Ҡағиҙә булараҡ, халыҡ ауылдың ижади усағы булған ауыл мәҙәниәт йортона йыйыла. Уның нисек эшләүе художество етәксеһенә бәйле. Был турала Зөмәрә Абдуллина (һүрәттә) яҡшы белә, сөнки уға был эш ышанып тапшырылған.
Ауылдарҙа балалар баҡсаһы, мәктәптәр ябылғанда, ташландыҡ өйҙәр күбәйгәндә тормош туҡтағандай кеүек. Әммә Тормай ауылында бер йылдан ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй, быға ауыл халҡы бик шат. Ауыл халҡына һаулыҡ бик мөһим, әммә рухи аҙыҡ та кәрәк. Ауыл мәҙәниәт йорто бинаһы 60-сы йылдарҙа төҙөлгән һәм әлеге көндә лә тәҙрәләрендә ут һүнмәй. Мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу юғалтмаҫҡа йәки ялдарын күңелле үткәрергә ауылдаштарына Зөмәрә Абдуллина ярҙам итә. Ул үҙе лә ауыл ҡыҙы, шуға күрә ауыл халҡының нисек йәшәүен һәм кемдә ниндәй талант булғанын яҡшы белә. Ул ауыл мәҙәниәт йортонда халыҡты йыйып, сираттағы сараға әҙерләй.
Тормайҙар күңелле һәм берҙәм Ҡышты оҙаталар, Һабантуйға әҙерләнәләр, «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына йыйылалар, залды байрамға әҙерләйҙәр, ауыл тормошон нисек тә йәнләндерергә тырышалар. Ниндәй генә спектаклдән өҙөктәр, бейеүҙәр һәм конкурстар менән ғәжәпләндермәй улар. Ҡайһы берҙә шул тиклем фантазия ҡайҙан килә тип уйлап ҡуяһың. Ә бөтәһе лә художество етәксеһенән тора, ул илһамландыра һәм ижад донъяһына әйҙәй.
Зөмәрә апай күрше Ямғырсы ауылында ябай колхозсы ғаиләһендә тыуа. Сәхнәне ул мәктәп йылдарынан уҡ үҙ итә:
- Ниндәй матур кисәләр үткәргәнебеҙҙе, бейеп-йырлағаныбыҙҙы күҙ алдына ла килтерә алмайһығыҙ. Мәктәпте тамамлағандан һуң да мин үҙешмәкәр менән шөғөлләнеүемде дауам иттем. Ун йыл пионервожатый булып эшләнем, шунда ойоштороу һәләттәремде үҫтерә алғанмындыр, моғайын, - тип һөйләй үҙенең эшенең башланыуы тураһында Зөмәрә апай.
Бәлки шул ваҡытта сәхнәлә уның тубыҡтары ла ҡалтырағандыр һәм тулҡынланыуҙан тауышы ла юғалғандыр. Әммә хәҙер бөтәһе лә башҡаса. Зөлфиә Ғиззетдинова тарафынан ҡуйылған «Ғазаплы яҙмыш» пьесаһында ул төп ролде башҡара һәм тамашасылар һөйөүен яулай. Зөмәрә Вәрис ҡыҙы шул тиклем оҫта уйнай, хатта тамашасылар тормош иптәшен юғалтҡан героиняны бик ныҡ йәлләй. Ә шаян бейеү бейегәндә йәки ҡалаҡтарҙа уйнағанда ул дәртле һәм күңелле белә белә!
- Сәхнәлә үҙемде дөрөҫ тоторға мине Гөлйөҙөм Сәйепова һәм Зөлфиә Ғиззетдинова өйрәтә. Уларҙы мин сәхнә оҫталығына өйрәтеүсе остаздарым тип һанайым, - ти Зөмәрә апай.
2013 йылдан ауыл пенсионерҙарынан торған «Хәтирәкәй» коллективы эшләп килә. Унда халыҡ музыка ҡоралы - ҡумыҙҙа, шылтыраҡтар һәм ҡалаҡтарҙа уйнайҙар. 2019 йылда минең геройым «Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре» конкурсында еңеүсе була. Шул уҡ ваҡытта ул яҡшы хужабикә, һөйөклө ҡатын һәм әсәй. Художество етәксеһе сәхнәне яратырға, аралашыусан, әүҙем булырға, эргәһендә талантлы кешеләр йыя белергә тейеш. Ауылдың рухи сәләмәтлеге уның ҡулында һәм ауыл мәҙәниәт йорто тәҙрәләрендә ут янғанда ауыл йәшәй әле!