Бала саҡта Фирүзә Иҫәнсурина (һүрәттә) тыуған Иҫке Ҡалҡаш ауылы эргәһендәге болондан ялан сәскәләре йыйырға ярата. Уның ғаиләһенә бәйле йылы хәтирәләре тыуған атай йортона бәйле. Мәктәптә үк уҡытыусылары унда башҡорт мәҙәниәтенә һәм халыҡ ижадына ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Оҙон көй башҡарырға уны Гөлсирә апай өйрәтә. Фирүзә башҡа ҡатнашыусылар менән йәштәр слеттарында ҡатнаша, унда рухи яҡтан байый, башҡорт фольклорын, халыҡ йолаларын һәм мәҙәниәтен өйрәнә. Төрлө райондарға (Илеш, Миәкә һ.б.) йөрөп сығыш яһау тәжрибә уртаҡлашырға ярҙам итә.
Кисен ул һеңлеһе һәм ағаһы менән ата-әсәһенә концерттар ҡуялар. Уларҙың әүҙем ғаиләһе йыш ҡына төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Шул ваҡытта уҡ Фирүзә үҙенең буласаҡ ғаиләһен күҙ алдына килтерә.
Йәлембәт ауылы егете менән улар матур ғаилә ҡоралар. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетында уҡыған мәлдә әхирәте уны үҙенең туғаны менән таныштыра. - Беҙ бер-беребеҙҙе күреү менән ғашиҡ булдыҡ, ә өсөнсө көнөнә ул беҙҙең өйөбөҙҙә ата-әсәйем менән танышып ултыра ине, - тип һөйләй Фирүзә тормош иптәшенең ныҡышмалылығы тураһында.
2003 йылдың авгусында туй яһайҙар. Йәштәр иренең тыуған ауылында төпләнергә ҡарар итә һәм үҙ йорттары тураһында хыяллана. Биш йылдан уларҙың хыялы тормошҡа аша. Фирүзә урындағы мәктәпкә рус теле уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. Мәктәптә үк үҙләштергән уның кластан тыш эшләй белеү оҫталығы уға өлкәнәйгәс тә ярҙам итә. 2014 йылда Йәлембәт мәктәбе район тарихында беренсе тапҡыр мәктәп командалары араһында йыл һайын үткәрелеүсе «Хәүефһеҙ бала саҡ юлы» юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса республика конкурсында (КВН )финалға үтә. Ул «Автоstop» командаһында ҡатнашҡан егеттәр менән һаман да ғорурлана, улар әле булһа ла бик дуҫ һәм йыш ҡына репетициялар тураһында иҫкә төшөрөп алалар. Фирүзәлә ваҡыт үтеү менән балаларҙа таланттарҙы үҫтереү һәләте барлыҡҡа килә. Был уның үҙенең һәйбәт остаздары булғанғалыр, моғайын.
Минең мәҡәлә геройым һәйбәт уҡытыусы, илһамландырыусы, һәр ваҡыт ниндәйҙер яңылыҡ эҙләү өҫтөндә. Ә өйөндә? Ә өйөндә уның дүрт балаһы һәм ныҡлы терәк-таянысы булған тормош иптәше көтә. Өлкән улдары Морат 11 класта уҡый. Ул матур йырлай. Хатта «Сулпылар» республика телевизион конкурсында, «Ирәндек моңдары» төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсында, «Яҙғы тамсылар»ҙа сығыш яһаған.
Ҡыҙҙары - 12 йәшлек Айгүзәл менән 10 йәшлек Әлиә буш ваҡыттарында волейбол уйнайҙар, шулай уҡ бейеү менән шөғөлләнәләр - икеһе лә ауыл мәҙәниәт йортонда «Йәйғор нурҙары» коллективында шөғөлләнәләр. Һеңлеләре Яҙгөл дә (уға бер йәш) апайҙарынан ҡалышмай. Әйткәндәй, күптән түгел уның ижади дебюты булған! Ул иһә «Милли кейемдә уҡыйым» республика конкурсында еңеүсе булып өлгөргән.
Күреүегеҙсә, бындай шәп әсәйҙең балалары ла шәп! Ә бит быларҙың барыһы артында репетициялар, костюмдар һайлау, йырҙар эҙләп табыу һәм башҡа бик күп эштәр йәшеренгән. Сөнки республика кимәленә сығыр өсөн номер ентекле уйланырға тейеш. Тормош иптәше менән улар балаларында тәү сиратта намыҫлылыҡ, тәртиплелек, һәм, әлбиттә, туған телгә һәм мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләйҙәр. Тәрбиә биреү мәсьәләләрендә уларҙың ата-әсәләре ярҙамлаша, был йәһәттән Фирүзә менән Флорид уларға сикһеҙ рәхмәтле.
«Матур ғаилә - ил ҡото» республика конкурсында ҡатнашыу бөтә ғаилә өсөн ҙур ваҡиға була. Тотош республиканан финалға ун ғаилә сыға. Беҙҙең Иҫәнсуриндар «Ижад ҡомарлы, маҡсатлы ғаилә» номинацияһында еңеүсе була.
Әүҙем, булдыҡлы әсәй балаларын үҫтереү өҫтөндә генә эшләп ҡалмай, үҙе лә даими үҫешә.Уның башҡарыуында «Ҡаруан һарай» халыҡ йыры ни тиклем матур, моңло яңғырауын күптәр ишеткәндер. Был композиция менән Фирүзә «Ауыл уҡытыусыһының художество оҫталығы» конкурсында беренсе урын яулай. Бүләк сифатында уға быҙау бирәләр, ә уны Саҡмағош районынан барып алырға кәрәк була. Шул саҡ тормош иптәше: «Лайыҡ булғас, Мәскәүҙән булһа ла барып алырбыҙ!» тип уны хуплай. Барып алалар һәм уға Артист тип исем ҡушалар. Ул уларҙың былай ҙа ҙур хужалығын тулылындыра. Ә малһыҙ ауылда йәшәп булмай, әлбиттә. Улы менән ҡыҙы Фирүзәгә ярҙам итә, уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ бурыстары бар.
Хәҙерге заман әсәһе ниндәй булырға тейеш? Кем ул? Йәмғиәттә ниндәй урын биләй? Ошо һорауҙарға яуаптар бик мөһим түгелдер, моғайын. Иң мөһиме, һәр әсә бәхетле булырға тейеш! Был бәхет йүргәктәрҙән, конкурстарҙан, карьеранан һәм хатта көндәлектәге бишле билдәләренән торһа ла. Фирүзә яҙмышының ебен үҙе һүтә һәм тормошонда бәхетен үҙе ҡора.