Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
6 Февраль 2018, 10:48

Күрһәткестәрҙе кәметмәйҙәр

« Сәй эсергә теләмәйһегеҙме?» - тип тәҡдим итте беҙгә ферма хеҙмәткәрҙәренең береһе термостан ҡайнар сәй һалып. Әҙәпле генә баш тартып, беҙ бына-бына килеп етергә тейеш ферма мөдирен көттөк. «Нур» агрофирмаһы» йәмғиәтенең Табылды фермаһының «Ҡыҙыл мөйөш»ндә йылы һәм уңайлы. Малсылар эш мәлдәрен тикшерер, сәй эсеп, йылыныр өсөн бында йыш ҡына ҙур өҫтәл артында йыйыла. Стенаға дежурлыҡ графигы, һөт һауыу кеүек барлыҡ кәрәкле мөһим мәғлүмәт элеп ҡуйылған.

- Беҙҙә барыһы ла контролдә. Яҙға тиклем бик аҙ ваҡыт ҡалды, әлегә эштәр көйлө бара. Малсылар иртәнән алып кискә тиклем ал-ял белмәй эшләй, - тип маҡтай хеҙмәткәрҙәрен ошо вазифала тиҫтә йылдан ашыу эшләгән ферма мөдире Риф Рәхимов. Ферма ҙур ғына, йылы. Территорияла тулыһынса тәртип, бина эсендә таҙа. Хеҙмәткәрҙәр тәртипле, «эсергә» яратыусылар бында юҡ. Дүрт машина менән һыйыр һауыу операторы эшләй. Биш йыл элек улар һигеҙ хеҙмәткәр эшләгән, әммә һөт үткәргес ҡуйылғандан һуң һауынсыларҙы ҡыҫҡартырға тура килгән. Фермала берҙәнбер һауынсы ир кеше Андрей Юрчак һөт һауыу буйынса алдынғы урынды биләй. Уға 42 һыйыр беркетелгән, уҙған айҙа һәр һыйырҙан 232 кг һөт һауған, тулайым һауым - 9751 кг. Эльза Хәкимова, Мәҙинә Шәрипова, Фәрзәнә Байғужиналарҙың да һауым күрһәткестәре һәйбәт. Гөлсирә Хужина фермала хисапсы булып эшләй - элек ул хужалыҡтың алдынғы һауынсыһы булған. Сәләмәтлеге буйынса һөнәрен алмаштырырға тура килгән, әммә эш урыны элеккесә ҡалған. Бында ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙар күберәк.

Уҙған йылда ошондай уҡ 50 баш тана һатып алғандар. Ҡышҡы осорҙа малдарҙың туҡланыуы төрлөләндерелгән булыуы мөһим. Мәҫәлән, «Нур» агрофирмаһы» йәмғиәтендә һәүкәштәрҙең көндәлек рационына силос, бесән, ашлыҡ фуражы инә. Һуңғыһы кәрешкә, арпа, һоло, борсаҡтан тора, шулай уҡ уҙған йәйен бер нисә гектарҙа ашлыҡҡа үҫтерелгән кукурузды ла өҫтәйҙәр. Тирмәнсе Альберт Әлимбаев ҡатнаш аҙыҡ етештереү менән шөғөлләнә. Малдарҙы ҡарау һәм ашатыу мал ҡараусылар Әмир Иҙекәйев, Әнүзәр Әлибаевҡа, шулай уҡ тәжрибәле механизатор һәм комбайнсы Илдар

Латиповҡа (һүрәттә) йөкмәтелгән. - Фермала ваҡытлыса ғына, сирләп киткән хеҙмәткәрҙе алмаштырам, - тип аңлата ул. - Тәжрибәм бар. Бында мал таратҡыста эшләйем. Ҡул көсө талап ителмәй. Барыһы ла механикалаштырылған. Иң мөһиме, мал аҙығын ваҡытында таратырға. «Төнгө вахта»ла ике ҡарауылсы - Владимир Сидниев менән Юрий Прокошин эшләй. Мал ҡараусылар малдарҙы ҡышлатыу осороноң бөтә мөһимлеген дә аңлай, шуға ла эштәрен еренә еткереп башҡарырға һәм күрһәткестәрҙе кәметмәҫкә тырыша.

Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: