Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
12 Ғинуар 2018, 11:13

Һауым уҙған йылға ҡарағанда күберәк

Быйыл ҡышын, тышта ғинуар айы булыуға ҡарамаҫтан, әлегә ҡаты һыуыҡтар булманы, ҡар ҙа артыҡ күп яумай . Ҡыш малсылыҡ тармағы өсөн үҙенсәлекле осор. Был көндәрҙә малсылар етди әҙерлек үтә - кем нисек бинаны ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән, мал аҙығы етерлекме? «Центральная» МТСы хужалығында мал ҡышлатыу барышы менән танышыу өсөн, беҙ шаршамбы көндө Ҡарағош һөтсөлөк фермаһында булдыҡ.

Төшкө ял ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, малсылыҡ корпусында ҡатын-ҡыҙҙар тауышы яңғырап тора ине. Сөнки, ҡағиҙә булараҡ, һауынсыларҙың эш көнө иртән иртүк башлана һәм 3-4 сәғәт дауам итә, һуңынан улар сәғәт биштәргә киске һауынға килә.

- Был һыйыр һауыуҙың яңы системаһы - тип аңлата ферма мөдире Рауат Исмәғилев. - Хәҙер беҙҙе, атап әйткәндә, «Центральная» МТСының бөтә филиалдарында ла, уҙған йылдан башлап, һыйырҙарҙы көнөнә өс тапҡыр һауалар. Был барлыҡ һәүкәштәргә лә ҡағылмай, ә яңы быҙаулаған һыйырҙарҙың һөтөн арттырыу маҡсатында йөҙ көн тирәһе уларҙы өҫтәмә һауабыҙ. Бындай үҙгәрештәргә тәү сиратта машина менән һыйыр һауыу операторҙарына өйрәнеү ауыр булды, сөнки төп эш уларҙың иңенә төшә. - Минең төркөмдә 26 һауын һыйыр, - тип һөйләй Зимфира Кирәева. - Шуларҙың һигеҙе быҙауланы, уларҙы көнөнә өс тапҡыр һауырға кәрәк.

Әйткәндәй, Зимфира - уҙған йылда үткәрелгән машина менән һыйыр һауыу операторҙары район конкурсында еңеүсе. Ул шулай уҡ Мәләүез ҡалаһында үткән ошондай республика конкурсында ҡатнашҡан. Тәьҫораттары бик күп.

- Призерҙар иҫәбенә инмәһәм дә, һәйбәт сығыш яһаным. Кем әйтмешләй, үҙемде күрһәттем, башҡаларҙы ҡараным. Конкурсҡа тотош республиканан тиерлек килгәйнеләр. Башҡа райондарҙан хеҙмәттәштәрем менән таныштым, уларҙың эш шарттары менән ҡыҙыҡһындым. Шарттарға килгәндә, улар элеккеләргә ҡарағанда күпкә айырыла. Хәҙер күп процес механикалаштырылған. Әммә,

шуға ҡарамаҫтан, ҡул эше һаман да бар. Әйтәйек, шул уҡ һауынсылар. Һыйыр һауып бөткәндән һуң һәүкәштәрҙе тышҡа ҡыуып сығарып, аҙбар эсен тәртипкә килтерә.

- Аҙбар эсен таҙартыу механизмын уйлап сығарыусы тыумаған әле, - тип көлөшәләр был хаҡта ҡатын-ҡыҙҙар. - Иңмөһиме, тиреҫ сығарыу транспортеры ватылмай эшләһен. Малдарҙы ашатыу менән мал ҡараусылар шөғөлләнә. Рационда сенаж, силос, патока, ашлыҡ фуражы һәм хуш еҫле бесән. Мал ҡараусылар Нурғаян Кирәев, Арсен Туҡтаров, Юность Йомадилов, Радмир Кирәев байтаҡ йылдар малсылыҡ тармағында эшләй. Фермала барлығы 134 һауын һыйыр. Уҙған йылдың сентябрь башынан 116 быҙау алынған. Уларҙы Регина һәм Валерий Кирәевтар ҡарай. Атаһы менән ҡыҙы йөкмәтелгән бурыстарҙы еренә еткереп башҡара. Йәш малдың уртаса тәүлеклек артымы 620 грамм тәшкил итә.

Рауат Сәғиҙулла улы машина менән һыйыр һауыу операторҙары араһында Зимфира Кирәеванан тыш, Эльвира Ғирфанованы ла билдәләп үтте. Ул быҙаулаған 32 тана алған. Уларҙы һыйыр һауыу аппаратына өйрәтеү, һөт һауғансы эргәләрендә тороу, бер нимәнән дә ҡурҡмау өсөн һауынсыға күпме түҙемлек һәм тырышлыҡ кәрәк.

10 ғинуарға бер һыйырҙан уртаса һауым 11,4 кг тәшкил иткән, был уҙған йыл менән сағыштырғанда 2 килограмға күберәк. Бында етештергән һөттөң сифатын һәр ваҡыт тикшерәләр. Бәләбәй һөтсөлөк комбинатына эшкәртеүгә уны, нигеҙҙә, юғары сортлы итеп тапшыралар. Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: