Һөнәри байрамдар
7 Сентябрь 2018, 06:24

Һандар менән теүәл эш итә

8 сентябрҙә финанс өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй. Улар алдында бюджетты дөрөҫ планлаштырыу, аҡса менән теүәл эш итеү, уларҙы һөҙөмтәле ҡулланыу, килем сығанаҡтарын үҫтереү буйынса яуаплы бурыстар тора.

Иҡтисад, финанстар, һандар, иҫәп-хисап... Ошо өлкәлә эшләмәгән кешеләргә был төшөнсәләр ҡатмарлы булып күренә. Ысынлап та, район бюджеты менән эш итеү - еңел түгел. Бында айырыуса теүәл, иғтибарлы булырға кәрәк һәм, әлбиттә, һайлаған һөнәреңә, ошо барлыҡ теүәллектәргә лә һөйөү булырға тейеш.

- Мин һөнәремде күңелһеҙ тип иҫәпләмәйем, уны хатта ижади тип тә әйтергә мөмкин. Сөнки беҙ һандар менән генә эш итмәйбеҙ, артабан һандар һөҙөмтәһен табыу мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы. Уларҙың һәр береһе артында кеше, ниндәйҙер хәл-шарт, мөһим мәсьәлә тора, - ти район финанс идаралығының бюджет секторының баш экономисы Гөлфирә Хөсәйенова (һүрәттә). Теүәл һандарға, йәғни - математикаға һөйөү Гөлфирә Абдулла ҡыҙында өлкән кластарҙа уҡығанда барлыҡҡа килә. Ул ваҡытта уҡытыусыһы Иван Ефремов ярҙамы менән ҡыҙ ҡатмарлы мәсьәләләрҙе сисеү менән мауыға. Мәктәпте тамамлағандан һуң Өфө финанс техникумына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғандан һуң 1990 йылда йүнәлтмә буйынса район финанс идаралығына эшкә ҡайта. Тәүҙә бюджет инспекцияһы экономисы, артабан килем бүлеге, бюджет секторы экономисы була. Г.Хөсәйенова район финансын яҡлау буйынса ҙур яуаплылыҡ тойоп, бер вазифала 30 йыл тирәһе эшләй. Сөнки дөрөҫ ойошторолған финанс сәйәсәте - барлыҡ район именлеге нигеҙе, ауыл халҡының йәшәү кимәлен күтәреү. Мәҡәлә геройыбыҙ коллегалары тураһында яҡшы фекерҙә: «Беҙ - бер ҙур команда, унда һәр беребеҙҙең бурысы тығыҙ бәйләнгән. Дөйөм алғанда, финанс идаралығы хеҙмәткәрҙәре өсөн аҡса - ул эш. Ә ҙур сумма беҙҙә борсолоу тыуҙырмай. Был бары тик уларҙы тағы ла ентекләберәк иҫәпләүҙе талап иткән һандар ғына. Сөнки был һандар артында етди саралар тора, уларҙың дөрөҫлөгөнә һәм ҡулланыу һөҙөмтәлегенә күп кешенең именлеге һәм тыныслығы бәйле».

Лиана ЙӘРМИЕВА.

А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас