Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
26 Ғинуар 2018, 12:01

Ремонт - ҡыҙыу осор

Календарҙа - ҡыш. Тышта йә әсе ел уйнай, йә сатлама һыуыҡтар. Ә бына ошо көндәрҙә беҙ барған Ленин исемендәге хужалыҡта ҡыҙыу мәл - ремонт осоро.

Ошо иҡтисади яҡтан ныҡлы хужалыҡтың барлыҡ ауыл хужалығы техникаһы Ҡуғанаҡбаш МТМһына ҡуйылған. Бында механизаторҙар һәм белгестәрҙән торған «тимер эше оҫталары» ауыл хужалығы техникаһын йүнәтеп һәм тергеҙеп, уларға яңы «һулыш» бирә тиһәң дә була.

- Хужалыҡ хеҙмәтсәндәре эшһөйәр, егәрле, ҡулдары алтын, шуға ла ремонт эштәренең күбеһен үҙ ҡулдарыбыҙ менән башҡарырға тырышабыҙ, - ти баш инженер Амур Синәғолов. - Был эштәрҙе декабрь айында башланыҡ һәм бөгөнгө көндә барлыҡ тағылмалы инвентарь - тырмалар, катоктар, культиваторҙар баҫыуға сығырға әҙер. Уларҙы ремонтлау менән Мансур Рәхимов, Салауат Йәғәфәров, Рәфҡәт Синәғолов, Рәүеф Байморатов, Ғәзинур Исмәғилев һәм Айнур Садиҡовтарҙан торған бригада шөғөлләнде.

Уның һүҙҙәрен дәлилләп, МТМ биналарының береһендә йөҙҙән ашыу тырма теҙеп ҡуйылған. Әлеге мәлдә, Амур Юнир улы әйтеүенсә, оҫтаханаларҙа өс Т-4 гусеницалы һәм өс МТЗ-80 тәгәрмәсле тракторҙарҙы ремонтлайҙар. Бер К-700 Ермолаево ауылында, унда кәрәкле эштәр тамамланған да инде һәм ошо аҙнала техниканы хужалыҡҡа алып ҡайтырға тейештәр.

- Запас частар менән проблемалар юҡ, - тип дауам итә һүҙен Амур Юнир улы. - Токарь, слесарь, тимерлек цехтары тотҡарлыҡһыҙ эшләй. Эшселәргә лә һәйбәт шарттар булдырылған. Техниканы йылы оҫтаханаларҙа ремонтлайҙар. Механизаторҙар Айнур Садиҡов, Ғәзинур Исмәғилев, Рәүеф Синәғолов, Рауил Булатов (һүрәттә), Марат Вилданов, Айнур Юнысовтар тик маҡтау һүҙҙәренә генә лайыҡ. Уларҙың барыһы ла үҙ эштәрендә тәжрибәле белгестәр, техниканы яҡшы беләләр. Яҙғы-баҫыу эштәрендә техника ватылмаһын өсөн күңел һалып иртәнән кискә тиклем тырышып эшләйҙәр. Беҙҙең техниканың «стажы» ҙур, әммә, шуға ҡарамаҫтан, ремонттан һуң ул намыҫлы эшләй. Эшселәрҙең кәйефтәре һәйбәт. Хеҙмәт хаҡын ваҡытында алалар. Кәрәк булһа эш хаҡы иҫәбенә ашлыҡ йәки мал-тыуар ҙа алалар.

- Эшләргә була. Бына уҙған йылда КСУ-1 универсаль сапҡыс, «Агратор» һәм «Кузбасс» сәсеү комплекстарын һатып алдыҡ. Әммә кадрҙар ҡартая, нигеҙҙә, өлкән йәштәгеләр эшләй. Йәштәр хеҙмәт хаҡы күләменә риза түгел, уларҙы ла аңларға мөмкин. Яғыулыҡтың да хаҡы арта, - тип уртаҡлашты әңгәмә барышында туған предприятиелары өсөн янып-көйгән хужалыҡ белгестәре. - Әммә, төрлө хәлдә лә техниканы ла ремонтлайбыҙ, ваҡыты еткәс, яҙғы-баҫыу эштәрен дә оптималь сроктарҙа башҡарырға тырышасаҡбыҙ.

Рәйсә МУСИНА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: