Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
18 Март 2020, 23:45

"Ҡалаларыбыҙ илдә иң таҙаһы һәм төҙөгө буласаҡ"

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың торлаҡ-коммуналь өлкә вәкилдәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Тантаналы сара Халыҡҡа көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналды.
"Һеҙҙе ошо көндәрҙә билдәләнгән һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайым, – тине Радий Хәбиров. – Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы – ғәйәт ҙур армия ул, 30 меңгә яҡын хеҙмәткәр. Бөгөн мин һеҙгә ҙур рәхмәт әйтергә теләйем. Дүрт миллиондан ашыу кешенең тормошондағы уңайлыҡтар тап һеҙҙең хеҙмәтегеҙгә бәйле. Иманым камил, Башҡортостан ҡалалары илебеҙҙә иң таҙаһы һәм төҙөгө буласаҡ. Был эште беҙ бергәләп башҡарасаҡбыҙ."
Фотолар: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: