Һатып алыусыларҙы дүрт һатыусы - Юлиә Бәҙретдинова, Әнисә Заһиҙуллина, Лилиә Туҡтарова һәм Динара Шәмсетдиновалар хеҙмәтләндерә. Уларҙың хеҙмәт стажы ошо магазинда ғына - өс йылдан ете йылға тиклем. Уларҙың барыһы ла, һайлап алған кеүек, итәғәтле, яуаплы, изгелекле, тырыш. Был турала бер тауыштан һатып алыусылар ҙа, магазин хужалары Тамара Иванова менән улы Рәшит Хәтмуллин да әйтә.
Һатыусылар һүҙҙәренә ҡарағанда, улар эштәренән ҡәнәғәт. Тауарҙар күп, аҙыҡ-түлек - һәр саҡ яңыһы ҡайтып тора, һатып алыусылар магазинға даими йөрөй, әммә иң мөһиме, улар хеҙмәт хаҡын ваҡытында ала, эш шарттары - һәйбәт. Магазинға килеүселәргә уңайлы булһын өсөн ағымдағы йылда бер аҙна эсендә генә магазинды яңыртҡандар. Унан һуң үҙ-үҙеңде хеҙмәтләндереү системаһы индерелгән. Хәҙер һатып алыусылар һатыусыны көтөп тормай, оҡшаған тауарҙы үҙҙәре һайлап ала ала. Урлашыуҙарға юл ҡуймаҫ өсөн бинала видеокамералар ҡуйылған.
Һатып алыусылар һүҙҙәре буйынса, «Таң» магазины - район үҙәгендә иң яҡшыларҙың береһе. Улар уны бай ассортименты, сифатлы хеҙмәтләндереүе өсөн ярата, был хужалар хеҙмәте. Бер һүҙ менән әйткәндә, бында уңышлы сауҙа өсөн барыһы ла бар.
Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан гәзит уҡыусыларыбыҙ исеменән сауҙа өлкәһенә ҡатнашлығы булғандарҙың барыһын да һәм район ҡулланыусылар йәмғиәте ветерандарын байрам менән ҡортлайбыҙ. Уларға рәхмәтле һатып алыусылар һәм эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Рәйсә МУСИНА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.