Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
9 Ноябрь 2018, 12:13

Аштары тәмле, йөҙө көләс

Балалар һәм үҫеп килеүсе быуындың организмы өсөн дөрөҫ туҡланыуҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Мәктәптә ашнаҡсының бурысы - балаларҙы барлыҡ талаптарға яуап биргән тәмле һәм туҡлыҡлы ризыҡ менән туҡландырыу. Был бик яуаплы һәм күп көс талап итеүсе эш.

Әлфиә Хәбибуллина (һүрәттә)мәктәп ашханаһында 2010 йылдан алып эшләй.

- Миңә эшем оҡшай. Балаларға ашарға әҙерләү - үҙе бер кинәнес, - ти Әлфиә апай. - Килтерелгән аҙыҡ-түлекте етди контролдә тотабыҙ. Уҡыусылар ашханала рәхәтләнеп туҡлана, - тип дауам итә ул.

Мәктәп ашханаһында йылы, яҡты һәм уңайлы. Эш өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Бында туҡланғандарҙың барыһы ла Әлфиә Минебәк ҡыҙына һәм уның хеҙмәттәштәренә тәмле аштары өсөн рәхмәт әйтә. Ә был улар өсөн иң юғары баһа.

- Әлфиә апайҙың йөҙөнән йылмайыу китмәй. Уның менән аралашыу рәхәт һәм ҡыҙыҡлы, - ти уның тураһында уҡыусыларҙың береһе Илдар Байтимеров.

1-се Стәрлебаш урта мәктәбе директоры Рафиҡ Әбүләев та мәктәп ашнаҡсыһының эш сифатын юғары баһалай.

- Әлфиә Минебәк ҡыҙы һөнәри бурыстарын тырышып үтәй. Ул бик егәрле, изге күңелле кеше. Балалар уны ярата. Эш урынында һәр ваҡыт таҙа һәм тәртип. Ул аҙыҡ-түлекте һайлауға яуаплы ҡарай, - ти ул.

Әлфиә Хәбибуллина уҡыусыларының ата-әсәләренән дә һәйбәт һүҙҙәр ишетә. Улар уға тәмле аштары өсөн генә түгел, балаларына ҡарата хәстәрлекле, иғтибарлы мөнәсәбәте өсөн рәхмәт белдерә. Шулай уҡ Әлфиә Минебәк ҡыҙы үҙ эшенең оҫтаһы, һәр ваҡыт көләс йөҙлө һәм киң күңелле ханым.

Гөлдәр ҒӘФИЕВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: