Табылды һөтсөлөк фермаһы мөдире Рим Рәхимов Рәил Рауил улы ышанып тапшырылған эште еренә еткереп башҡарыуын, тырыш һәм яуаплы хеҙмәткәр булыуын билдәләне. Әйтергә кәрәк, Рәил Рауил улы мал ҡараусылар династияһынан. - Әсәйем Фәниә Латипова ғүмер буйы фермала һауынсы булып эшләне. Уның фотоһүрәте һәр саҡ Почет таҡтаһында булды, - ти ғорурлыҡ менән Р.Латипов. Шуға ла ул бала саҡтан уҡ ферма эшенә ғашиҡ, ә мәктәпте тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын шунда уҡ мал ҡараусы булып башлай. Әммә, уға бер аҙ ваҡытҡа – армияла хеҙмәт иткәнсе эшен ҡалдырып торорға тура килә. Һәм хеҙмәтен тултырып ҡайтыу менән ул ҡабаттан үҙ бурыстарына тотона. Әлеге мәлдә уның бер туғаны Мәҙинә Шәрипова «Нур» Агрофирмаһы» йәмғиәтенең Табылды фермаһында машина менән һыйыр һауыу операторы булып эшләй. Ҡустыһы – Рәфил быҙау ҡарай. Һәйбәт хеҙмәткәр, ышаныслы ғаилә башлығы, тормош иптәше һәм өс бала атаһы Рәил Латипов ауыр хеҙмәттән ҡурҡмай. Әгәр эште ышанып тапшырғандар икән, уны намыҫлы һәм еренә еткереп башҡарырға кәрәк, тип иҫәпләй ул. Шунда һәр нимәлә тәртип буласаҡ.Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.