Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
19 Ғинуар 2018, 12:27

Ҡыш - ремонт эштәре мәле

Йәй, көҙ йәки, әлеге кеүек, ҡыш булһынмы, райондың ауыл хужалығы предприятиеларының машина-трактор мастерскойҙарында һәр ваҡыт эш ҡайнай. Ҡышҡы айҙар крәҫтиәндәргә ауыл хужалығы техникаһын һәм тағылмалы агрегаттарҙы ремонтлау өсөн ҡыҙыу ваҡыт булып тора. Механизаторҙар «тимер аттарына» сираттағы «дауалау курсы» үткәрә.

Матросов исемендәге хужалыҡтың Хәлекәй МТМһы гаражына инеү менән ремонт эштәре ҡыҙыу барыуын күрҙек: кемдер гайка бора, кемдер трактор эргәһендә булыша ине.

- Ремонт эштәре нисек бара? - тип ҡыҙыҡһынабыҙ МТМ мөдире Илдус Байгилдиндан.

- Бинала, күреүегеҙсә, өс трактор. Шуларҙың икеһе Фәнзил Мәхийәновҡа беркетелгән. Ул бер үк ваҡытта ике тракторҙы ремонтлай алмағанлыҡтан, ғүмер буйына колхозда эшләгән тәжрибәле механизатор Фәнил Шәриповҡа мөрәжәғәт иттек. Һәм ул, хәҙер хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Т-150 тракторын ремонтлашырға ризалашты. Был тракторға етди ремонт талап ителә - моторын йүнәтергә кәрәк, - тип эш торошо менән таныштыра гараж мөдире.

Фәнзил Мәхийәнов Т-4 тракторын ремонтлау менән мәшғүл.

- Уҙған йылда уны капиталь ремонтланыҡ, - тип һөйләй ул. - Әле йөрөтөү системаһын ҡарарға, ҡайһы бер механизмдарын төҙәтергә кәрәк, ә яҙға ҡарай, техник тикшереү алдынан, уны буяу менән шөғөлләнәсәкмен.

Был трактор, уҙған миҙгелдәге кеүек, сәсеү алдынан тупраҡты эшкәртеүҙә ҡатнашасаҡ, тимәк, ул беренселәрҙән булып баҫыуға сығасаҡ.

Илнур Әсфәндийәров та үҙ тракторын ремонтлай, ул яҡшы механизатор ҙа, иретеп йәбештереү аппараты менән дә оҫта эш итә. Токарь Зөфәр Әминов та үҙ эшенең оҫтаһы, һәр нәмәне еренә еткереп башҡара.

Техниканы ремонтлауҙан тыш, бында тағылмалы агрегаттарҙы ла тәртипкә килтерәләр. Мәҫәлән, Флүр Баһауетдинов (һүрәттә) күптән түгел хужалыҡтарҙың береһенән һатып алынған дүрт метрлы урғысты ремонтлау менән мәшғүл. Агрегат иҫке генә, үҙенең шнегы ватыҡ, уға алмаш тапмағандар. Шулай уҡ сегменттарҙы ла яңыға алмаштырырға кәрәк. Флүр Әхмәтсәләм улы йәйге ваҡытта, нигеҙҙә, мал аҙығы етештереү менән шөғөлләнә. Уға шулай уҡ КУН менән МТЗ-80 һәм МТЗ-52 тракторҙары беркетелгән.

- Уларҙы ҡасан ремонтлайһығыҙ? Ваҡыт аҙ ҡалып бара бит...

- Уларға етди ремонт талап ителмәй, - ти механизатор. - Майын алмаштырырға, фильтрҙарын тикшерергә, фарҙарын таҙартырға һәм ваҡ-төйәк эштәре генә бар.

Сиратта ремонт талап ителгән тағы ике трактор тора.

Улар әйтеүенсә, запас частар менән проблема юҡ. Аҡса ғына булһын, хәҙер бар нимәне табып була. Матросов исемендәге хужалыҡ инженеры Илдус Кинйәбулатов уларҙы Өфө ҡалаһынан, күрше Федоровка районынан һатып ала.

Бына шундай ҙур булмаған коллектив бөгөн шундай яуаплы һәм мөһим эш менән мәшғүл. Күҙ асып йомғансы яҙ килеп етер, ауыл хеҙмәтсәндәрен баҫыуға саҡырыр. Тимәк, техниканы ремонтлау эштәрен оҙаҡҡа һуҙырға түгел.

Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотолары.
Читайте нас: