“Хөрмәтле коллегалар! Ҡәҙерле дуҫтар!
Йола буйынса, июндең һуңғы аҙнаһында төп һөнәри байрамыбыҙҙы – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн – билдәләйбеҙ.
Табиплыҡ – ул тәү сиратта юғары бурыс. Даими уҡыу, тиҙ һәм аныҡ ҡарарҙар ҡабул итеү, кешенең кисерештәрен тойоу бурысы. Ошо һөнәр менән яҙмышын бәйләгәндәрҙең барыһын да ысын йөрәктән ҡотлайым!
Быйыл беҙ байрамды ябай булмаған шарттарҙа билдәләйбеҙ. Пандемия ваҡытында һәр берегеҙҙең һөнәри оҫталығы, кешелеклелеге айырыуса асыҡ сағылыш тапты. Хәүефле инфекцияға ҡаршы көрәштең алғы һыҙығында барғанда, һеҙ һәр сәғәт һайын үҙегеҙ һәм бөтә донъя алдында һайлаған һөнәрегеҙгә тоғролоғоғоҙҙо иҫбатлайһығыҙ.
Табип һөнәре һәр осорҙа ла булған, бар һәм киләсәктә лә иң кәрәкле, абруйлы хеҙмәт булып ҡаласаҡ. Ошо исемгә лайыҡлы булып ҡалығыҙ! Һөнәри оҫталығығыҙ, белемегеҙ артһын, камиллаша барһын, ә маһирлығығыҙ, тәжрибәгеҙ, фиҙакәрлегегеҙ кешеләргә йәшәү өсөн яңы мөмкинлектәр бирһен.
Һеҙгә һаулыҡ, бәхет, тыныслыҡ, игелек һәм уңыштар!
Фотолар: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.