Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
30 Ноябрь 2018, 12:15

Улар - ғәҙеллек өсөн көрәшеүселәр

3 декабрҙә Рәсәйҙә Юристар көнө билдәләнә. Беҙҙең районда граждандар, енәйәт һәм административ эштәрҙе Стәрлебаш район-ара суды тикшерә. Суд системаһы хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамдары алдынан беҙ уның коллективы менән әңгәмәләштек. Улар нисек эшләй һәм ниндәй күрһәткестәр менән Юристар көнөн ҡаршылай.

2015 йылдан алып Стәрлебаш район-ара суды коллективына шулай уҡ Миәкә һәм Федоровка райондарынан да уларҙың коллегалары инеүен гәзит уҡыусыларҙың хәтеренә төшөрөргә кәрәктер, моғайын. Барлығы 33 хеҙмәткәр. Шуларҙың 10һы - Стәрлебашта эшләй. Уның рәйесе Иван Сергеевич Семенов, судья - Аида Рәмил ҡыҙы Баһауетдинова. Һөнәри сифаттарынан тыш, мине шулай уҡ ғәҙеллеккә хеҙмәт итеүселәрҙең кешелеклек сифаттары ла ҡыҙыҡһындырҙы. Улар закон сиктәрендә етди эш итә.

- Беләһегеҙме, беҙҙең Иван Сергеевич - иң яҡшыһы, - тип аптыраттылар мине суд консультанты Розалия Ибраһимова һәм суд секретары Лиана Мәхмүтова. - Уның кабинетына инһәң, ул сәләмләгәндән һуң әңгәмәне суд эштәренән түгел, ә тәү сиратта, сәләмәтлек, ғаилә тураһында һорашыуҙан башлай. Хатта әгәр бер эш буйынса нимәнелер бик дөрөҫ эшләмәһәк тә, әрләмәй, ә ентекле аңлата, төҙәтә, ярҙам итә.

Бер үк ваҡытта ул етди, яуаплы, тәжрибәле һәм шул уҡ ваҡытта әҙәпле, иғтибарлы, ғәҙел. Һәр тикшерелгән эш һәм кешеләр өсөн борсола, күңел һалып эшләй. «Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ» тигән мәҡәлдәге кеүек, һәр нимәне ентекләп өйрәнә, еренә еткереп тикшерә. Әгәр был балиғ булмаған үҫмер икән, уның ниндәй ғаиләнән икәнен асыҡлай, колония һәм төрмә балиғ булмағандар урыны түгел һәм ул уларҙы төҙәтә алмай тип иҫәпләп, мөмкин булғанса иң аҙ яза бирергә тырыша.

- Коллектив та етәксеһенә оҡшағандыр, моғайын? - тип ҡыҙыҡһынам мин.

- Эйе, дуҫ, берҙәм. Эш күп, мәшәҡәтле һәм ауыр. Сөнки кешеләрҙең яҙмышына бәйле. Беҙҙең эш көнө графиклы түгел. Әгәр кәрәк икән, ял һәм байрам көндәрендә лә эшкә сығабыҙ. Беҙҙә йәштәр ҙә, тәжрибәле кадрҙар ҙа эшләй. Мәҫәлән, район-ара суды администраторы Гөлназ Туҡтарованың стажы - 17 йылдан ашыу, суд ултырышы секретары Азалия Яппарова, суд рәйесе ярҙамсыһы Рөстәм Әмирханов, суд консультанты Розалия Ибраһимоваларҙың - биш йылдан ашыу, суд ултырышы секретары Әлфиә Латипованыҡы - ике йыл, Лиана Мәхмүтова һәм судья ярҙамсыһы Светлана Мөхәмәтйәроваларҙыҡы - берешәр йыл. Йәштәр өлкәндәрҙән өйрәнә, ә күмәкләп беҙ дөйөм эш башҡарабыҙ...

Ағымдағы йылдың ун айында Стәрлебаш район-ара судында 1136 граждандар (тотош 2018 йылда - 1730), 136 (179) енәйәт һәм 109 (270) административ эш ҡаралған. Бынан тыш, документтар менән эшләйҙәр, суд ултырыштарында ҡатнашалар, эштәрҙе тикшерәләр,ҡабул итеүҙәр үткәрәләр, хеҙмәт бәхәстәрен хәл итәләр, граждандарҙың мөрәжәғәттәренә һәм ялыуҙарына яуап бирәләр һ.б.

- Ауыл халҡы беҙгә төрлө һорауҙар менән килә. Беҙ улар өсөн, ҡайһы саҡ, дөрөҫлөктө эҙләүҙә һуңғы инстанция. «Кешеләр проблемалары менән килә, һәм беҙ уларға тиҙерәк ярҙам итергә тейеш. Уларҙың коридорҙа көтөү ваҡыты 5 минуттан ашыу булырға тейеш түгел», тип ҡабатлай беҙгә һәр ваҡыт Иван Сергеевич.

Суд коллективы хеҙмәт эштәре менән генә мәшғүл түгел. Ул республика суд системаһында үткәрелгән барлыҡ республика һәм зона мәҙәни-спорт сараларында ҡатнашып, нигеҙҙә, призлы урындар яулай. 1 июнь - Балаларҙы яҡлау көнөндә - бүләктәр алып Стәрлетамаҡ балалар йорттарының береһенә мотлаҡ бара. Көнкурстар үткәрә. Мәҫәлән, судьялар һәм суд аппараттары хеҙмәткәрҙәре араһында «Фемида таланттары» конкурсы. Уларҙың һуңғыһы «Суд балалар күҙҙәре аша» тип аталды. Уларҙың төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса төрлө шәмбе өмәләрендә ҡатнашыуын һөйләп тә торорға түгел.

И.С.Семеновтың оҫта етәкселеге аҫтында Стәрлебаш район-ара суды коллективы ике тапҡыр (район суды тарихында беренсе тапҡыр) юғары хеҙмәт күрһәткестәре өсөн «Фемида» күсмә Кубогы менән бүләкләнгән (2014, 2016 йылдарҙа). Район суды барлыҡҡа килеүҙең 85 йыллығына 2017 йылда «Стәрлебаш район-ара судына - 85» тип аталған китап баҫылып сыҡты. Бер һүҙ менән әйткәндә, райондың суд системаһы хеҙмәткәрҙәренең ҡулынан килмәгән эш юҡ: намыҫлы эшләйҙәр, сараларҙа ҡатнашалар, матур ял итәләр. Һәм Юристар көнөн дә улар лайыҡлы күрһәткестәр менән ҡаршылай.

Район гәзитен уҡыусылар исеменән уларҙы һәм райондың суд системаһы ветерандарын ихлас күңелдән һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Законға, дөрөҫлөккә һәм ғәҙеллеккә хеҙмәт итеү эшендә уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек, именлек теләйбеҙ.

Рәйсә МУСИНА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.

***


Юристар көнө менән!


Хөрмәтле коллегалар! Һеҙҙе һөнәри байрамыбыҙ - Юристар көнө менән ихлас ҡайнар ҡотлайым! Бөгөн юрист һөнәре меңдәрсә юридик ойошмаларҙы берләштерә. Юрист булыу маҡтаулы һәм яуаплы. Законға хеҙмәт итеүселәр иңенә йәмғиәт тарафынан хоҡуҡ өҫтөнлөгө принцибын раҫлау, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын яҡлау, Рәсәй ҡануниәтен камиллаштырыу һәм халыҡҡа юридик ярҙам күрһәтеү буйынса бурыстар йөкмәтелә.

Һеҙгә һаулыҡ, именлек һәм бәхет, еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйем!

И.С.СЕМЕНОВ, Стәрлебаш район-ара суды рәйесе.
Читайте нас: