Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
9 Февраль 2018, 13:17

Яҙмышы тыуған еренә бәйле

Айтуған ауылынан Рауил Асҡаровтың (һүрәттә) хеҙмәт стажы өс тиҫтә йылдан ашыу иҫәпләнә.

Урта белем алып, ул 1986 йылда К.Маркс исемендәге туған колхозында мал ҡараусы булып эш башлай. Әммә үҙгәртеп ҡороу йылдарында, финанс ауырлыҡтар арҡаһында, Себергә сығып китә. Ләкин тыуған ере үҙенә тарта һәм ул оҙаҡламай тыуған Айтуған ауылына йәнә ҡайтып, «Альянс» йәмғиәтендә эшкә урынлаша. Р.Асҡаров - һауын һыйырҙарын ҡарай.

- Хәҙер беҙҙә иң яуаплы осор бара, - ти ул. - Мал һанын һаҡлап ҡалып, уларҙы уңышлы ҡышлатырға тырышабыҙ. Эш шарттары һәйбәт. Коллектив ҙур түгел, әммә дуҫ һәм берҙәм.

«Эшһөйәр, намыҫлы хеҙмәтсән», - тип баһалай уны хужалыҡ етәксеһе Азат Заһиҙуллин. Тырыш хеҙмәте өсөн Рауил Рәшит улы үткән йыл райондың алдынғы хеҙмәтсәндәре слетында «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы-2017» исеменә лайыҡ булды.

Тормош иптәше Дамира Таһир ҡыҙы менән улар ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Улдары контракт буйынса Тоцк ҡалаһында хеҙмәт итә. Ғаилә ҡороп, ике бала тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙҙары Наилә ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. Уларҙың да балалары үҫә. Балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре ҡунаҡҡа йыш ҡайтып, хужалыҡ буйынса ярҙамлаша.

Асҡаровтар ғаиләһе умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә. Ә үткән йыл улар яңы өй һала башлаған. Бер һүҙ менән әйткәндә, уларҙың бөтә тормошо тыуған ере менән бәйле.

Мөнирә ӘҺЛИУЛЛИНА.

А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: