Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
9 Февраль 2018, 13:25

Малдарҙы уңышлы ҡышлатыу - коллективтың берҙәм эш һөҙөмтәһе

Айҙарәле һөтсөлөк фермаһында мал ҡышлатыу барышы тураһында һөйләр алдынан, уның мөдире - Николай Александров тураһында бер нисә һүҙ әйткем килә. Ул эше өсөн янып-көйгән кешеләр иҫәбенә инә. Коллектив менән яҡшы мөнәсәбәттә, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Уның ҡулынан килмәгән эш юҡ. Әгәр көтөүсе эшкә сыҡмаһа, Николай Федорович алмаш эҙләп йөрөмәй, ваҡытты әрәм иткәнсе, үҙе мал көтә. Ул үҙе фураж тарата, үҙе быҙау аҙбарын йылытыу өсөн утын әҙерләй. Бер һүҙ менән әйткәндә, бихисап бурыстарҙы ул яҡшы үтәй. Һәм уҙған йылда Н.Александров Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһы менән юҡҡа ғына бүләкләнмәгән. Лайыҡлы награда!

Ә хәҙер был фермала мал ҡышлатыу барышы тураһында. Йәйге лагерҙан мал аҙбарға иртәрәк ҡайтарыла, әммә көндөҙ уларҙы көтөүлектәргә сығаралар.

- Фермала 24 кеше эшләй, машина менән һыйыр һауыу операторҙары - дүртәү. Алмаш һауынсылар ҙа бар, - тип һөйләй ферма мөдире. - Барыһына ла эш етерлек. Мәҫәлән, быҙауҙарҙы ҡарау Михаил Афанасьев менән Елизавета Ефремоваға йөкмәтелгән. Уҙған йылдың сентябренән ағымдағы йылдың февраленә тиклем 162 быҙау алынған. Тәүге 15 көндә яңы тыуған быҙауҙарҙы йылы бинала тотабыҙ, артабан секцияларға күсерәбеҙ.

Мал аҙығы тураһында һүҙ сыҡҡас, Николай Александров уның менән тураһынса тәьмин ителеүҙәрен билдәләне. Көнөнә һәр һыйырға 20 кг сенаж, 5 кг бесән, 10 кг һалам һәм 4 кг ашлыҡ фуражы бирелә. Сенаж соҡоро эргәлә генә. Һалам һәм бесәнде алыҫҡараҡ (янғын хәүефһеҙлеге талаптарына ярашлы) өйгәндәр. Уларҙы ферма территорияһына килтереү проблемаһы юҡ - нисә төргәк кәрәк шул сама килтерәләр: бишәү кәрәк икән, тимәк бишәү, унау икән - тимәк, унау...

Мал аҙығы таратыу Алексей Щекинға ышанып тапшырылған, ул аҙыҡ бушатҡыста эшләй. Виталий Сосков һәм Илдар Мөхәмәтов тейәгескә идара итә.

Машина менән һайыр һауыу операторҙары Галина Усманова, Люциә Мөхәмәтова, Анастасия Макарова, Илһам Вәлиуллин көн тәртибен аныҡ үтәп, намыҫлы эшләйҙәр.

«Арыҫлан» йәмғиәтендә йылҡы ла бар. Уларҙы Родионовка фермаһында Радик Гаврилов ҡарай.

Бөгөнгө көндә хужалыҡта һауым уҙған йыл кимәле менән сағыштырғанда күпкә юғарыраҡ, мал туҡ, һимертеүҙә артым һәйбәт, биналарҙа - тәртип, быларҙың барыһы ла коллективтың берҙәм эш һөҙөмтәһе. Айҙарәле фермаһында ҡышлатыу уңышлы үтәсәгендә бер ниндәй ҙә шик юҡ.

Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: