Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
5 Октябрь 2018, 13:15

«Уҡытыусы булыу - ҙур бәхет» , - ти Илһөйәр Ғәлимова

Айҙарәле ауылынан Илһөйәр Миһран ҡыҙы Ғәлимованы (һүрәттә) Буҙат ауылы халҡы «үҙебеҙҙеке» тип йөрөтә. Эш шунда, 1985 йылда ул тормош иптәше Мисхәт Ҡадир улы менән был ауылға йәш белгес булып киләләр.

Илһөйәр Миһран ҡыҙы мәктәптә уҡыған саҡта уҡ уҡытыусы булырға хыяллана, мәктәпте тамамлағандан һуң Салауат педучилищеһына, артабан - Стәрлетамаҡ педагогия институтының башланғыс кластар факультетына уҡырға инә.

Эш башлаған тәүге йылдарын ул йылмайып иҫкә ала:

- Сергеевка аҙ комплектлы мәктәптә эш башланым, бында үҙем директор ҙа, уҡытыусы ла. Өс класта 16 бала уҡыны. Ауырлыҡтар ҙа, бәхетле мәлдәр ҙә булды. Ә иң мөһиме, эшем оҡшай ине һәм балалар менән дә уртаҡ тел таптым.

Әммә кейәүгә сыҡҡандан һуң йәш уҡытыусының тормошонда бер аҙ үҙгәрештәр була. Ире Мисхәт Ғәлимовты Буҙат урта мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр.

- Ирем ҡайҙа - мин дә шунда. Ауыл да оҡшаны. Бында үҙенсәлекле, асыҡ, аралашыусан кешеләр йәшәй. Мин башланғыс кластарҙы уҡыта башланым. Мәктәп ҙур. Кластарҙа 18-20шәр бала, дәртләнеп, күңел биреп эшләнек.

Ирле-ҡатынлы Ғәлимовтар Буҙатта ете йыл эшләй. 1992 йылда тыуған Айҙарәле ауылына ҡайтып, уҡытыу эшмәкәрлеген дауам итәләр. Ауылдаштары араһында хөрмәт һәм ихтирам яулайҙар. Улар сағыу һәм матур пар, бер-береһенә тоғро юлдаш була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, берәү ҙә был донъяла мәңгелек түгел. Бер нисә йыл элек Мисхәт Ҡадир улы яҡты донъя менән хушлаша. Илһөйәр Миһран ҡыҙы яҙмыштың был һынауын лайыҡлы үткәрә. Бөгөн уның йәнәшәһендә улдары, килендәре, ейән-ейәнсәрҙәре - тормош дауам итә.

Уның педагогик стажы 36 йыл. Күп йыллыҡ һәм намыҫлы уҡытыусы хеҙмәте бихисап наградалар: Маҡтау грамотлары, район хакимиәте, республиканың Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. 2002 йылда мәҡәлә геройыбыҙ «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» исеменә лайыҡ була. Әммә уҡыусыларының һөйөүе һәм хөрмәте Илһөйәр Миһран ҡыҙы өсөн иң ҙур бүләк.

Биш йыл элек И.Ғәлимова хаҡлы ялға сыҡһа ла, өйҙә оҙаҡ ултырырға теләмәй. Уны йәнә Буҙат мәктәбенә эшкә саҡыралар.

- Башҡа урынға булһа йөҙ тапҡыр уйлар инем, ә бында шунда уҡ ризалаштым. Был мәктәпте һағынғайным, бында барыһы ла таныш, коллектив та, ҡыҙыҡһыныусан һәм изге күңелле балалар ҙа мине һәйбәт ҡаршы алды, - балалар тураһында һүҙ сыҡһа Илһөйәр Миһран ҡыҙының йөҙө яҡтырып китә. Өсөнсө класта белем алған 10 уҡыусыһын ул шул тиклем ярата.

- Уҡыусы дәрескә ниндәй кәйеф менән килгәнен, бөгөн унан өйгә эште һорарғамы, йә иһә киләһе дәрескә тиклем көтөргәме икәнен белер өсөн бер күҙ һирпеүем етә, - тип уртаҡлаша үҙенең һөнәри оҫталыҡтары менән әңгәмәсем.

Айҙарәленән Буҙатҡа ул көн һайын рейс менән йөрөгән автобуста, ә ҡайһы саҡ шәхси автомобилендә бара.

- Китеп барғанда уҡ һине мәшәҡәттәр һәм хәстәрлектәр менән тулы тағы бер көн көтөүен беләһең. Ул ғәҙәти булһа ла, уҡыусыларым, хеҙмәттәштәрем һәм яҡшы кешеләр араһында үтә. Ошоноң менән мин бәхетле лә, - тине әңгәмәбеҙ аҙағында изгелек, йылылыҡ һәм ихласлыҡ бөркөлөп торған ханым.

Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.
Читайте нас: