Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
13 Декабрь 2017, 18:22

Иң мөһиме - техниканы дөрөҫ һаҡларға һәм сифатлы әҙерләй белергә

Уҙған аҙна аҙағында «Правда» агрофирмаһы» йәмғиәтендә техниканы оҙайлы ваҡытҡа һаҡлауға ҡуйыу һәм уны киләһе ауыл хужалығы йылына әҙерләү мәсьәләләре буйынса семинаркәңәшмә үтте. Унда район хакимиәтенең агросәнәғәт комплексы мәсьәләләре буйынса бүлек белгестәре, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, баш инженерҙары, бригадирҙары ҡатнашты.

Сараны район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаров асып, бөгөнгө көндә ауыл хужалығы машиналары ҡиммәт торған саҡта уларҙы һаҡлауға, ремонтлауға айырыуса иғтибар бирергә кәрәк, тип билдәләне. Техника һәм агрегаттарҙы ҡышҡылыҡҡа һаҡлауға дөрөҫ ҡуйыу - механизаторҙарҙың мөһим бурыстарының береһе. Фәнүр Зөфәр улы ер һөрөүҙе тамамлау, яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алыу кеүек башҡа темаларға ла туҡталып үтте. Артабан семинарҙа ҡатнашыусылар алдында «Правда» агрофирмаһы» йәмғиәтенең яңы етәксеһе А.В.Дерябкин сығыш яһап, йыйылыусыларҙы үҫемлекселек һәм малсылыҡ буйынса ошо предприятие күрһәткестәре м е н ә н ҡ ы ҫ ҡ а с а

таныштырҙы. Традиция буйынса, семинар-кәңәшмәнең пра ктик өлөшө м а ш и н а - трактор мастерскойында үтте, уның территорияһының барлыҡ ерендә өлгөлө тәртип ине. Район хакимиәтенең АПК мәсьәләләре бүлегенең баш инженеры Рауил Туҡбаев билдәләүенсә, бында бөтә техника һаҡлауға ГОСТ талаптарына ярашлы ҡуйылған. Баҫыу эштәре тамамланғандан һуң агрегаттар тулыһынса таҙартылған, механизмдары майланған. Машиналар һәм рәттәр араһында арауыҡ һаҡланған. Ике ангарҙа өс «Лида» ашлыҡ йыйыу комбайны, сәскестәр, ун берәмек «Омичка» сәскес-культиватор һәм башҡа яңы һәм ҡиммәтле машиналар һәм агрегаттар урынлаштырылған. Иҫке техниканы ла иҫәптән сығармайҙар. Гараж биналарының береһендә тракторҙар ремонтлау тулы көскә бара. Механизаторҙар ҙа шулай уҡ СЗ-5.4 иҫке ашлыҡ сәскесен капиталь ремонтлау менән мәшғүл, ул хужалыҡҡа тиҫтәләрсә йыл хеҙмәт иткән. «Тағы шул тиклем хеҙмәт итәсәк, - тиҙәр ышаныс менән ремонтсылар - йүнәткәндән һуң яңынан айырып та булмаҫ әле». Тырмаларҙың күп өлөшө ремонтланған. Семинар-кәңәшмәнең теоретик өлөшө урындағы мәҙәниәт йортонда үтте, бында ҡышҡы осорҙоң төп мәлдәре тикшерелде. Район хужалыҡтарында көҙгө-ҡышҡы осорҙа ремонт эштәрен ойоштороу, ауыл хужалығы техникаһын ҡышҡылыҡҡа һаҡлауға ҡуйыу барышы тураһында Р.М.Туҡбаев ентекле һөйләне: - Барлығы район буйынса баҫыу эштәре башланғансы 180 трактор, 52 ашлыҡ урыу комбайнын, 17 берәмек мал аҙығы йыйыу техникаһын һәм бөтә тағылмалы инвентарь йыйылмаһын, шул иҫәптән эләктергестәр, тырмалар, культиваторҙар һәм сәскестәрҙе ремонтларға кәрәк. Тәү сиратта, ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеү,

ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау буйынса звенолар булдырыу зарур. Кәрәк булһа республиканың ремонт предприятиелары хеҙмәттәренән файҙаланырға мөмкин, унда барлыҡ производство процестары етештереүсе заводтарҙың технологик нормаларына ярашлы башҡарыла, - тип билдәләне Рауил Мөхәмәтгәрәй улы. - Бөгөнгө көндә «Правда» агрофирмаһы», «Нур» агрофирмаһы» йәмғиәттәрендә, «Урожай», «Заря», Матросов, Ленин исемендәге хужалыҡтарҙа техника оҙайлы һаҡлауға ҡ у й ы л ғ а н , р е м о н т бригадалары булдырылған. Стәрлебаш районы буйынса дәүләт техник күҙәтеү начальнигы М.Р.Насиров залда ултырыусыларға үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа техникаға техник тикшереү ҡағиҙәләре һәм сроктары тураһында һөйләне. Ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре һәм белгестәре алдында ремонт һәм ауыл хужалығы техникаһын, запас частар («Башагромаш» акционерҙар йәмғиәте, «Универсал-Агро» йәмғиәте, «Техресурс» компанияһы), шулай уҡ нефть продукттарын («ЮВА» йәмғиәте) һатыу менән шөғөлләнгән предприятиелар вәкилдәре сығыш яһаны. Алда - ҡыш. Ремонт бригадалары машиналар һәм тракторҙарҙы киләһе яҙ баҫыуға сығарыуға әҙерләгән ваҡыт. Эш күләме аҙ түгел. Механизаторҙар бөтә кәрәкле техниканы ваҡытында һәм сифатлы ремонтлап, яңы миҙгелде тулы әҙерлектә ҡаршы алыр тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Фаягөл ЙОСОПОВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы


Читайте нас: