27 сентябрҙә балалар баҡсалары мөдирҙәре, тәрбиәселәр, тәрбиәсе ярҙамсылары, ашнаҡсылар, ҡарауылсылар һәм әлеге учреждениеның башҡа хеҙмәткәрҙәре лә, шулай уҡ мәктәпкәсә белем биреү системаһының хөрмәтле ветерандары һөнәри байрамдарын билдәләй.
Әйтергә кәрәк, һәр кем дә тейешле белем алып, тәрбиәсе булып эшләй алмай. Бының өсөн балалар менән эшләргә яратырға, эшкә һәйбәт кәйеф менән барырға һәм тәрбиәләнеүселәреңә яңы һәм мотлаҡ, ыңғай нимәләр өйрәтергә, уларҙы илһамландырырға, кәйефтәрен күтәрергә һәм тирә-яҡ мөхитте танып белергә өйрәтергә кәрәк.
Тәрбиәсе һөнәре еңел түгел, ул ҙур яуаплылыҡ, түҙемлек, һәр бала менән уртаҡ тел таба белеүҙе талап итә. Был өлкәлә ысын үҙ эшенең оҫталары - талантлы, төплө белемле, изге күңелле кешеләр эшләй.
Беҙҙең районда бөгөнгө көндә 28 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы эшләй, шуларҙың туғыҙы юридик шәхес булып тора, башҡалары - филиалдар. Педагогик хеҙмәткәрҙәр - 92 кеше. 845 сабый балалар баҡсаһына йөрөй, унда улар өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған.
Мәктәпкәсә учреждениеларҙың барлыҡ хеҙмәткәрҙәрен дә һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Уларға ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар, тыңлаусан балалар һәм аңлаусан ата-әсәләр теләйбеҙ! Балалар баҡсалары һәр саҡ уңайлы, яҡты, йылы, уларҙа бер ҡасан да кескәйҙәрҙең шат тауышы тынмаһын!
Фаягөл ЙОСОПОВА. Фотолар балалар баҡсалары коллективтары тарафынан бирелде.
Һүрәттә: Тәтер-Арыҫлан балалар баҡсаһы
4 һанлы Стәрлебаш балалар баҡсаһында спорт байрамынан һуң