Беҙҙең районда полицияның участка уполномоченныйҙары хеҙмәтендә һәм балиғ булмағандар эштәре подразделениеһында коллектив ҙур түгел, ул 13 кешенән тора. Хеҙмәткәрҙәрҙең йәше - 25 йәштән 30 йәшкә тиклем. Әммә, йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, барыһы ла етерлек эш тәжрибәһенә эйә һәм халыҡ араһында ихтирам яулаған. Айнур Әхмәтшин, Алмаз Мөхәмәтғәлиев, Игорь Нуриманов, балиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор Таңһылыу Йосопова ун йылдан ашыу участка уполномоченныйы вазифаһында хеҙмәт итә. Улар коллективта иң күп эшләйҙәр һәм йәш хеҙмәттәштәре менән туплаған тәжрибәләре менән уртаҡлашалар.
Участковый булыу, тимәк, һәр йәһәттән белемле булыу, кешеләр менән эш итә белеү, үҙеңдең административ участкала халыҡ араһында ихтирам яулау һәм хөрмәтле булыу ул. Ваҡыт үтеү менән участковый вазифаһында хеҙмәт итеү йәшәү рәүешенә әүерелә, уларҙың ял һәм байрам көндәре юҡ, көндөң һәм төндөң ниндәй ҙә мәлендә участка халҡы шылтыратып, һаҡлау һәм ярҙам һорауы мөмкин. Полиция участковыйҙары халыҡҡа иң яҡыны, уларҙың эш урындары кабинеттарҙа ғына түгел, ә күпселек осраҡта, граждандарҙың йорттарында, фатирҙарында һәм урамда. Ҡағиҙә булараҡ, улар тәүгеләрҙән булып ауыл халҡына ярҙамға килә, енәйәттәрҙе профилактикалау һәм асыу буйынса төп йөкләмәне алып бара. Йыш ҡына хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә улар үҙ ғүмерен хәүефкә дусар итә. Мәҫәлән, ағымдағы йылда ғына районда дүрт кеше участковый ғүмеренә һәм сәләмәтлегенә енәйәтсел ҡул һуҙғаны өсөн хөкөмгә тартырылған.
Бөгөн, элекке кеүек үк, участковыйҙың эше ауыр һәм күп яҡлы. Өҫтәүенә, уның эше иң изгеләрҙән булды һәм булып ҡала - даими һәм өҙлөкһөҙ енәйәтселеккә ҡаршы көрәш, йәнәшәлә йәшәгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү, ғаиләләрҙә үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә ярҙам күрһәтеү.
Ағымдағы йылдың 10 айында участковыйҙар тарафынан 70, йәғни, район территорияһында ҡылынған һәр икенсе енәйәт асыҡланған. 1175 ғариза һәм хәбәр тикшерелгән. Төрлө хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн 638 административ протокол төҙөлгән. Әммә ошо хеҙмәт хеҙмәткәрҙәре адресына граждандар тарафынан әйтелгән ыңғай баһаламалар уларҙың эшенең иң юғары баһаһы булып тора. Көн һайын иртән-иртүк хеҙмәт формаһын кейгәндә участковый үҙенә меңдәрсә бурыс йөкмәтеүе, үҙ участкаһында йәшәгән һәр кеше өсөн яуаплылыҡ тотоуы, шул уҡ ваҡытта, граждандар менән аралашып, уларҙың йәшәү урынына барғанда дәүләттең иң мөһим хоҡуҡ һаҡлау системаһы булыуы тураһында бер кем дә уйлап та бирмәйҙер, моғайын. Граждандарҙың көндәлек именлеге һәр участковыйҙың эш сифатына бәйле.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш районы буйынса полиция участка уполномоченныйҙары бүлеге начальнигы.
Һүрәттә: беренсе рәттә һулдан уңға – А.А.Әхмәтшин, И.Р.Йосопов,
И.Н.Хәмиҙуллин, Р.Ю.Мәҡсүтов, А.Х.Мөхәмәтғәлиев;
икенсе рәттә – А.Х.Ғатауллин, И.Я.Нуриманов, М.М.Ҡотлошин, Ф.Р.Ғәлиәкбәров, И.З.Әминев, И.М.Хоҙайбирҙин.