Район электр селтәрҙәре хеҙмәткәрҙәре сафын Марат Зөфәр улы 1986 йылда тулыландыра. Уға тиклем ул 107-се һөнәрселек училищеһын тамамларға, армияла хеҙмәт итеп ҡайтырға, автомәктәптә уҡып сығырға, Әмир мәктәбендә эшләргә, өйләнергә, Төньяҡҡа сығып китеп, яңынан тыуған районына әйләнеп ҡайтырға өлгөрә. Тап шул саҡта ул дуҫының кәңәше буйынса электр селтәрҙәренә водитель булып эшкә урынлаша. Хеҙмәт кенәгәһен ҡарап, ул саҡтағы начальник Хәй Барый улы Туҡаев бер һүҙһеҙ ҡабул итә. Эшкә ҡурҡып ҡына тотона – бик етди ойошма, теләһә нимә менән түгел, ә электр менән эш итергә кәрәк! Барыһы ла һәйбәт килеп сыға. Тәү сиратта, хеҙмәттәштәре ярҙамында. Хәҙер инде ул үҙе, тәжрибәле кеше булараҡ, хеҙмәт эшмәкәрлеген яңы ғына башлаған йәштәр менән белгәндәрен уртаҡлашырға тырыша.
Һуңыраҡ, һөнәри әҙерлек курстары үтеп һәм электрик таныҡлығы алып, Марат Зөфәр улы дежур электромонтер (водитель эше менән бер рәттән) итеп тәғәйенләнә. Билдәләп үтергә кәрәк, оператив-урынға сығыу бригадаһы – (ОВБ) яуаплы һәм ауыр участкаларҙың береһе. Хеҙмәткәрҙәр линиялағы аварияларҙы бөтөрә, подстанцияларҙы хеҙмәтләндерә. Ҡыҫҡаһы, ОВБ – электр селтәрҙәре өсөн ысынлап та ашығыс ярҙам, ә ликвидаторҙар – табиптар.
- Беҙҙең һәр ғәмәл нескәлектәренә тиклем уйланылған булырға тейеш, электр хатаны ғәфү итмәй, - тип дауам итә Марат Фәйрүзов. – Минең эшләгән йылдарымда ойошмала етди ғәҙәттән тыш хәл тыуҙырған бер генә осраҡ та булманы. Был хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығы һәм һәр ҡайһыһының яуаплылығы тураһында һөйләй. Эш шарттары яҡшы, техника бар, һаҡланыу саралары бирелә. Линияларҙа авариялар йыш була. Һауа торошо насар булғанда смена бигерәк тә тынғыһыҙ үтә. Барлыҡ етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала бөтөрөргә тырышабыҙ.
Энергетиктар эше яңы технологияларҙы өйрәнеү менән бәйле, сөнки тармаҡ камиллаша бара. Бына әле лә, Марат Зөфәр улы отпускала булыуға ҡарамаҫтан, алда торған имтихандарға әҙерләнә.
Стәрлебаш энергетиктарының һөнәри оҫталығы райондан ситтә лә билдәле. Улар күп тапҡыр үҙ эшенең оҫталары тигән исемгә лайыҡ булды, шифаханаларға һәм сит ил курорттарына юлламалар менән бүләкләнде.
М.Фәйрүзов уңышлы һәм берҙәм коллектив – етәкселектең һөҙөмтәле эше тигән фекерҙә.
Беҙҙең әңгәмәләшеү эштән башҡа тормош тураһындағы һорауҙарһыҙ үтмәне. Әңгәмәсемдең шәхси тормошо уңышлы – тормош иптәше Гөлфиә Кәрим ҡыҙы менән 34 йыл татыу ғүмер кисерәләр. Ике бала үҫтергәндәр. Үкенескә ҡаршы, был ғаиләгә бала ҡайғыһы ла кисерергә тура килгән – улдарын юғалтҡандар. Бер-береһенә булған һөйөү, яҡындарының ярҙамы уларға бирешмәҫкә ярҙам иткән.
- Тормош дауам итә, бына тигән ейәнсәребеҙ Йәзилә үҫеп килә, уның өсөн йәшәргә һәм эшләргә кәрәк, - ти ете йыл бәхетле олатай булған ир.