Рәшит 1956 йылдың 3 ғинуарында райондың иң хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Аҡшишмә ауылында тыуа. Матросов исемендәге колхоздың алдынғы комбайнсыһы Нурфәйез ағай менән шәкәр сөгөлдөрөн үҫтереү буйынса алдынғы хеҙмәтсән Хәмиҙә апайҙың тырыш ғаиләһендә икенсе бала була. Унан тыш, ғаиләлә тағы ла дүрт ҡыҙ бала үҫә. Бөгөн уның апаһы Рәмзиә педагог, Ҡарағош ауылында, бәләкәйҙәре Рәзилә менән Фаягөл - Стәрлебашта йәшәй, Фәймә Ишембай ҡалаһында казначействола эшләй.
Рәшит 1972 йылда Әмир урта мәктәбенең тәүге сығарылышында 10 класс тамамлай. Шул уҡ йылда бәләкәйҙән техника менән мауыҡҡан үҫмер 48 һанлы Стәрлетамаҡ һөнәрселек-техник училищеһына уҡырға инә һәм контроль- үлсәгес приборҙары һәм автоматика (КИПиА) электрослесары һөнәрен үҙләштерә. Белгеслеге буйынса «Авангард» заводында эшләй. Бурыстарын намыҫлы башҡарғаны өсөн коллективта хөрмәт яулай, йәш эшсе, цех комсоргының фотоһүрәте иң яҡшы күрһәткестәр өсөн предприятиеның Почет таҡтаһынан төшмәй. Ул даими белемен арттырыу өҫтөндә эшләй. 1974 йылда технология техникумы дипломын яҡлап, ҡатмарлы көнкүреш техникаһын ремонтлау буйынса техник-электромеханик квалификацияһына эйә була.
1974-1976 йылдарҙа Рәшит Польшала хәрби хеҙмәт үтә. Армиянан һуң яратҡан һөнәре буйынса «Авангард» заводында 1980 йылға тиклем эшләүен дауам итә. Ғаиләгә бәйле хәл-шарттар арҡаһында ул шул йылда тыуған ауылына ҡайта һәм Әмир ауылының малсылыҡ комплексына баш энергетик - электромонтер булып эшкә урынлаша. Әммә һөтсөлөк комплексы ябылғас, 1986 йылда Рәшит Нурфәйез улы Стәрлебашҡа күсенә һәм үҙәк ҡаҙанлыҡҡа эшкә урынлаша.
2019 йылда 40 йыл эшләгәндән һуң дөйөм ҡеүәте 11 мегаватт булған биш ҡаҙанлыҡ эшләүенән туҡтай. Уның урынына элекке үҙәк ҡаҙанлыҡ территорияһында 1,5 һәм 1,0 мегаватт ҡеүәтле блоклы ҡаҙанлыҡтар һәм урындағы колледж территорияһында 0,5 мегаватт ҡеүәтле блоклы ҡаҙанлыҡ эшләй башлай.
Рәшит Нурфәйез улы әйтеүенсә, уларҙың өҫтөнлөгө шунда, яңы ҡаҙанлыҡтар бирелгән режим буйынса автоматик рәүештә эшләй. Һыу ҡаҙанлыҡтарға махсус фильтрҙар аша килә һәм уны йомшарта. Йылытыу өсөн эҫе һыуҙың температураһы ла төбәктәге атмосфера баҫымының уртаса күрһәткестәре буйынса автоматик рәүештә көйләнә. Фильтрҙар ваҡыты -ваҡыты менән алып таҙартыла һәм йәнә ҡуйыла. Уны айырыу өсөн йылытыу һыуына һары буяу ҡушыла.
Күп фатирлы йорттарҙы шәхси газ менән йылытыуға күсергәс йылытыу селтәрҙәренә көсөргәнеш кәмей, тип билдәләне Рәшит Нурфәйез улы. 4,2 километрға һуҙылған район үҙәгенең йылылыҡ селтәре 45 белем биреү, мәҙәниәт, сауҙа һәм дәүләт учреждениеһы объектына йылы бирә. «Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь сервис» МУП директоры Илдус Хәйбуллин әйтеүенсә, реформанан һуң коллективта эшселәр һаны 10 кешегә кәмегән. Первомайский ауылында әле элекке ҡаҙанлыҡ һәм уны, бер километр йылылыҡ селтәре менән, дүрт оператор хеҙмәтләндерә. Ә Стәрлебашта өс кеше блоклы ҡаҙанлыҡты техник хеҙмәтләндерә һәм йылылыҡ селтәрҙәренә ремонт яһай. Ошо ике коллектив менән бергә Рәшит Сиражетдинов та район үҙәгенең һәм Первомайский ауылының йылылыҡ селтәрҙәренең һәйбәт эшләүен тәьмин итә. Ул бер юлы инженер, мастер һәм өлкән хеҙмәткәр эштәрен башҡара.
Ошо мәҡәләне әҙерләгәндә мин эҫе һыу торбаһы тишелеп һыу аҡҡан урынды эҙләгән йылылыҡ техниктары менән һөйләшеп торҙом. Эйе, селтәрҙәр иҫкергән һәм бындай осраҡтар йыш була, тип билдәләне Рәшит Нурфәйез улы. Әммә беҙ яҡын киләсәктә Первомайский ауылында селтәрҙәрҙе реконструкцияларҙар, шулай уҡ иҫкеһен блоклы ҡаҙанлыҡҡа алмаштырырҙар, тип ышанабыҙ.
Рәшит Нурфәйез улы 16 йыл эш тәжрибәһе булған Илгиз Мортазин, оҫта иретеп йәбештереүсе Илшат Хисмәтуллин, Первомайский ауылы ҡаҙанлығы операторҙары Фәнил Ғөбәйҙуллин һәм Ғәбделхәй Хөббөтдиновтарҙың сифатлы, намыҫлы эшен ҙур йылылыҡ менән билдәләй. Ошо ҙур булмаған коллективҡа тырыш хеҙмәттәре өсөн ҙур рәхмәт белдерә, улар ярҙамында беҙҙең өйҙәребеҙҙә йылы, уңайлы, ти ул.
Рәшит Нурфәйез улы оҫта етәксе һәм намыҫлы хеҙмәтсән генә түгел, хәстәрлекле ғаилә башлығы ла. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әүҙем, сәләмәт тормош алып бара, бик оҫта машина йөрөтөүсе. Үҙәк район дауаханаһында һәм 2-се урта мәктәбендә шәфҡәт туташы булып эшләгән тормош иптәше Гөлсинә Хәбибуллина менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Рәйлә ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. Күптән түгел улдары тыуған. Педагог, Мәскәү гуманитар академияһын тамамлаған. Розалия Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлап, Өфөлә «Муха» студияһында эшләй. Улдары Айҙар ҡаҙанлыҡта слесарь булып эшләй, әммә әле сәләмәтлеге буйынса өйҙә.
2021 йылдың 3 ғинуарында юғары категориялы белгес, үҙ эшенең оҫтаһы булған хөрмәтле Рәшит Нурфәйез улына 65 йәш тула. Ветеранды алдағы юбилейы һәм Энергетиктар көнө менән ҡотлайым һәм уның туғандарына, яҡындарына сәләмәтлек, эшендә уңыштар теләйем!