Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
18 Октябрь 2019, 14:22

Юлсылар - үҙ эштәренең оҫталары

Быйыл «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте 95 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Предприятие алыҫ 1924 йыда үҙ аллы урындағы транспорт органы булараҡ булдырыла һәм «Башмест» тип атала. Бөгөн «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте юлдар төҙөү, реконструкцияау һәм ремонтлау буйынса республика флагманы булып тора, унда бөтә райондарҙа тиерлек урынлашҡан 54 юл ремонт-төҙөлөш идаралығы инә, улар төп предприятие һәм республика етәкселегенән төрлө ярҙам тоя.

Йәкшәмбе көндө Стәрлебаш юл ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре лә - водителдәр, машинистар, юл мастерҙары, дөйөм алғанда, еңел булмаған шарттарҙа, эҫе һәм һыуыҡ, ямғыр һәм ҡар тип тормайынса, район юлдарын яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индергән барлыҡ кешеләр һөнәри байрамдары уңайынан ҡотлауҙар ҡабул итәсәк.

Һөнәри байрамдары алдынан, тәү сиратта, 65 кешенән торған коллективтың уңыштарын билдәләп үтке килә. Уға «Рәсәй Федерацияһы маҡтаулы юлсыһы», 36 йыл ғүмерен юл тармағы хеҙмәтенә бағышлаған Муса Ноғоманов етәкселек итә. Билдәле булыуынса, предприятиеның төп бурысы - юлдарҙы һәйбәт торошта тотоу: йәғни, юлдарҙы ремонтлау, грейдерлау, юл эргәләрен нығытыу, юлға билдә һалыу һәм яңыртыу, юл билдәләре ҡуйыу. Бурыстар, күреүебеҙсә, бихисап, юлсыларҙың эше һәр ваҡыт күп. Ағымдағы йылда ла юл хеҙмәткәрҙәре һөҙөмтәле эшләгән. Ундан ашыу объектта: К.Маркс (Тәтер-Арыҫлан ауылы), Гагарин, Юбилей урамдарында (Стәрлебаш ауылы), Йәлембәт-Түбәнге Шәкәр, Тәтер-Арыҫлан - Өсөнгән-Әсән, Стәрлетамаҡ-Стәрлебаш-Федоровка автоюлдарында ремонт эштәре башҡарылған. Йәйен район үҙәгенең яңы микрорайонының Үҙәк, Тымыҡ, Дала урамдарына ҡырсын түшәлде.

245,5 км муниципаль-ара һәм 137,5 км урындағы юлдар Стәрлебаш юл-ремонт төҙөлөш идаралығында хеҙмәтләндереүҙә. Эштәрҙең бөтә төрө ҡышҡыға - юлды ҡарҙан таҙартыу, таймаҫ өсөн юлға махсус тоҙло ҡом һибеү, һәм йәйгегә - асфальт-бетон юлды ремонтлау, юл ситен сабыу һ.б. бүленә. Юл төҙөлөшө сифаты күпселек осраҡта асфальт-бетон заводының ышаныслы эшенә бәйле. Коллективта биш кеше эшләй.

Ойошмала һәйбәт техник база булдырылған. Предприятие балансында 60тан ашыу берәмек техника бар. Көн һайын «Глонасс» навигация системаһы менән йыһазландырылған 30 автомашина юлдарға сыға. Ошо көндәрҙә яңы грейдер һәм экскаваторҙың ҡайтыуы көтөлә. Техникаға йөкләмә ҙур, шуға күрә, һәр миҙгелгә уны нигеҙле әҙерләйҙәр. Марсель Баисламов (һүрәттә) тап үҙенең автомашинаһын ремонтлау менән мәшғүл ине. Ул һигеҙ йыл «Урал» базаһында үҙгәртеп йыйылған юл машинаһында эшләй, юлдарҙы ҡарҙан таҙарта, ә йәйен КамАЗда асфальт, ҡом ҡырсын ташыу менән мәшғүл. Ике техниканы ла водитель һәйбәт ҡарап тота.

- Ҡайһы саҡ тәүлектәр менән эшләргә тура килә, беҙҙең өсөн айырыуса көсөргәнешле осор - ҡышҡы айҙар, бурандар һәм көслө ҡар яуған ваҡыт. Өйҙә минең иртән иртүк сығып китеүемә һәм ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтыуыма өйрәнгәндәр, һәр ваҡыт аңлайҙар. Ә тылың ышаныслы булһа, эшеңде рәхәтләнеп башҡарырға мөмкин, - ти Марсель Мөхәмәтғәли улы. Уның менән тотош коллектив ризалаша.

Тормош иптәше Рәйлә Вәлиәхмәт ҡыҙы менән улар ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Икеһе лә педагогик белем алған. Ҡыҙҙары Айгөл Миәкә районында сит телдәр уҡытыусыһы, Роза - Октябрьский ҡалаһының 3 һанлы Башҡорт гимназияһында уҡыу-уҡытыу буйынса директор урынбаҫары.

Стәрлебаш юл-ремонт төҙөлөш идаралығының баш бухгалтеры Рафаэль Ғәлиев та (һүрәттә) башҡалар менән бер рәттән һөнәри байрамын билдәләй. Уға ҙур һәм яуаплы бурыс - предприятиеның бухгалтер иҫәбен һәм отчетын алып барыу йөкмәтелгән. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағандан һуң, ул бер нисә йыл Һаҡлыҡ кассаһында эшләй. Юл идаралығына 2001 йылда, хаҡлы ялға сыҡҡан Хәлимә Хафизованың урынына эшкә килә. Коллективҡа бик тиҙ инеп китә. Бөгөн уның ҡул аҫтында шундай уҡ үҙ эшенең оҫталары: Нажия Ишембәтова (бухгалтер), Флүзә Ғайсарова (хеҙмәт хаҡы буйынса бухгалтер) эшләй. Рафаэль Минерахман улына дебетты кредит менән тура килтерергә генә түгел, ә йыш ҡына объекттарға сығырға, поставщиктар йәки һатып алыусылар менән осрашыуҙарға барырға тура килә. Әгәр юл хеҙмәткәрҙәре эш күләмен километрҙарҙа иҫәпләһә, Рафаэль Ғәлиев иһә барыһын да һандарҙа иҫәпләй. Мәҫәлән, йыл башынан Стәрлебаш юл ремонт-төҙөлөш идаралығы тарафынан 150 миллион һумға юлдарҙы ҡарап тотоу һәм ремонтлау буйынса хеҙмәттәр күрһәтелгән, эштәр башҡарылған.

Һәр күрһәткес, һәр һан артында һәр хеҙмәткәрҙең ҙур һәм көндәлек хеҙмәте тора. Уларҙың һәр ҡайһыһы - шундай кәрәкле һәм мөһим эштең оҫтаһы. Байрам менән, юл хеҙмәтсәндәре һәм тармаҡ ветерандары!


Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотолары.
Читайте нас: