Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
30 Апрель 2019, 10:53

Яуаплы хеҙмәткә бағышланған ғүмер

Быйылғы йыл 90 һанлы янғын һүндереү часы начальнигы Мәжит Яҡшысаров өсөн икеләтә иҫтәлекле. 30 апрель - Рәсәйҙә янғын һағы көнөндә улар хеҙмәттәштәре менән хеҙмәттәренең 370 йыллығын билдәләйәсәк һәм ағымдағы йылда Мәжит Ғәзиз улы 55 йәшлек юбилейын, шулай уҡ 34 йыл янғын күҙәтеүе органдарында эшләүен билдәләйәсәк.

- Бала саҡта янғын һүндереүсе булырға хыялланмағайным. Әммә тормош ҡушыуы буйынса 30 йылдан ашыу ғүмеремде ошо һөнәргә бағышланым һәм быға бер ҙә үкенмәйем, - ти Мәжит Ғәзиз улы.

Стәрлебаш урта мәктәбенең 8 класын тамамлаған үҫмер документтарын Өфө автотранспорт техникумына тапшыра һәм 1983 йылда уны тик яҡшы билдәләргә тамамлай. Армияға тиклем билдәле Стәрлетамаҡ йөк автотранспорты берләшмәһендә эшләп өлгөрә.

Хеҙмәткә алынғас, Балтик буйында урынлашҡан СССРҙың дәүләт хәүефһеҙлеге комитеты сик буйы ғәскәрҙәренә, автомобилдәр взводына эләгә. Взвод командиры урынбаҫары, комсорг була.

- Армияла мин бик күп нимәгә: дисципина һәм тәртипкә генә түгел, хатта техника ремонтларға һәм хеҙмәтләндерергә өйрәндем, - ти Мәжит Ғәзиз улы. - Һәм тағы ла мине Коммунистар партияһына кандидат итеп ҡабул иттеләр.

Хеҙмәтен тултырып, тыуған Стәрлебашына ҡайтҡас, Мәжит район партия комитетына бара. Егетте район эске эштәр бүлегенә дәүләт янғын күҙәтеүе инспекторы итеп эшкә йүнәлтәләр. Шул саҡта, 1985 йылда, был хеҙмәт эске эштәр бүлеге ҡарамағында була. Һәм шул мәлдән алып уның ғүмере янғын хеҙмәтенә бәйле.

- Эш ауыр, әммә ҡыҙыҡ булды, - тип һөйләй М.Яҡшысаров. - Беҙ колхоздарҙы янғынға ҡаршы хәүефһеҙлеккә тикшерә, ҡағиҙә боҙоуҙарҙы асыҡлай, уларҙы бөтөрөүгә ирешә торғайныҡ. Геннадий Денисов, Әсхәт Ғәлиев кеүек иҫ киткес остаздарым мине эш нескәлектәренә, ә иң мөһиме - кешеләр, хужалыҡтар етәкселәре менән аралашырға өйрәтте. Беҙ закон буйынса эшләргә тырыштыҡ. Ҡайһы бер ауыл хужалығы объекттарында янғынға юл ҡуймаҫ өсөн электр тогын өҙөргә тура килгән саҡтар ҙа булды. Был барыһына ла оҡшап етмәй ине. Беҙгә район партия комитетына ялыу яҙалар ине, проблеманы асыҡлар өсөн комитетҡа йыш саҡырта торғайнылар. Быны кешеләр һәм милек хәүефһеҙлеге өсөн эшләүебеҙҙе аңлатырға тура килә ине.

Бер ваҡыт объектты электр селтәренән өҙөргә тура килгәнен хәтерләйем, беҙҙе бының өсөн, әлбиттә, шелтәләнеләр. Шулай ҙа беҙ унда ныҡ иҫкергән сымдарҙы алмаштырыуҙарына барыбер ирештек. Ә бына икенсе тапҡыр етәкселәрҙең береһе мисәтләнгән объектты рөхсәтһеҙ асып, малдарға аҙыҡ бешереү эшен дауам итергә ҡуша. Бер нисә көндән унда ут сығып, милек тулыһынса янып бөтә. Ярай әле күрше биналағы малдарҙы сығарып өлгөрәләр...

Ике йылдан йәш хеҙмәткәрҙе Свердлов өлкәһенә янғын технигы белгеслеге буйынса белемен камиллаштырырға ун айлыҡ курстарға уҡырға ебәрәләр. Алған документ янғын техникумын тамамлауға тиң була. Һәм артабанғы йылдарҙа М.Яҡшысаров хеҙмәт баҫҡысынан ышаныслы күтәрелә. Дәүләт янғын күҙәтеүе өлкән инспекторы, 90 һанлы янғын часы начальнигы урынбаҫары була һәм 1990 йылда ошо уҡ часть начальнигы итеп тәғәйенләнә. Бөгөнгө көндә уның етәкселегендә 23 кеше эшләй.

- Ошо йылдар эсендә янғын хеҙмәте бик күп ауыр һынауҙар, үҙгәртеп-ҡороуҙар кисерҙе, - тип дауам итә Мәжит Ғәзиз улы. - Улар барышында ыңғай ҙа, кире яҡтар ҙа күп булды. 1999 йылдың мартында хакимиәт беҙгә элекке келәм цехы бинаһын бүлде. Унда бик ҙур эш башҡарылды. Ҡыйыҡ капиталь ремонтланды, бина эсендә лә бик күп эшләнде. Янғын һүндереү машиналары өсөн һәйбәт гараж бар. Билдәләп үтергә кәрәк, территорияны ремонтлау һәм төҙөкләндереү буйынса шаҡтай ҙур эш күләме коллектив көсө менән башҡарылды.

Әгәр элек ЗИЛ-130 һәм 131 автомобилдәре базаһында ни бары ике генә янғын һүндереү автоцистернаһы булһа, 2009 йылда УРАЛ автомобиле базаһында автоцистерна һатып алдыҡ. Янғын сыҡҡанда барлыҡ ауыл биләмәләренә ла барабыҙ. Шул уҡ ваҡытта, элегерәк бөтә хужалыҡтарҙа ла тиерлек янғын һүндереү командалары бар ине, әммә 90-сы йылдарҙа барыһы ла юҡҡа сыҡты. Бөгөнгө көндә Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса алты ауыл биләмәһендә янғындарҙы һүндереү өсөн тағылмалы цистерна һатып алыуҙары һөйөнөслө. Әммә икенсе яҡтан, һуңғы йылдарҙа эшләүе ауырлашты, матди тәьминәт кәмене. Хатта яғыулыҡ-майлау материалдары менән дә проблемалар булғылай. Район хакимиәте етәкселегенә, хужалыҡтарға ҙур рәхмәт, улар беҙгә ярҙам итә. Сөнки йыл һайын районда 35кә яҡын янғын сыға...

Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Мәжит Ғәзиз улы Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының өс дәрәжәлә «Хеҙмәттә айырылған өсөн» миҙалдары, үҙ ведомствоһының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Ул тыныс холҡо, кешеләргә ҡарата изге күңелле булғаны, һөнәри оҫталығы өсөн етәкселектә, коллективта һәм ауылдаштары араһында ҙур хөрмәткә лайыҡ. Уның ышаныслы тылы - хәләл ефете Нәсимә Минрахман ҡыҙы тормош иптәшенең эш үҙенсәлеген яҡшы аңлай һәм һәр нимәлә лә уны хуплай. Яҡшысаровтар иҫ киткес ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр, хәҙер уларҙың үҙ ғаиләләре, эше бар, үҙ-ара мөнәсәбәттәре матур.

Мәжит Ғәзиз улы үҙен бәхетле кеше тип иҫәпләй. Уның ихлас яратҡан эше, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре бар. Һәм һөнәри байрамын ул күтәренке кәйефтә ҡаршы ала.

Рәйсә МУСИНА. А. ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.


Читайте нас: