Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
19 Март 2021, 15:35

Буранда ла, сатлама һыуыҡта ла

Стәрлебаш һәм башҡа ауылдар халҡы социаль селтәрҙәрҙә фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн тракторсыларға рәхмәт һүҙҙәрен күп яҙҙы. Бына уларҙың береһе: «Зәңгәр МТЗ-82 тракторсыһына ҙур рәхмәт, ул Ҡаранай Моратов урамын бик яҡшы таҙартты».

МТЗ-82 тракторында рейсҡа сығыр алдынан Фәрих Рәхимҡоловҡа үҙенә Мөхәмәтдәмин ауылынан килергә кәрәк. Таңғы сәғәт дүрткә тиклем ул мотлаҡ килеп өлгөрөргә тейеш, сөнки тап шундай иртәнге ваҡытта ул үҙ маршрутына сыға. Тәү сиратта, ул кешеләр мәктәпкә, дауаханаға, эшкә бара алһын өсөн ауыл инфраструктураһы урынлашҡан үҙәк урамдарҙы таҙарта. Тротуарҙар ҙа иғтибарһыҙ ҡалмай, артабан трактор алыҫ микрорайондарға йүнәлә. Унда ла ул шулай уҡ транспорт һәм йәйәүлеләр йөрөй алһын өсөн тыҡрыҡтарҙы, урамдарҙы көрттән таҙарта, юл аса.
- Техника һынатмай, яғыулыҡ менән дә проблема юҡ. Ауырлыҡтар, ғәҙәттә, тар урамдарҙа һәм тыҡрыҡтарҙа барлыҡҡа килә. Бындай урындарҙа ҡарҙы этергә урын юҡ, кешенең ихатаһына зыян килтереү ихтимал, - бына шундай проблемалар осрай Фәрих Фәрит улына.
Хеҙмәттәше менән бергә «Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь сервис» предприятиеһында зәңгәр төҫтәге Т-150 тракторында тағы бер тракторсы эшләй, көндәр буранлы торғанда социаль селтәрҙәрҙә ауыл халҡы уны ла рәхмәт һүҙҙәренә күмгәйне. Иншар Хәмитов предприятиела 2014 йылдан алып эшләй. Ул шулай уҡ көндәр насар торғанда таңғы дүрттә урамдарҙы таҙартырға сыға. Күберәк район үҙәгенең Ленин урамын һәм «Төньяҡ» микрорайонын таҙарта.
- Мине Беларус тракторы эттерә алмаған урамдарға ебәрәләр. Эшемде яратам, ошондай төҙөк техникала эшләү икеләтә һөйөнөслө, - ти Иншар Шәмсетдин улы.
Район үҙәгенән тыш уларҙы Стәрлебаш ауыл биләмәһенең тағы ете ауылында көтәләр. Тракторсыларҙың икеһе лә аҙ һүҙле булып сыҡты, уларҙы беҙ урамда ҡарҙан таҙартҡан ваҡытта «тота» алдыҡ. Уларҙың «тимер ат»тарында үткәргән көндәре ваҡиғаларға бай түгел, өҫтәүенә, көн дә тиерлек ҡар яуа. Өйҙәренә улар арып, әммә ҙур ҡәнәғәтлек хисе менән ҡайта. Ябай ауыл кешеләренең: «Зәңгәр тракторҙағы водителгә рәхмәт» тигән һүҙҙәре улар өсөн төп награда булып тора.
Рәйлә ТАЙҒОНОВА. Р.ЙӘҒӘФӘРОВ фотоһы.
Читайте нас: