Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
19 Март 2021, 15:20

Эшкә тоғролоҡ - уның өсөн буш һүҙ түгел

Һәр ойошманың именлеге баш бухгалтерҙың эшенә бәйле. Эште тәртиптә тотоу, ваҡытында һалым тураһында отчет биреү һәм хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләү - Ләлә Әсәҙуллина (һүрәттә) алдында көн һайын ошондай бурыстар тора. Ул эшләгән өлкә тотороҡло һәм ышаныслы булырға тейеш. Тап торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эше ауыл халҡының уңайлы тормош нигеҙе булып тора.

Көс-ғәйрәте ташып торған Ләлә Әхтәм ҡыҙы 1997 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағандан һуң районға эшкә ҡайта. Буҙат ауылы ҡыҙының эше ыңғай бара һәм оло тормош уны үҙенә саҡыра. Ул «Иҡтисад һәм хоҡуҡ» факультетында алған белемен тиҙерәк ҡулланырға теләй. Абруйлы иҡтисадсы дипломын алған йәш белгескә Һаҡлыҡ банкында эш урыны табыла. Тәүҙә ул контролер булып эшләй, һуңынан аҡса һәм матди ҡиммәттәр һаҡлау бүлеге мөдире вазифаһын ышанып тапшыралар:
- Һаҡлыҡ банкында минең остаздарым яҡшы булды. Эш башлағанда был бик мөһим. Рәйсә Ғабдулла ҡыҙы Рәхмәтуллина минең өсөн беренсе етәксе генә булманы, мине хеҙмәт этикаһына, яуаплылыҡҡа өйрәтте, шунда мин тәүге тәжрибәмде алдым, - тип уртаҡлашты хәтирәләре менән Ләлә Әхтәм ҡыҙы.
Стәрлебаш һыу каналында эшләгәндә ул бухгалтер иҫәбе нескәлектәренә төшөнә. Уны 2001 йылда эшкә ошо ойошма директоры Әғзәм Иҙрисов саҡыра. Ә өс йылдан 30 йәшлек Ләлә Әхтәм ҡыҙын «Стәрлебаш ПУЖКХ» предприятиеһына баш бухгалтер итеп тәғәйенләйҙәр.
Был ваҡытта предприятиела 120 хеҙмәткәр иҫәпләнә. Бухгалтерияла тәжрибәле белгестәр эшләй. Уларҙың барыһы ла яңы етәксенән күпкә оло була, әммә шуға ҡарамаҫтан, уны йылы һүҙҙәре һәм кәңәштәре менән хуплайҙар:
- Бигерәк тә мин Эльвира һәм Әлфиә Тайғоноваларға, Любовь Дәүләтшинаға рәхмәтлемен, улар миңә күп ярҙам иттеләр, - тип хәтерләй бөгөн баш бухгалтер.
Ә ҡурҡырға урын, ысынлап та, була! Предприятиеның финанс хәле шәптән булмай. Шуға күрә, иҫәп реквизиттары күп миллионлы картотека менән ябыҡ ине, кисектергеһеҙ проблемаларҙы хәл итеү юлдары эҙләргә тура килә:
- Миңә һәм директор Наил Ғәлиәкбәровҡа (ул минән бер ай элек кенә тәғәйенләнгән) ул ваҡытта хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы буйынса ғәйәт ҙур бурыс иң киҫкен проблема булып тора ине. Көндәлек бурыстар менән бер рәттән поставщиктар менән дә эште көйләргә кәрәк ине. Беҙҙең предприятиеның бурыстары булыуға ҡарамаҫтан, тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙе туҡтатмауҙары тураһында һөйләшеп-килешергә тура килә ине, - тине әңгәмәсем эштә осраған тәүге ҡыйынлыҡтар тураһында.
Бурыстарҙы ҡаплау графигын төҙөп, уны ҡәтғи үтәйҙәр. Һалым һәм взностар түләүҙе көйләйҙәр, шулай итеп предприятиеның эше туҡталмай. «Стәрлебаш ПУЖКХ» предприятиеһын ябып ҡына, 2008 йылда көрсөктән сыға алалар. Уның урынына яңы «Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь сервис» предприятиеһы барлыҡҡа килә. Минең мәҡәлә геройымдың финанстарға бәйле эшмәкәрлеге күпкә еңелләшә. Бөгөн дәүләт ярҙамының яңы мөмкинлектәре арҡаһында эштәр алға бара. Хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттары һәм халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәттәр сифаты яҡшыра. Ҡайһы саҡта хатта эш өйгә лә эйәреп ҡайта. Министрлыҡ, һалым отчеттары һандары башынан сыҡмай!
Бәхетенә күрә, өйҙәгеләре уның эшен аңлай. Уларҙың ғаиләһе иҫ киткес! Тормош иптәше Марс Миңләхмәт улы һөнәре буйынса физкультура уҡытыусыһы. Шуға күрә, спорт һәм әүҙем тормош Әсәҙуллиндар ғаиләһе өсөн беренсе урында тора! Улар бергәләп йыш ҡына саңғыла йөрөйҙәр, күберәк тәбиғәттә булырға тырышалар. Ләлә Әхтәм ҡыҙы өсөн балалары иң ҙур шатлыҡ һәм ғорурлығы. Улы Линар мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, әле Өфө дәүләт авиация техник университетында хәрби инженер белгеслеген үҙләштерә, ул бишенсе курста белем ала. Ҡыҙы Зарина бишенсе класс уҡыусыһы, ағаһы кеүек «5» билдәләренә генә өлгәшә.
Уңыштың сере нимәлә? Яратҡан эшеңде башҡарыу һәм унан ҡәнәғәтлек алыу. Нимәһе ғәжәпләндерҙе, әңгәмәсем бер ваҡытта ла һөнәрен алмаштырырға уйламаған. Минең һорауыма яуап бик ябай булып сыҡты:
- Һәр эштәге кеүек үк, хеҙмәтеңде яратырға кәрәк.
Рәйлә ТАЙҒОНОВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: