Бөтә яңылыҡтар
Һөнәри байрамдар
14 Сентябрь 2018, 10:53

Урман йәшәһен һәм һөйөндөрһөн өсөн

Көҙ, сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә, урман хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй. БР «Стәрлетамаҡ урман хужалығы» учреждениеһының Стәрлебаш участкаһы хеҙмәткәрҙәре ниндәй һөҙөмтәләргә ирешеүе тураһында ошо учреждение начальнигы Айҙар Сәхипгәрәев (һүрәттә) менән әңгәмәләштек.

- Айҙар Хәйҙәр улы, Һеҙҙең коллектив нимә менән шөғөлләнә?

- Беҙҙең районда эштәре урмандан файҙаланыуға бәйле ике ойошма эшләй. Шуларҙың береһе - беҙҙекке, икенсеһе - Минеғаян Фәйрүзов етәкселегендә БР «Урмандар менән идара итеү» учреждениеһының Стәрлетамаҡ урмансылығы буйынса Стәрлебаш урмансылыҡ участкаһы. Беҙҙең участкаға килгәндә, коллективтың төп бурыстары - питомникта үҫентеләр үҫтереү, ағастар ултыртыу, уларҙы тамырланып, нығынып киткәнсе бер нисә йыл дауамында ҡарау тора, шулай уҡ янғынға ҡаршы эштәр башҡарабыҙ, бында айырыуса янғын йәһәтенән хәүефле осорҙа, урман янғындары хәүефе бер нисә тапҡырға артҡанда урман тирәләй һыҙаттар һыҙыу, урманды контролдә тотоу. Бынан тыш, халыҡ өсөн пиломатериалдар әҙерләү менән шөғөлләнәбеҙ.

- Питомникта ниндәй урман культуралары үҫтерәһегеҙ?

- Әлеге ваҡытта ҡарағай, пирамидаль тирәк, миләш, йүкә, каштан, һәм хатта эрбет (кедр) үҫентеләре лә бар. Әйткәндәй, эрбетте беҙ биш йыл элек ултыртҡайныҡ. Ошо ваҡыт эсендә ул 15-20 сантиметрға үҫте. Әйтәйек, ул 2-3 метрға еткәнсе күпме йыл кәрәк булырын һанап ҡарағыҙ әле? Ағасты ҡырҡыуы ғына тиҙ, ә үҫтерер өсөн бик күп ваҡыт һәм көс талап ителә. Йәғни, беҙҙең хеҙмәт һөҙөмтәләре шунда уҡ түгел, ә 20-30 йылдан, ә ҡайһы саҡ ярты быуаттан ғына күренә.

- Ә орлоҡто ҡайҙан алаһығыҙ?

- Нигеҙҙә, был эш менән үҙебеҙ шөғөлләнәбеҙ. Ағас орлоҡтарын әҙерләү - шулай уҡ мөһим бурыс, уға беҙҙең хеҙмәткәрҙәр бик етди ҡарай. Көҙөн халыҡтан ҡарағай тубырсыҡтары ҡабул итә башлайбыҙ. Уны йыйыу күп көс талап итә. Яҡшы орлоҡто йәш, асылмаған тубырсыҡтарҙан алырға мөмкин. Бер килограмм ҡарағай орлоғо алыр өсөн 100 килограмм тубырсыҡ талап ителә. Артыҡ үҫентеләрҙе халыҡҡа, ойошмаларға һатабыҙ. Ағымдағы йылда беҙҙән уларҙы 925 мең һум суммаға Екатеринбург ҡалаһынан, Ырымбур өлкәһенән һатып алдылар.

- Һеҙ ағас үҫентеләре ултыртыу менән шөғөлләнәбеҙ, тигәйнегеҙ. Мәҫәлән, быйыл урманды тергеҙеү буйынса ниндәй аныҡ эштәр башҡарылды?

- Йыл һайын беҙ 30 гектарҙа ағас ултыртабыҙ. Быйыл ҡарағай, ҡарағас, йүкә үҫентеләре ултырттыҡ. Ауыл хужалығы предприятиелары һәм ауыл биләмәләре менән килешеү буйынса уларҙың территорияһын йәшелләндереү менән шөғөлләнәбеҙ. Йыл һайын көҙөн «Йәшә, урман!» Бөтә Рәсәй экологик акцияһында ҡатнашабыҙ, уның даирәһендә урындағы училище курсанттары менән ағас ултыртабыҙ, һуңынан уларҙы тәрбиәләп ҡарайбыҙ.

- Пиломатериалдар етештереү буйынса цехтың эше тураһында ла һөйләгеҙ әле.

- Бындай цехтар беҙҙә икәү. Береһе - Буҙат ауылында, икенсеһе - Урман Кордонында урынлашҡан. Ағымдағы йылдың һигеҙ айында 200 кубометр пиломатериалдар етештерҙек һәм һаттыҡ. Штакетник, бағана, таҡта, прожилина һ.б. ауыл халҡы араһында ҙур һорау менән файҙалана. Бынан тыш, ағымдағы йылда ағас плитәләр етештереүсе (ДСП, МДФ-плитәләр, ламинат иҙәндәр һ.б.) «Кроношпан» заводына түбән сортлы ағас илтә башланыҡ.

Шулай уҡ район халҡына йорт, хужалыҡта ҡаралты-ҡура төҙөү, шулай уҡ ағас һәм утын әҙерләү өсөн диләнкә бирәбеҙ.

- Урман хужалығы өлкәһендә эшләгән кешеләр тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?

- Тыуған еренең тәбиғәтенә ысынлап та ғашиҡ булған кеше генә ошо һөнәргә тормошон бәйләй алалыр. Эш ауыр, ҙур физик көс талап итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең ҙур булмаған хеҙмәт хаҡы арҡаһында йәштәр беҙгә эшкә килергә ашыҡмай. Беҙҙең коллектив, нигеҙҙә, урманда бер нисә тиҫтә йыл эшләгән кешеләрҙән тора. Марс Йосопов, Инсаф Мөхәррәмов, Миләйшә Абдрахманова, Зәлиә Иҫәнбәтова, Юрий Егоров, Олег Макаров, Зәбир Фәттәховтарҙы, урман мастерҙары Ғәбзәйер Хәкимов, Мосауир Шәймәрҙәнов, урман һәм янғын күҙәтеүе буйынса дәүләт урман инспекторы Айҙар Арыҫлановты һәм башҡаларҙы билдәләп үткем килә. Уларҙың барыһы ла урман тармағында намыҫлы һәм яуаплы эшләй, хөрмәткә лайыҡлы белгестәр.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Айҙар Хәйҙәр улы. Һеҙҙе һәм коллективығыҙҙы байрам менән ҡотлайбыҙ! Сәләмәтлек, еңел булмаған хеҙмәтегеҙҙә уңыштар, шатлыҡ өсөн күберәк сәбәптәр теләйбеҙ!
Читайте нас: