Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
9 Ноябрь 2018, 12:24

«Иң мөһиме, участкала тыныс булһын», - тип иҫәпләй Айнур Әхмәтшин

Полиция капитаны Айнур Әхмәтшин (һүрәттә) полицияла 10 йыл участка уполномоченныйы булып эшләй. Уның ҡарамағында район үҙәгенең 20гә яҡын урамы, ә армиянан һуң хеҙмәт кенәгәһендә «Участковый итеп ҡабул ителде» тигән бер яҙыу ғына бар.

- Бала саҡтан уҡ полицияла эшләргә хыялландым. Бер мәл атайым унда оператив дежурный ярҙамсыһы булып эшләне. Уның үҙ бурыстарына етди ҡарауы, формаһы, ауылдаштарының уны хөрмәт итеүе оҡшай ине. Ул минең өсөн һәр йәһәттән үрнәк булды һәм булып ҡала, - ти Айнур Айҙар улы. - Мин был эшкә маҡсатлы килдем. 9 класты тамамлағандан һуң физкультура техникумына уҡырға индем. Артабан Мәскәү өлкәһендә Дзержинский исемендәге оператив тәғәйенләнештәге айырым дивизияла хеҙмәт иттем.

Хеҙмәтен тултырғас, Айнур Стәрлебашҡа ҡайтып, полицияға (ул саҡта милиция тип йөрөтөлә) эшкә урынлаша.

- Эш ауыр, әммә ул миңә оҡшай, - ти ул. - Үҙемде башҡа һөнәрҙә күҙ алдына килтерә алмайым. Эйе, эш графиклы түгел, әммә үҙем дә, ҡатыным Нургөл дә быға өйрәндек. Ул эш үҙенсәлеген аңлай, минең ышаныслы тылым һәм өй усағын һаҡлаусыбыҙ, ҡыҙҙарымды тәрбиәләй.

Район үҙәгендә участковый булыу - мәшәҡәтле эш. Айнур Айҙар улы әйтеүенсә, административ күҙәтеү аҫтында торған тәртип боҙоусылар күп. Участковыйҙың бурыстары ла бихисап, сөнки уға ышанып тапшырылған участкала булған хәл-ваҡиғаларҙың барыһы өсөн дә ул яуаплы. Ғаилә низағтары, төрлө тәртип боҙоуҙарҙан тыш, һәр йортто тикшереп йөрөп сыға, өлкән йәштәгеләргә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ярҙамлаша. Мәҫәлән, бер саҡ, йорттарҙы тикшереп йөрөгәндә, оло йәштәге инәйҙең һыу үткәргес торбаһы тишелеүен күреп ҡала. Һыу баҙға тулып, иҙән ярығынан өҫкә сыға башлаған була, ә телевизор ҡарап ултырған инәй хатта бының тураһында белмәй ҙә...

- Тейешле хеҙмәттәргә шылтыраттым. Бәләгә юл ҡуйылманы. Ҡайһы мәл газды һүндермәй ҡалдыралар, ут һүнә. Шунда уҡ шылтыратып, ярҙам һорайҙар. Әлбиттә, ярҙам итәбеҙ...

Намыҫлы хеҙмәте өсөн А.Әхмәтшин бер нисә тапҡыр БР эске эштәр министрының, урындағы эске эштәр бүлеге етәкселегенең Рәхмәт хатына лайыҡ була, байрам алдынан III дәрәжә «Хәрби хеҙмәттә өлгө күрһәткән өсөн» миҙалына күрһәтелә, ситтән тороп физкультура институтын тамамлай.

- Иң мөһиме, кешеләр тыуған ауылында үҙҙәрен уңайлы хис итһен өсөн участкала тыныс, урамдарҙа - тәртип, ә ғаиләләрҙә именлек булһын, - тип иҫәпләй ул.

Рәйсә МУСИНА. А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.


Читайте нас: