Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
23 Ғинуар 2018, 11:31

Намыҫлы хеҙмәт ҡыуаныс килтерә

Һеҙ берәй ҡасан фермер йәшәгән йорттоң башҡаларҙыҡынан бер аҙ айырылыуына иғтибар иткәнегеҙ бармы. Мәҫәлән, уның йортонда һәр саҡ төрлө техниканың күп булыуы менән. Шуға ла ауыл буйлап үтеп барғанда унда кем, әйтәйек, уҡытыусы йәки малсы, ә ҡайһыһында фермер йәшәүен белеү ауыр түгел. Бына Йәлембәт ауылынан Илфат Кәримовтың да йорто ҙур булмаған машина-трактор паркын хәтерләтә. Ир кешенең фермерлыҡ эшенә етди тотоноуы шунда уҡ күренеп тора - ул уға баҫыу эштәрен ваҡытында һәм ҡыҫҡа срокта башҡарып сығырға мөмкинлек биргән бөтә ауыл хужалығы техникаһына тиерлек эйә.

Илфат Нурғәли улы крәҫтиән-фермер хужалығын сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә - ике йылда ойошторған. Ә барыһы ла, ғәҙәттәгесә башлана. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас колхозда эшләй башлай. Артабан пассажирҙар автобусы водителе итеп «Башавтотранспорт» компанияһына эшкә урынлаша. Рейстарҙа күп йөрөп, өйгә бик һирәк ҡайта. Бер ваҡыт атаһы (әле мәрхүм инде) уны саҡырып: «Етер һиңә тегендә-бында йөрөргә, үҙ эшеңде башла. Ил ҙур, һәр кемгә ер етерлек», - тип кәңәш итә.

Илфат атаһының һүҙенә ҡолаҡ һала. Туғандарының, таныштарының пай ерҙәрен ҡуртымға ала, шулай уҡ үҙенеке менән бөтәһе 113 гектар ере була. Фермер ер өсөн пай хужаларына иген менән түләй. Ул ваҡытта Себерҙә эшләгән ағаһы Илфатҡа бер нисә берәмек техника һатып алырға ярҙам итә. Тәүге йыл фермер иген культуралары сәсә. Уңышты йыйып алырға үҙенең иген урып-йыйыу комбайны менән Илгиз Аҡанаев ярҙам итә. Йыйылған уңышты һаҡлау мәсьәләһе лә хәл ителә - урындағы фермерҙың бинаһын ҡуртымға ала. Артабан иген һатыу менән шөғөлләнә.

- Игенде ауылдаштар, күрше ауыл халҡы һатып ала. Күптән түгел 130 кв.м. майҙанлы бина һатып алдым, ҙур булмаһа ла үҙемдең складым буласаҡ, - тип дауам итә һүҙен әңгәмәсем.

Йыйып алынған уңыштың яртыһы мал аҙығына китә. Кәримовтарҙың мал-тыуары ла байтаҡ. Эре мал ғына 20 баштан ашыу.

- Шуларҙың һигеҙе һауын һыйыры, - тип аныҡлай Илфаттың тормош иптәше Гүзәл Зәбир ҡыҙы, ул күбеһенсә «һөт» мәсьәләһе менән шөғөлләнә. - Һөт, ҡаймаҡ, ҡоротто Салауат ҡалаһы баҙарына йөрөп һатабыҙ.

Эре малдан башҡа, йәйен Кәримовтар бер нисә тиҫтә өйрәк, индоөйрәк үҫтерә, уларҙың аныҡ һанын үҙҙәре лә әйтә алманы.

- Тәүлеклек бройлер себештәрен мин һәр саҡ март айында һатып алып үҫтерәм. Мәшәҡәтле эш, әлбиттә, әммә шулай ышаныслыраҡ, - тип иҫәпләй хужабикә.

Ер эшенә ҡайтайыҡ. Уҙған йылда яңы пайсылар иҫәбенә иген культуралары майҙаны тағы ла арта. Һынап ҡарар өсөн Кәримов 50 гектарға көнбағыш сәсә һәм бик һәйбәт уңыш ала. Уны һатыу менән дә проблема булмай - Күмертау ҡалаһы эргәһендә урынлашҡан Маячный май һыҡтырыу заводына илтә. Һәйбәт килем ала. Дөйөм алғанда, фермерҙың эше ыңғай бара.

- Орлоҡ менән дә проблема юҡ. Әгәр былтыр үҙемдекен ҡулланһам, быйыл элиталы сорттарҙы һатып алырға ниәтләйем. Көҙөн 70 гектар ужым арышы сәстем.

Бер кешегә генә шундай ҙур һәм яуаплы, күп көс һәм тырышлыҡ талап иткән эште башҡарып сығыуы еңел булмауы билдәле. Ярҙамға йыш ҡына туғандары һәм дуҫтары килә. Илфат үҙе лә техниканы һәйбәт белә, төрлө техника руле артына ултыра ала. Барыһына ла атайымдан өйрәндем, ти ул. Шулай итеп, фермерҙың техника паркы һуңғы ваҡытта ЗИЛ автомашинаһы, «Енисей» комбайны һәм бер нисә тағылма агрегат менән тулылана.

Илфат Нурғәли улы бер нисә йыл элек шөғөлләнә башлаған эште еңел тип әйтеп булмай, ете ҡат тир сыҡҡансы эшләргә тура килә. Иң мөһиме, яҡындарың - ғаиләң менән бергә булыу. Балалары үҫеп килә. Ҡыҙҙары Әлиә - әсәһенең ҙур ярҙамсыһы, ун йәшлек улдары Илнар, атаһы ремонт менән шөғөлләнгәндә йыш ҡына уға ярҙам итә. Асҡыс, йә отвертка биреп тора. Ике йыл ярым элек ҡыҙҙары Азалия донъяға килә.

Бына шундай иҫ киткес ғаилә йәшәй Йәлембәт ауылында. Уларҙың барлыҡ хыялдары ла тормошҡа ашһын, эштәрендә һәм уҡыуҙарында уңыштар юлдаш булһын!

Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: