Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
8 Февраль 2019, 12:09

«Теш табибынан ҡурҡырға кәрәкмәй», - тип иҫәпләй Руслан Хәсәнов

Әлбиттә, тештәрҙе боҙолмаҫтан алда, проблемалар булмағанда тәрбиәләй башларға кәрәк. Боҙола башлағас, уны таҙартырға, пломба ҡуйырға кәрәк. Бәғзеләр коронка ҡуйҙыра. Теш боҙола башлағас, шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итмәйенсә, уның нервыға тиклем төшөүен көтөп йөрөп, тешһеҙ ҡалырға ла мөмкин. Һәм йәшерен-батырын түгел, күптәребеҙгә теш дауалау кабинетына барыу язаға тиң.

- Теш табибына барыуҙан ҡурҡыу электән үк киләлер. Әммә, ауыртыуҙы баҫыусы заманса дарыуҙар ярҙамында был ҡурҡыныс түгел. Улар аллергия барлыҡҡа килтермәй, тәьҫир итеү срогы ла күпкә оҙайлы, - тип һөйләй Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһының стоматология бүлеге мөдире, стоматолог-хирург һәм шул уҡ ваҡытта ортопед Руслан Камил улы.

Новосибирск дәүләт медицина университетын тамамлап, ул биш йыл ошо ҡалала тәжрибә туплай. Ә һуңынан 2014 йылда ата-әсәһенең тыуған ере - Стәрлебаш ауылына эшкә ҡайта һәм Фатиха өләсәһенең өйөндә төпләнә. Тап ул ейәненең табип булыуы тураһында хыяллана һәм уны ышандыра ла. Руслан шул саҡ стоматологияны һайлай.

- Беҙҙең пациенттар һаны йылдан-йыл арта, - тип дауам итә Р.Хәсәнов. - Быға, тәү сиратта, насар экология, ваҡыты менән насар туҡланыу, сифатһыҙ аҙыҡ-түлек һәм һыу «ғәйепле». Кешеләр үҙҙәре лә белемлерәк була бара. Матур тештәр тураһында хыялланалар, шуға ла беҙгә йыш киләләр, уларҙы ҡарап-тоталар.

- Тештәрҙе бәләкәй саҡтан, улар сыға башлағандан уҡ, һаҡларға кәрәк, - ти ул. - Бында ата-әсәләрҙең роле ғәйәт ҙур. Уларҙың күбеһе тештәре боҙола башлау менән кескәйҙәрен стоматологҡа алып килә. Һәм был дөрөҫ. Ошондай осраҡта ғына уларҙың һаулығы, матур тештәре өсөн тыныс булырға мөмкин. Беҙ иһә пациенттарыбыҙға был йәһәттән һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер.


Рәйсә МУСИНА. Автор фотоһы.


Читайте нас: