Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
26 Октябрь 2018, 13:26

Көн-төн тип тормай ярҙамға ашығалар

Октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре - еңел һәм йөк автомобиле, автобус, маршрутка кеүек төрлө техника руле артында ултырған водителдәр һөнәри байрамдарын билдәләй.

Улар араһында үҙәк район дауаханаһының «Ашығыс ярҙам» водителдәре Хәлим Хөсәйенов менән Рәмил Ҡәҙимов та (һүрәттә) бар. Стәрлебаштарҙың күбеһенә улар яҡшы таныш. Сөнки һәр кем ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла, бәлки йышыраҡ та, «Ашығыс ярҙам»ға мөрәжәғәт иткәне барҙыр, моғайын.

Уларҙың эше еңел түгел. Сменалы булһа ла, нормаға һалынған тип әйтеп булмай. Уларға тәүлектең ниндәй ҙә ваҡытында, һауа торошона ҡарамаҫтан, район үҙәгендә генә түгел, ә ауылдарға сығырға, кәрәк булһа сирлене Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай һәм башҡа ҡалаларға ла алып барырға тура килә. Өҫтәүенә, улар руль артында ғына ултырмай. «Ашығыс ярҙам» фельдшерҙарына сирлене машинаға тиклем сығарырға, ә үҙәк район дауаханаһына килеп еткәс - бүлексәгә индерешергә, уны рентгентҡа йәки ҡалаға алып барышырға ярҙам итә.

Эштә ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, улар һөнәрҙәренә тоғро. Икеһе лә «Ашығыс ярҙам» машинаһында оҙаҡ ваҡыт эшләй.

- Ихтирамлы, яуаплы, егәрле, һәр ваҡыт ярҙамға ашығырға әҙер кешеләр. Бер һүҙ менән әйткәндә, шәп водителдәр! - тиҙәр Хәлим Әнүәр улы һәм Рәмил Рәшит улы тураһында етәкселек һәм хеҙмәттәштәре. - Эштәрен яҡшы беләләр, машинаны төҙөк тоталар, сөнки сирлеләрҙең сәләмәтлеге, ә ҡайһы саҡ ғүмере лә ошоға, шулай уҡ уларҙың тиҙ реакцияһына, дөрөҫ эш итеүенә бәйле булыуын, уларҙың белгеслегендә ваҡ-төйәк булмауын яҡшы аңлай.

Һөнәрҙәренең үҙенсәлеге шулай уҡ әхлаҡи түҙемлелек, физик сыҙамлыҡ талап итә. Был көндәлек хеҙмәт яуаплы, ауыр, ә ҡайһы саҡ хәүефле лә. Шуға ҡарамаҫтан, Х.Хөсәйенов һәм Р.Ҡәҙимов үҙ бурыстарын яҡшы үтәй, сөнки үҙҙәрен еңел булмаған, әммә кешеләргә бик кәрәкле эшһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмай.

Рәйсә МУСИНА.

А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.


Читайте нас: