Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
14 Июнь 2020, 14:00

Бөгөн - Матбуғат хеҙмәткәрҙәре көнө!

Бөгөн - беҙҙең "Башҡортостан" гәзите донъя күрә башлаған көн (1917 йыл). Ошо ваҡиғаға бәйле 14 июнь Башҡортостандың матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө булараҡ билдәләнә. Байрам менән!

ЮЛДАР
(Журналист-ҡәләмдәштәргә)

Эй, газетам, ғазабым һин минең,
Ҡайҙан килеп һиңә эләктем:
Ярты ғүмер һиндә үтеп бара,
Һураһың да, ай-һай, електе!
Көнө-төнө һиндә, орсоҡ һымаҡ,
Зыр әйләнеп үтә ғүмерҙәр,
Эшең өсөн бында маҡтамаҫтар,
Эшең өсөн бары һүгерҙәр.
Арып ҡайтҡас, ҡулға ҡәләм бармай,
Төшөп китә китап ҡулыңдан.
Ҡурғаш һымаҡ ҡайнай-ҡайнай торғас,
Ҡатам мәллә хәреф юлындай?
Юлдар, юлдар - сикһеҙ ил юлдары,
Юлдар, юлдар - хәреф юлдары,
Шул юлдарҙы буйлап,
Көн-төн уйлап,
Үтте ләме йәшлек йылдарым?
Ә шулай ҙа
Юлһыҙ йәшәү миңә -
Һыуһыҙ йәшәү һымаҡ балыҡҡа.
Ярай, тиһең,
Минең хеҙмәтем дә
Кәрәк әле, тиһең, халыҡҡа.
Һәр эштең дә бар үҙ шиғриәте,
Һис кем татымаған шатлығы.
Ҡулдарыңа яңы һанды тотоп
Ҡайтҡан саҡта төнөн атлығып,
Шундай татлы һиңә,
Шундай яҡын
Ҡурғаш, буяу, ҡағыҙ еҫтәре:
Уларҙа бар заман һулышы ла,
Уларҙа бар илең төҫтәре.
Тик шуныһы:
Тиҙ туҙабыҙ буғай,
Бар һөнәрҙән ауыр һүҙ эше:
Өнөңдә лә һүҙҙәр тынғы бирмәй,
Төшөңдә лә сыға һөҙөшөп...
Ләкин беҙ бит
Бөтә кешеләрҙән
Тотош бер көн алда йәшәйбеҙ.
Беҙ -
Үҙ хәбәрсеһе
Киләсәктең!
Күңелебеҙ шуға йәш әле...

Рәми ҒАРИПОВ.
(1966 йыл).
Читайте нас: