Бөтә яңылыҡтар

Кәрәкле хеҙмәт күрһәтәләр

Ошо май айы көндәрендә элемтә һәм радиотехника тармағы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй. Ғалимдарҙың бик күп быуындары (тәү сиратта, тәүгеләрҙән булып радиоэлемтәне уйлап тапҡан физик Александр Поповтың) һәм ябай элемтә хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәте арҡаһында бөгөн беҙ тормошобоҙҙо Интернетһыҙ һәм телефонһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ.

Беҙҙең район халҡына барлыҡ ошо хеҙмәттәрҙе Стәрлетамаҡ район-ара телекоммуникацияларҙы техник эксплуатациялау үҙәге хеҙмәткәрҙәре, йә иһә, ябай тел менән әйткәндә, элемтәселәр күрһәтә.

Стәрлебаш линия-техник цехы начальнигы Ришат Төхвәтуллин әйтеүенсә, сүс-оптик элемтә линияһы аша юғары тиҙлекле Интернет үткәреү дауам итә. Уның ярҙамында хатта район үҙәгенән алыҫ ауылдарҙа ла Интернетҡа тоташыу мөмкинлеге бар. Ауыл хакимиәттәрендә, мәктәптәрҙә, мәҙәниәт учреждениеларында, китапханаларҙа Интернетты әүҙем ҡулланалар.

Халыҡ кеҫә телефонын күптән ҡулланһа ла, заманса гаджеттар элекке стационар телефондарҙы тулыһынса алмаштыра алмай. Бынан тыш, райондың барлыҡ ауылдарында үҙенсәлекле таксофондар бар. Улар 69 дана. Элемтәселәр уларҙы ҡарап тота. Әйткәндәй, республика буйынса таксофондарҙан стационар телефондарға шылтыратыу бушлай.

Һуңғы ваҡытта элемтәселәрҙең бурыстары артты - улар Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырғанда видеоҡоролмалар ҡуялар һәм контролдә тоталар. Бынан тыш, Стәрлебаш линия-техник цехы хеҙмәткәрҙәре спорт ярыштарында, мәҙәниәт сараларында, шәмбе өмәләрендә даими ҡатнаша. Байрамдар ваҡытында радиотапшырыу ойоштора.

- Район хакимиәте башлығы Ф.З.Туҡтаровҡа элемтә тармағына төрлө яҡлап ярҙамы өсөн рәхмәт белдерәм, - ти Ришат Назим улы. - Район етәкселегенең аңлауы һәм ярҙамы менән байтаҡ мәсьәләләр хәл ителә. Ошо тармаҡты үҫтереүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән хеҙмәттәштәремде, ветерандарҙы һөнәри байрамыбыҙ, шулай уҡ етеп килгән Еңеү көнө менән ҡотлап, ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар һәм именлек теләйем!

Ҡотлауҙарға район гәзите уҡыусылары исеменән беҙ ҙә ихлас ҡушылабыҙ!

Фаягөл ЙОСОПОВА.

А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: