Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
19 Март 2021, 15:20

Эшһөйәр, яуаплы, мөләйем, бәхетле...

Ошо көндәрҙә торлаҡ - коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.Светлана Мөрәсева - «Жилищник» йәмғиәтендә бухгалтер-кассир. Бында унынсы йыл эшләй, әммә уның хеҙмәт стажы күпкә ҙурыраҡ. Ул күберәк халыҡ менән эшләй, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр ала.

- Бынан тыш, матди өҫтәл алып барам, - ти Светлана Әбделхәй ҡыҙы. - Килем-сығымдарҙы иҫәпләйем, матди саралар иҫәбендәге сығымдарҙы ла алып барам. Беҙҙең предприятие 35 күп фатирлы йорто хеҙмәтләндерә. Унда йәшәүселәрҙән төрлө эштәр башҡарыуға: ассенизатор, сантехник, электр-техник хеҙмәттәргә һ.б. заявкалар ҡабул итәм.
Уның әйтеүе буйынса, эштә иң мөһиме - клиенттар менән уртаҡ тел табыу. Ә улар төрлө. Кемдер берәй кәңәш өсөн дә рәхмәт әйтә, ә икенсеһе - рәхмәт әйтер урынға һәм, хатта эштең айышына ла төшөнөп тормайынса, тауыш күтәрергә һәм мөнәсәбәттәрҙе асыҡларға тора. Әммә күп осраҡта, беҙҙә кешеләр яҡшы, ти ул.
«Жилищник» йәмғиәте директоры Рәсим Ғиниәтуллин әйтеүенсә, Светлана Әбделхәй ҡыҙы - һәйбәт, кешеләр менән уртаҡ тел таба белгән, мөләйем, яуаплы, изге күңелле белгес. Үҙ эшен һәм ҡушылған башҡа йомоштарҙы намыҫлы башҡара.
Бынан тыш, С.Мөрәсева - яуарлы хеҙмәткәр, һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле әсәй, бәхетле өләсәй. Ата-әсәһенең ғорурлығы - улдары Тимур һәм Айҙар, ул тормош иптәше Әнис менән уларға белем алырға ярҙам иткән. Бөгөн улар эшләп йөрөй, Тимур Өфө ҡала хакимиәтендә, Айҙар - Стәрлебашта полицияла. Тимурҙың ғаиләһе бар, Эмилия исемле ҡыҙ үҫтерәләр.
Светлана Әбделхәй ҡыҙының яратҡан шөғөлө лә бар. Буш ваҡытта ул шәлдәр һәм палантиндар бәйләргә, бешеренергә, декупаж яһарға ярата. Ул бик эшһөйәр, сөнки биш бала тәрбиәләнгән ишле ғаиләлә бәләкәйҙән эш белеп үҫә.
- Тормошта иң мөһиме - ғаилә, - тип иҫәпләй минең мәҡәлә геройым. - Унда бөтәһенә лә уңайлы, барыһы ла бәхетле һәм сәләмәт булырға тейеш.
Бына ошондай изге күңелле, һөйкөмлө, шул уҡ ваҡытта бәхетле ханым эшләй «Жилищник» йәмғиәтендә. Ул хеҙмәттәштәре һәм ауыл халҡы араһында ҙур хөрмәт һәм абруй яулаған. Һәм һөнәри байрамы - Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көнөн ул яҡшы кәйеф менән генә түгел, ә эшендә һәйбәт һөҙөмтәләр менән ҡаршы ала.
Рәйсә Мусина. Р.йәғәфәров фотоһы.
Читайте нас: