Д.Алексеев Һамар өлкәһенән/ Ҡасандыр уның ата-әсәһе йәшләй генә ошо тарафтарҙа йәшәп ала. Тыумышы менән әсәһе Тәтер-Арыҫлан ауылынан, атаһы - Татарстандан була. Денисҡа 12 йәш тигәндә улар Стәрлебашҡа ҡайта. 9 класты тамамлағандан һуң үҫмер егет урындағы училищеға уҡырға инә. Уны тамамлағас ҡулына диплом менән водитель таныҡлығын, ә һуңыра хәрби комиссариаттан армияға саҡырыу ҡағыҙы ала. Ике йыл хеҙмәте Нижегородка өлкәһенең Саров ҡалаһында үтә. Ҡайтҡас Д.Алексеев бер аҙ «Болғар» йәштәр клубында водитель булып эшләп ала. Хеҙмәт хаҡы ҙур булмай һәм шуға күрә уға башҡа эш эҙләргә тура килә. Оҙаҡ эҙләмәй, шул ваҡытта яңы ғына асылған икмәкханаға водитель талап ителә. Эшкә алыу үтенесе менән «Нива» йәмғиәте етәксеһе Айрат Фәрхшатовҡа шәхсән мөрәжәғәт итә.
Эш көнө уның бик иртә башлана. Иртәнге алтынсы яртыла ул бында килеп, Газелгә яңы бешкән икмәк тейәп, маршрут буйынса сыға. Эҫе йәки буран тип тормайынса икмәкте ҡайҙа кәрәк, шунда алып бара. Бер аҙна - район үҙәге һәм ауылдарға ташый, икенсе аҙнала Миәкә районына алып бара, һуңынан бер аҙна ял итә. Уның бурыстарына сауҙа нөктәләре буйлап икмәк таратыуҙан тыш, накладнойҙарҙы, аҡсаны йыйып тапшырыу инә, йәғни уға матди яуаплылыҡ та өҫтәлә. Шул уҡ ваҡытта ышанып тапшырылған автомашинаны һәр ваҡыт тәртиптә тоторға, юлда ватылмаһын өсөн ваҡытында йүнәтергә кәрәк, деталдәрен алмаштырып ҡуйыу зарур.
- Бында эш шарттары һәйбәт, етәкселек һәр ваҡыт ярҙам итә, - ти Денис Альберт улы, - барыһы ла яҡшы булғанда, эшләүе лә ҙур кинәнес.
Йәмәғәте Әлфиә лә икмәкханала эшләй. Ул - ашнаҡсы. Шуға күрә уларҙың ғаиләһендә икмәккә үҙенсәлекле, һаҡсыл ҡараш. Улын менән ҡыҙын да шулай уҡ икмәктең ҡәҙерен белергә өйрәтәләр. Сөнки билдәле булыуынса, икмәк - иң ҙур байлыҡ.