Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
9 Ноябрь 2018, 12:15

Уның эшһөйәрлегенә көнләшерлек

Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да эшләүен дауам иткән кешеләр менән танышҡанда уларға ҡарап һәр ваҡыт һоҡланам. Ҡағыҙ эше генә булһа бер хәл, ә физик хеҙмәт талап иткән һөнәрҙәр тураһында һүҙ барһа ихтирам тағы ла арта.

Минрәхим Тәтегәсев (һүрәттә) бик тырыш кеше. Ул һәр эште еренә еткереп, күңел һалып башҡара. Бер һүҙ менән әйткәндә - үҙенә эшләгән кеүек!

Өфө ҡалаһында кооператив техникумды тамамлағандан һуң, ул байтаҡ йылдар район ҡулланыусылар системаһында эшләй. Хеҙмәт кенәгәһендә лайыҡлы яҙыуҙар - тауар белгесе, сауҙа предприятиеһы директоры, әҙерләүҙәр контораһы директоры урынбаҫары һәм башҡалар. 2003 йылдан алып Минрәхим Минғәзетдин улы «Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь сервис» предприятиеһында бригадир-балта оҫтаһы булып эшләй. Был уның вазифаһының рәсми исеме генә. Әлбиттә, бер ваҡыт ул балта оҫтаһы ғына булып, бәҙрәфтәр, штакетниктар һ.б. эшләп йөрөй. Ә хәҙер, уның бурыстары тураһында һөйләп, ниндәйҙер бер йүнәлеште генә атап булмай. Ул - ошо предприятиела эшләгән башҡа хеҙмәткәрҙәр кеүек үк, үҙ эшенең оҫтаһы. Район үҙәгендә ҡайҙа ҡараһаң да, торлаҡ-коммуналь сервис хеҙмәткәрҙәре, атап әйткәндә, Тәтегәсевтың ҡулы теймәгән урын юҡтыр, моғайын. Парктарҙа - бордюрҙар, йорттарҙа - балалар майҙансыҡтары, ихаталар, тәртип урынлаштырыу - барыһы ла уларҙың эше. Район гәзитенең һуңғы һанында Баҡый ауыл биләмәһендә урынлашҡан Новониколаевка ауылында шишмәне төҙөкләндереүҙе генә алып ҡарайыҡ, бында ла коммуналь хеҙмәткәрҙәрҙең тырышлығы асыҡ күренә. Соҡорҙарҙы ремонтлау, ағас әҙерләү, эш һәм байрам көндәрендә эшләү, нормаға һалынмаған эш көнө - бында ысынлап та эшен яратмаған кеше эшләй аламы икән? Ә М.Тәтегәсевтың хаҡлы ялда булыуына икенсе йыл бит.

-Өйҙә ултырырға ашыҡмайым. Беҙ социализм ваҡытында тәрбиәләнгән кешеләр. Беҙгә эш кәрәк, - тип шаярта ул һәм, - мин эшһеҙ ултырып өйрәнмәгәнмен, бының нимә икәнен дә белмәйем, - тип өҫтәне.

Тормош иптәше Әҡлимә менән оҙаҡламай 40 йыл бергә ғүмер кисереүҙәрен байрам итергә йыйыналар. Ошо уңайҙан Санкт-Петербургта төҙөлөш компанияһында эшләгән улдары Русландың ҡунаҡҡа ҡайтыуын көтәләр, ә ҡыҙҙары бында, район ветеринар станцияһында баш бухгалтер булып эшләй.

Хеҙмәт һөйгән, кешеләрҙе ихтирам иткән Минрәхим Тәтегәсев үҙен бер ҡасан да эшһеҙ күҙ алдына килтерә алмай. Уның менән ҡасандыр эшләп киткәндәр, әле эшләгәндәр, Минрәхим менән ярышыу ҡыйын тиҙәр. Уның эшһөйәрлегенә, егәрлегенә, тырышлығына, эш урынында һәр ваҡыт булдырған тәртипкә көнләшергә генә була.

Лиана ЙӘРМИЕВА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас: