Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
9 Ноябрь 2018, 12:11

Техника оҫталарға буйһона

Техниканы яратҡан кеше генә яҡшы механик була ала, тигән ябай хәҡиҡәт бар. Сөнки был эш еңелдән түгел. Ул күп физик көс һәм түҙемлелек, оҫталыҡтарҙы даими камиллаштырыуҙы һәм аҡыллы эш итә белеүҙе талап итә.

Эшенә ғашиҡ булған шундай кешеләрҙең береһе - Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжының Стәрлебаш ауылы филиалы механигы Руслан Хөббөтдинов (һүрәттә). Ысынында ул юридик белемле, әммә бала саҡтан техниканы яратыуы уны СПТУға (колледж элек шулай тип атала) алып килә. 17 йәшендә ул водителгә уҡып, руль артына ултырыр өсөн балиғ булыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Колледжда Руслан Венир улы 2007 йылдан эшләй. Тәүге дүрт йыл производствоға өйрәтеү мастеры булып эшләй, һуңынан хужалыҡ мөдире итеп тәғәйенләйҙәр. Ул ваҡытта хаҡлы ялға сығырға әҙерләнгән Вәрис Халиҡов (әле мәрхүм) механик була. Русландың һәләттәрен күреп, ул уны үҙ урынына әҙерләй башлай. «Мин Вәрис ағайға фәһемле кәңәштәре өсөн бик рәхмәтлемен, сөнки ул техниканы яратырға, әгәр нимәлер килеп сыҡмаһа һәр ваҡыт тыныс һәм сабыр булырға өйрәтте», - тип һөйләй ике йыл ошо вазифаны башҡарған Руслан Венир улы. Бурыстары уның бик күп - был машиналарҙы диагностикалау һәм техника хеҙмәтләндереү, автомобилдәрҙе рейсҡа сығарыу, уларҙы запас частар менән тәьмин итеү. Оптималләштереүгә бәйле, хужалыҡ мөдире бурыстары ла уның өҫтөндә. Ә тағы ла Руслан Венир улы колледждың ашлыҡ складына, ҡарағат баҡсаһына мөдирлек итә. Ҡайһы саҡ ял көндәрендә лә бында килеп, барыһы ла һәйбәт һәм урында булыуын тикшерә.

Шулай уҡ ул - һәйбәт ғаилә башлығы, яратҡан тормош иптәше һәм атай. Хәләл ефете Гөлназ Флүр ҡыҙы менән улар ҡыҙ һәм ул тәрбиәләйҙәр. Руслан Венир улын филиал директоры Әнүр Ишмөхәмәтов та яҡшы яҡтан телгә ала: «Руслан ниндәй эшкә тотонһа ла, уны намыҫ менән һәр саҡ еренә еткереп башҡара. Техника һәм кешеләр менән уртаҡ тел таба белә».

Лиана ЙӘРМИЕВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: