Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
13 Ғинуар 2020, 17:17

Йәшәһен гәзит, китаптар!

Гаджеттарға иҫем китмәй, Гәзиттәр булһын миңә. Замандар үҙгәрә, бер саҡ Матбуғат бөтөр, тимә.

Ташҡа баҫылған һүҙ көсө
Быуаттар аша күсә.
Баһаһы уның кәмемәй,
Бары тик арта, үҫә.

Меңәр йыл элек яҙылған
Ҡөрьәндең аяттары.
Халҡыбыҙ рухын ҡаҡшатмай
Бәйғәмбәр сауаптары.

Ташҡа баҫҡан һүҙ булмаһа,
Бик ярлы булыр инек.
Пушкин, Бабич, Туҡайҙарҙы
Ҡайҙан һуң белер инек?!

Үткәнебеҙ, тарихыбыҙ
Онотолор ине бит.
Зат-ырыуын белмәҫ оңҡот,
Маңҡорт булыр инек бит.

Ташҡа баҫылған һүҙҙәрҙә
Таш емерер көстәр бар.
Ҡобайыр, робағиҙарҙа
Ултырып илар хистәр бар.

Ҡулға тотоп уҡығанда
Гәзит, китап һүҙҙәрен,
Шуны яҙған кешеләрҙең
Күрәм кеүек үҙҙәрен.

Гаджеттар ҙа берәй заман
Үткәндә ҡалыр әле.
Ә таш быуаттан килгән тарих
Һүнмәйсә яныр әле.

Йәшәһен гәзит, китапҡа
Халҡыбыҙҙың хөрмәте.
Ташҡа баҫылған һүҙҙәрҙең
Мәңге бөтмәҫ ҡөҙрәте.

Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/y-sh-en-g-zit-kitaptar/
Читайте нас: