Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлағандан һуң тыуған Стәрлебаш ауылына ҡайта. Тап бына шул 2001 йылда мировой суд асыла. Йәш белгесте секретарь вазифаһына алалар. Эш көндәре айырылышыуҙар йәки ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм итеү эштәре ҡаралған суд ултырыштарында үтә. Ҡыҙ өсөн судтың хөкөм ҡарарын тыңлау ауыр була. Ваҡыт үтеү менән Гөлназ бындай эштәрҙе үҙе аша түгел, ә еңелерәк үткәрергә өйрәнә. Шул уҡ ваҡытта үҙенең бурыстарын оҫта башҡара. Көндән-көн күберәк тәжрибә туплай.
2007 йылда район-ара судына күскәс, Гөлназ Әхмәтфәйез ҡыҙының тикшергән эштәр категорияһы үҙгәрә. Бында ла ул тәүге көндәрҙән үк барлыҡ эштәрҙе ваҡытында һәм теүәл үтәргә тырыша. Суд секретары - ҡатнашыусыларҙың килеүен, запростар ебәреү күберәк мәшәҡәттәрҙе лә индереп, процесты ойоштороу өсөн яуаплы. Ҡағыҙ эштәре иғтибарлылыҡ ҡына түгел, билдәле сроктарҙы үтәүҙе лә талап итә. Әммә Гөлназ үҙ коллективы менән барыһын да эшләп булыуын, ярҙам кәрәк саҡта берәүҙең дә баш тартмауын әйтә. «Беҙ бер команда булып эшләйбеҙ», - тип билдәләне әңгәмәсем.
Судтан һуң Гөлназ өйҙәге эштәргә сума, ул - хәстәрлекле тормош иптәше һәм әсәй. Ире Олег яғынан һәр ваҡыть аңлау һәм таяныс таба. Ғаиләлә улдары Артур һәм ҡыҙҙары Олеся үҫеп килә. Улар бергәләшеп саңғы шыуа, ял көндәрендә Әмир ауылына өләсәй-олатайҙары янына ҡайта. Балаларында ғәҙеллек, ярҙамсыллыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләргә тырышалар. Ҡайһы ваҡыт Гөлназ үҙенә ирек ҡуйып, кистәрен бәйләү өсөн ҡулына энәләр ала йәки әҙәби китап уҡый.
2015 йылдан һуң суд администраторы вазифаһын башҡара. Хәҙер уның эше - автоматлаштырыуҙа яңыртыу эштәрен күҙәтеү, «Электрон суд эшмәкәрлеге» сайтында эш өсөн, судты кәрәкле барлыҡ ресурстар менән тәьмин итеүҙә яуаплы. Үҙен ғәҙел хөкөмгә хеҙмәт итеү һәм йәмғиәткә файҙалы булыу мөмкинлеген биргән ошо хеҙмәткә килтергән яҙмышына рәхмәтле ул.