураһында баҙарҙа белдереү мөмкинлегенә йүнәлтелгән, тип билдәләне.
Проект нимәһе менән ҡыҙыҡлы? Был турала Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы консультация үҙәге вәкиле Ирина Шумихина (һүрәттә) ентекле һөйләне. Дәүләт программаға байтаҡ аҡса һалырға әҙер. Һүҙ 300 млн. һум тураһында бара. Бер инициатив төркөмгә ҡоролмалар һатып алыуға 3 миллион һумға тиклем аҡса бүленәсәк. Юғарыла атап үтелгән проекттың ун төрө күрһәтелгән. Бына уларҙың ҡайһы берҙәре:
- артабан эшкәртеү буйынса өҫтәмә опциялар йыйылмаһы менән һөт сеймалын йыйыу, һаҡлау, таҙартыу һәм һыуытыу;
- эре һәм ваҡ мал, сусҡа, ҡош-ҡорт һуйыу, балыҡ тотоу, һаҡлау, эшкәртеү, фасовкалау;
- йәшелсә продукцияһын, картуф, бәшмәк, йәшелсә-емеш, ҡырағай дарыу үләндәрен йыйыу, һаҡлау, сортҡа бүлеү, таҙартыу һәм төрөү;
- дарыу үләндәрен һәм ҡырағай дарыу үләндәрен киптереү һәм фасовкалау;
- бал йыйыу, һаҡлау һәм фасовкалау;
- йөн һәм күн сеймалын йыйыу, сорттарға айырыу һәм беренсел эшкәртеү;
- балыҡсылыҡ продукцияһын һаҡлау, транспорт менән ташыу һәм эшкәртеү;
- иген, бөртөклө-ҡуҙаҡлы культураларҙы, май һәм башҡа культура орлоҡтарын эшкәртеү.
Мәҫәлән, бер нисә фермер ошо проекттарҙың береһе менән ҡыҙыҡһынып, төркөм, йәғни кооператив булдырып, конкурста еңеп (ул бер нисә турҙан тора) киләсәктә эш өсөн кәрәкле ҡоролма һатып алыу өсөн аҡса ала. Шуныһын билдәләп үтке килә, финанс ярҙам (бушлай) - кооператив хәрәкәт үҫеше өлөштәренең береһе генә. Методик һәм мәғлүмәти оҙата барыу мөһим әһәмиәткә эйә. Әҙер продуктты һатыу менән дә проблемалар булмаясаҡ. Ирина Евгеньевна әйтеүенсә, ярты йыл эсендә 30 кооператив булдырылып, бер нисә эре магазин һәм баҙарҙа ауыл хужалығы продукттарын һатыу көйләнгән. Мәҫәлән, «Байрам» супермаркеттарында, Нагаево ауылы баҙарҙарында кооперативтарҙың продукцияһы ҡуйылған кәштәләр бар.
Һис шикһеҙ, проект башында фермерҙарҙың һорауҙары күп, ә икенсе яҡтан, ни өсөн бер урында тапанғансы, эшмәкәрлегеңдең һөҙөмтәлелеген арттырып, киңәйтеп, күберәк килем алмаҫҡа?
Ошондай уҡ йыйылыш ошо уҡ көндө Йәшергән зонаһында ла булды. Унда ҡатнашыусылар әүҙемерәк булды. Осрашыу аҙағында программа менән ҡыҙыҡһынған кандидатуралар исемлеге төҙөлдө һәм һәр ҡайһыһында 3-4әр кешенән торған 11 инициатив төркөм булдырылды, улар киләсәктә туранан-тура район мәғлүмәт-консультация үҙәге белгестәре менән эшләйәсәк.
Ҡыҫҡаһы, барыһы ла бер көндә генә булмай. Иң мөһиме, ҡул ҡаушырып көтөп ултырырға түгел, ә эшләй башларға кәрәк. Һәм шул саҡта меңәрсә гектар уңдырышлы еребеҙ була тороп, Мысырҙан картуф, Израилдән редис йәки ит һатып алыуыбыҙҙы туҡтатырбыҙ, бәлки. Быға ныҡ ышанғы килә...
Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.