Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
30 Октябрь 2018, 12:31

Берҙәм коллектив - уңышлы эш нигеҙе

Суд приставтары хеҙмәте башҡарма власть органы булып тора һәм суд эшмәкәрлегенең билдәләнгән тәртибен тәьмин итеү, суд, башҡа органдар һәм вазифалы шәхестәрҙең акттарын, шулай уҡ хоҡуҡи һәм билдәләнгән эшмәкәрлек өлкәһендә контроллек һәм күҙәтеү буйынса функцияларҙы үтәүҙе тормошҡа ашыра. Суд приставы - үтәтеүсенең талаптары барлыҡ дәүләт, урындағы үҙидара органдары, граждандар һәм ойошмалар өсөн һәм барлыҡ Рәсәй Федерацияһы территорияһында мотлаҡ үтәлергә тейеш. Стәрлебаш районы суд приставтары хеҙмәте бүлеге түләнмәгән хеҙмәт хаҡын, алимент, һалым һәм йыйымдар буйынса бурыстар, штрафтарҙы түләтеү кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеүгә бәйле өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе тормошҡа ашыра.

Ағымдағы йылдың туғыҙ айында беҙҙең бүлеккә 234 миллион һум дөйөм суммаға 6529 үтәтеү эше асылды. Беҙҙең эшмәкәрлектең йүнәлештәренең береһе - дәүләт кимәлендә штрафтар түләтеү. Уҙған отчет осоронда ғына барлыҡ кимәл бюджеттар файҙаһына 4 млн. һумға яҡын аҡса түләтелде.

Өҫтөнлөклө мәсьәләләр иҫәбенә беҙ хеҙмәт хаҡы һәм алименттар буйынса бурыстарҙы мәжбүри түләтеү кеүек социаль-әһәмиәттәге проблемаларҙы индерәбеҙ. Мәҫәлән, алимент түләтеү буйынса 254 эштең 95е тамамланды. Бынан тыш, кредит ойошмалары файҙаһына түләтеү буйынса 120 млн. һумдан ашыу суммаға 1513 үтәтеү эшенең 40 миллион һумдан ашыу суммаға 600 үтәтеү эше тамамланды.

Арест һалыу һәм арест һалынған милеккә килгәндә, суд приставтары тарафынан 4072 мең һум суммаға бурыслыларҙың милкенә 132 арест һалынды.

Суд эшмәкәрлегенең билдәләнгән тәртибен тәьмин итеү буйынса суд приставтарының бурыстары бихисап. Приставтар уларҙың хәүефһеҙлеген тулыһынса тәьмин итә. Эш ваҡытында кәңәшмә үткәрелгән бүлмәләрҙе һаҡлай. Процеста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла - судьяларға, ике яҡ вәкилдәренә, шаһиттарға тейешле һаҡ кимәле тәьмин итә, шулай уҡ процессуаль мәжбүр итеү саралары ҡуллана: әгәр судҡа саҡырылған кеше ваҡытында килеүҙән баш тартһа, пристав уны мәжбүри килтерә. Ағымдағы йылда ғына суд ултырыштарының билдәләнгән тәртибен тәьмин итеүгә 148 үтәтеү эше ваҡытында хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә 1597 ғариза ҡабул ителде. Һәм судҡа килмәгән 27 кеше мәжбүри килтерелде.

Барлыҡ ыңғай күренештәр тотош коллективтың берҙәм эше арҡаһында урынлы. Беҙҙең суд приставтары хеҙмәте бүлегендә тормош һәм хеҙмәт тәжрибәһе буйынса төрлө, шул уҡ ваҡытта дәртле, йәш һәм компетентлы, үҙ эшенең оҫталары эшләй. Шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәйенсә, улар кешеләрҙең һәм дәүләттең хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен тәьмин итеү өсөн бар көсөн һалып эшләй.

Барлыҡ хеҙмәттәштәремә, шулай уҡ хөрмәтле ветерандарыбыҙға ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, ғаилә именлеге, шулай уҡ хеҙмәт бурыстарын башҡарғанда уңыштар теләйем!

Урал ӘМИНОВ, Стәрлебаш районы суд приставтары хеҙмәте бүлеге начальнигы - өлкән суд приставы.
Читайте нас: