Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
10 Август 2019, 10:00

Спорт - ул тормош!

Уның үҫешенә беҙҙә айырыуса әһәмиәт биреләСпортҡа ниндәй ҙә ҡатнашлығы булған һәркем уҙған ял көндәрен айырыуса түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Сөнки августың икенсе шәмбеһендә спорт ветерандары, физкультура уҡытыусылары, спортсылар, тренерҙар һәм сәләмәт йәшәү рәүешен һөйөүселәр һөнәри байрамдарын - Физкультурниктар көнөн билдәләй

ртабан еңел атлетикаОшо дата хөрмәтенә тантаналар йома көндө, 9 августа,

Стәрлебаш ауылының саңғы базаһында үтте. Төрлө йәштәге

спортсыларҙы, ауыл биләмәләре башлыҡтарын, спортты

һөйөүселәрҙе район хакимиәте башлығы вазифаһын

башҡарыусы Рөстәм Рахманғолов йылы сәләмләне һәм

ҡотланы.

- Спорт - тормош нигеҙе ул, - тип билдәләне Рөстәм Камил

улы. - Киң күләмле, балалар спортын, физик культураны

үҫтереү, шулай уҡ төрлө йәштәге кешеләргә спорт менән

шөғөлләнеү өсөн заманса һәм уңайлы шарттар булдырыу -

беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө бурыс булып тора. 2019 йылда ошо

маҡсатҡа районда 1 млн. һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Ул Стәрлебаш спортсыларының төрлө төрҙә һәм кимәлдә

ярыштарҙа уңыштарын билдәләне. Билдәлерәктәрен исемләп

һанап сыҡты. Ә һуңынан билдәле ҡаҙаныштарға ирешкәндәргә

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының һәм район

хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Ә район спорт

комитеты рәйесе Рөстәм Яруллин Балалар-үҫмерҙәр спорт

мәктәбе директоры Илнур Исламоратовтың «Башҡортостан

Республикаһының иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре» юғары

исеменә лайыҡ булыуын һәм ошо мәлдә был награданы Өфөлә

алыуын, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең көрәш буйынса

тренеры Илдар Моратовтың БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт

министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнеүен

билдәләне.

Артабан еңел атлетика, волейбол, шахмат, футбол, халыҡ

уйындары буйынса ярыштарға старт бирелде.

(Физкультурниктар көнөнән ентеклерәк мәҡәлә гәзиттең

киләһе һанында баҫыласаҡ).
Читайте нас: