Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
16 Ғинуар 2018, 12:36

Йыл башында яңы ферма эшләй башланы

Һарайҫа ауылында яңы ферма төҙөүҙәре тураһында гәзиттең уҙған йылдың октябрь айы һандарының береһендә хәбәр иткәйнек инде. Ул ваҡытта буласаҡ бинаның нигеҙе генә һалынғайны. Төҙөлөш эштәре барышында бер аҙ ауырлыҡтар барлыҡҡа килә, шуға ла объектты тапшырыу срогы бер нисә аҙнаға күсерелә. Шуға ҡарамаҫтан, ни бары дүрт айҙа тигеҙ урында тиерлек, анығыраҡ әйткәндә, ферма территорияһында һыйыр аҙбары эргәһендә тағы бер ферма төҙөлә һәм файҙаланыуға тапшырыла. Бина заманса төҙөлөш материалдарын ҡулланып төҙөлгән, заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған.

- Ныҡлы тимер конструкция, ҡышын йылыны һәм йәйен һыуыҡты һәйбәт тотҡан сифатлы сэндвич-панелдән, бындай ҡоролмалар өсөн бик мөһим булған уйланылған вентиляция системаһы, һөт үткәргес, - тип һанай һәм күрһәтә яңы ферманың яҡшы яҡтарын ауыл хужалығы предприятиеһы инвесторы Дато Кардава. Төҙөлөшкә 13 миллион һум тирәһе аҡса һалынған. Бинала әлеге ваҡытта 200 һауын һыйыр бар, уларҙың яртыһы уҙған йылда һатып алынған. Мал-тыуарға бөтә шарттар ҙа бар, аҙыҡ етерлек күләмдә бирелә, ә һыу ағып тора. Яңы ферма, тимәк, яңы эш урындары. Бында 12 кеше эшләй. Шуларҙың дүртеһе - һауынсы, ҡалғандары - мал ҡараусы, слесарь, төрлө эш башҡарыусылар. Һарайҫа фермаһы мөдире лә алмашынған. Күптән түгел ошо яуаплы вазифаны Альбина Бүләкова башҡара. - Әлегә мин эшкә өйрәнәм генә, - ти ул. - Коллектив дуҫ һәм берҙәм, ярҙамсыл, сөнки бөтәбеҙ ҙә ҙур бер эш башҡарабыҙ, барыһы ла юғары һауым алыр өсөн тырышып эшләй. Бында минең тормош иптәшем дә мал ҡараусы булып эшләй. Бар ай элек һәйбәт белгес - техник - яһалма ҡасырыусы Лида Исламованы эшкә алғандар. Коллектив та, хужалыҡ етәкселеге лә уға бик оҡшай. Бер һүҙ менән әйткәндә, бында дәртле, эшкә һәләтле команда йыйылған. Һуңғы бер нисә йылда нығынып өлгөргән был хужалыҡтың артабан да етештереү күрһәткестәрен арттырыуында шик юҡ. Малсылыҡ фермаһын асыу ауыл өсөн генә түгел, район өсөн дә әһәмиәтле ваҡиға. Яңы йыл башында ошо объектты рәсми асыуҙа район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров, иҡтисад һәм АПК мәсьәләләре буйынса уның урынбаҫары Ф.В.Исмәғилев, райондың баш зоотехнигы Н.З.Йосопов һ.б. ҡатнашты. Ҡунаҡтар ферманы ҡарап, үҙ тәҡдимдәрен индерҙе. Яңы объект уларҙа тик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Районда булған ыңғай үҙгәрештәр тураһында яҙыу һәр ваҡыт рәхәт һәм шатлыҡлы. Улар йышыраҡ булһын. Ә «Күндерәк» хужалығының барлыҡ малсылыҡ коллективына һәм етәкселегенә эштәрендә уңыштар, сифатлы, кәрәкле һәм тәмле продукцияны күберәк етештереүҙәрен теләйбеҙ.

Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотолары.


Читайте нас: